«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЯУ ЯЛАНЫ МӨҒЖИЗӘЛӘРЕ
+  - 

Атайым Ҡәйүм Ҡотлогилде улы Илбәков тураһында һүҙем. Ул фәһемле, матур, оҙон тормош юлы үтеп, яҡты иҫтәлектәр ҡалдырып, 94 йәшендә фани донъянан китте.

Ихлас, күңелсәк, йор, тапҡыр һүҙле ябай кеше ине атайым. Уның ҡушаматтары күп ине. Кемгәлер ул - "Ҡыҙыл ыштан Илбәк", кемгәлер - "Ҡойон", кемгәлер - "Ҡәйүм бай", кемгәлер - "немец Ҡәйүм", кемгәлер "Ҡәйүм мулла" ине. Ейәне, шуҡ малай Буранбай, теле лә асылып бөтмәҫтән: "Мөйәм ҡалт, ялтыл басыңды билеп тол әле", - тип шаяртҡан. Һуңғараҡ мин атайыма арналған көйөмдө "Ялтыр баш Мөйәм ҡарт" тип атаным. Был атайыма тағылған һуңғы ҡушамат. Уны хәҙер бөтә Башҡортостан белә. Был көйгә бейеүҙәр һалына, ул йыр ҙа булып китте, ике тапҡыр клип төшөрөлдө. Көйө лә уның ырыҫлы, атайым ғүмере кеүек…
Ул етемлектә, малайлыҡта үҫкән. Бик теремек булған, яңылыҡҡа ынтылған, көслө йәшәү дәрте менән янған. Тормошто үҙ фәлсәфәһе менән, барлыҡ боролоштары, ҡыйынлыҡтары менән ҡабул итә белгән. Ул изгелеккә, кешелеклелеккә, мөғжизәләргә ышанып йәшәгән. Уның йәшәү дәүеренә Октябрь революцияһы, Беренсе һәм Икенсе Бөтә донъя һуғыштары, аслыҡ, репрессиялар осоро, байтаҡ боролоштар тура килгән. Бөйөк Ватан һуғышы ваҡиғаларын һөйләгәне хәтерҙә айырыуса ныҡ уйылып ҡалған.
"Көнөң бөтмәгәс, йөрөйһөң инде, - ти ине ул уйланып ултыра биргәс. - Ниндәй генә ваҡиғалар кисермәнек һуғышта, шуныһы ғәжәп, бер үк тиерлек кешеләр иҫән ҡала инек. Старшина Селезнев, "ҡотло" ҡаҙаҡ Дәүләтбай, Әбйәлилдән Әхмәт ағай, мин һәм тағы бер нисә кеше…" Атайым көслө рухлы, йылдам, бөрсәләй йылғыр булған, ҡайҙалыр тыуған яғынан алыҫта ятып ҡалырын башына ла килтермәгән. "Күптәр машиналар кузовында еңелсә кейемдә ятып барғанда һуғышҡа инмәҫ элек туңып үлделәр", ти торғайны ул. Ә атайым, өшөй башлаһа, машина кузовына тотоноп, йүгерер булған.
"Бер ваҡыт һалдаттарға нимәлер таратҡандарын күреп, мин дә ҡулымды һуҙҙым, - тип һөйләй атайым.- Усымды асып ҡараһам, христиандарҙың тәреһен һалғандар. Ташламаным, кеҫәмә һалып ҡуйҙым. Кискеһен бер өлкән урыҫ ҡартының илап ултырғанын күрҙем. Таратҡанда уға тәре етмәгән, шуға ҡайғырған икән… Мә, тип, уға тәре һуҙғайным, әй шатланды, изге теләктәр теләне, хатта ҡулымды үбеп бөттө..."
Изге уйлы атайымды кешеләр рәхмәте лә ҡотҡарғандыр. Сөнки ысын мөғжизәле хәлдәрҙе лә күп күргән ул һуғышта.
Карантин ваҡыттары була икән яуҙа. Был саҡта ике яҡ та ярты сәғәт самаһы атышмай торорға тейеш. Дошман постары күренеп торғас, атайым бер йығылған ағас аҫтына ял итергә ятып торған. Бик арығас, шул арала ғына йоҡо ла баҫҡан кеүек булған. Ҡапыл ҡолағына кемдер: "Ҡәйүм, тор!" тип ҡысҡырғанға, һикереп тороп, ҡурҡҡан йәнлек кеүек ситкә ырғыған. Шул арала тап ул ятҡан ергә снаряд килеп төшә, ағас селпәрәмә килә, ер өңөлә. Шулай ул контузия ала, әммә иҫән ҡала, тик ҡолағына кем ҡысҡырғанын ғына аңлай алмай… Мөғжизә…
"Бер ваҡыт шулай күҙәтеү пунктына мендем дә, нимәлер һиҙенеп, тиҙ генә кире төштөм. Күреп тә өлгөрмәнем, минең артымса уҡ унда бер иптәш менгән икән, шунда уҡ атып та төшөрҙөләр. Фашист снайперын миңә тоҫҡаған булғандыр ҙа, өлгөрмәгәс, күҙәтеү пунктына менгән икенсе кешегә атҡандыр", - ти атайым. Мөғжизә…
Белоруссияла, Литва һәм Латвияла алғы һыҙыҡта һуғышып, 1944 йылда атайым һәм тағы 14 һалдат әсирлеккә алына. Туҡмалыуҙан ҡан ҡоҫҡан һалдаттарҙы өс карапҡа тейәп, Гамбургҡа оҙаталар. Ләкин Порт-Эльба ярында фашист караптарын Англия самолеттары утҡа тота. Өс караптың икәүһе батырыла. Батмай ҡалғанында атайым да була. Мөғжизә…
Бер мәл атайымдың Хәйбулла районында йәшәгән туғандарына "Ҡәйүм Илбәков хәбәрһеҙ юғалды" тигән хат тапшыралар. Барлыҡ михнәттәрҙе бергә татып үҫкән бер туған ағаһы был ваҡытта, һыңар ҡулын юғалтып, госпиталдән өйгә ҡайтарылған була. Хатты алып уҡығас, ул уйланып тора ла: "Юҡ, Ҡәйүм үлмәйәсәк…" - тигән һүҙҙәр әйтә… Мөғжизә…
Берҙән-бер көндө фашистар әсир атайымды аяуһыҙ туҡмап, ҡанға батырып, үлгәненә инанып, кәүҙәһен дөйөм ҡәберлеккә сығарып ташлайҙар. Әсирҙәр көн һайын ошо ҡәбер соҡоро эргәһенән эшкә үтеп-сүтеп йөрөй. Соҡорҙа мәйеттәр менән бергә өс көн ятҡас, атайым иҫенә килеп, ҡыбырлағандай итә. Шул ваҡыт эштән ҡайтып барған әсирҙәр араһында Әбйәлилдән Әхмәт дуҫы уны күреп ҡала. Ул "ҡотло" ҡаҙаҡ Ҡотлобай менән йәшерен генә барып, атайымды ҡағыҙ тоҡҡа урап һалып, лагерға кире алып ҡайта. Тәнендә йәне генә ҡалған Ҡәйүмде дуҫтары лагерҙағы берҙән-бер дауа - һейҙек менән дауалап, терелтеп, аяҡҡа баҫтырып алалар. Мөғжизә…
1945 йылда Англия һалдаттары Гамбургты азат итеп, совет тотҡондарын Америкаға тапшыра. Күп һалдаттар һатлыҡ исеме алыуҙан, Сталиндан, яҡташтары асыуынан ҡурҡып, сит-ят ерҙә тороп ҡала. Тик Ҡәйүм үҙенең һатлыҡ булмағанын иҫбат итеп, бөтә Европа аша йәйәү тиерлек үтеп, алты фронтташ дуҫы менән Башҡортостанға әйләнеп ҡайта. Мөғжизә…
Һуғыш тамуҡтарын үткән атайым кешеләргә һәр саҡ мәрхәмәтле булды. Дуҫын да, дошманын да яратты. Ваҡсылланманы, юҡ-барға бошонманы. Донъяға гел йылмайып баҡты, тыныслыҡҡа һөйөндө. Һуғыштан һуң өйләнгән әсәйебеҙ менән алты бала һөйөп үҫтерҙеләр. Һуғышҡа тиклемге ғаиләһендә тыуған балаларын да ситкә типмәй, берҙәй ҡарап кеше иттеләр. Ишле ғаиләһен ҡарар өсөн атай ихлас тырышты, эш-ләне. Ат булмағанда, үгеҙ екте. Көтөү көттө, яландар гиҙҙе, һаулығын нығытты. Ҡорт аҫыраны. Хуш еҫле бал, май яғылған әсәйебеҙ бешергән икмәк тәме әле лә тел осомда...
Атайҙың киң күңеллелеге фронтташ яугирҙар менән осрашҡанында ла күренә ине. Бер ваҡыт бөтә яугирҙар атайҙа ғына булған, Сталин портреты төшөрөлгән миҙалды тағып, фотоға төшкән. Баҡһаң, ул "Бөтәбеҙ ҙә был миҙалға лайыҡлы", тип, миҙалын кем һорай, шуға биреп тора икән.
Тора-бара атайымдың Ҡөрьән сүрәләрен, доғалар белеүе лә асыҡланды. Ауылдаштарын һуңғы юлға оҙатырға, яңы тыуған балаларға исем ҡушырға саҡыра башланылар. Үҙенең ишле балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә, хатта күп бүлә-бүләсәләренә лә исемде үҙе ҡушты. Шуға ла Ҡәйүм мулла булып йәшәп, үҙ үлеме алдынан йыназа уҡырға килгән хәҙрәткә ҡушылып, үҙенә-үҙе ясин сығып, матур итеп был донъянан баҡыйлыҡҡа күсте. Быныһы ла мөғжизә…

Ишморат ИЛБӘКОВ, ҡурайсы, Башҡортостандың халыҡ артисы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.05.16 | Ҡаралған: 1313

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru