«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
РАДИО ҺӘМ БӨЙӨК ЕҢЕҮ
+  - 

СССР-ҙы Бөйөк Еңеүгә алып барған иң ҡөҙрәтле көстәрҙең береһе, моғайын, халыҡтың рухи берҙәмлеге булғандыр. Гитлер Германияһы, һис шикһеҙ, коммунистик идеологияның ныҡлығы, кешеләрҙең аңлылығы менән дә ҡыйратылды. Ә радио халыҡты бына шундай идея-сәйәси юҫыҡта тәрбиәләүсе ҙур бер көс булды.

Радио һуғыш йылдарында фронттағы яугирҙарҙы һәм тылдағы хеҙмәтсәндәрҙе бәйләүсе, ышаныс-өмөт уятыусы төп мәғлүмәт сығанағы була. Тылдағылар радио аша Ҡыҙыл Армияның ниндәй фронттарҙа хәрәкәт итеүен, ниндәй юғалтыуҙар кисереүен, еңеүҙәр яулауын, фронттағылар илдәгеләрҙең Еңеү өсөн ниндәй батырлыҡтарға ынтылыуын, ҡайҙа нимәләр етештерелеүен белеп тора. Шул уҡ радио аша фашистарға нәфрәт уятырлыҡ шиғырҙар уҡыла, йырҙар башҡарыла, көйҙәр яңғырай. Был тапшырыуҙар миллионлаған кешеләр йөрәгенә үтеп инә, яугир рухы, киләсәккә ышаныс уята.
Радио партия һәм дәүләттең халыҡ менән аралашыуҙағы иң ҡөҙрәтле сараһына әйләнә. Һуғыш йылдарында радиотапшырыуҙар 70 телдә һәм 28 сит телдә алып барыла. Башҡортостан Радио комитеты эфирҙа 56 минут ваҡытты биләй һәм шуның 30 минуты сәйәси темаларға арналһа, 26 минутында әҙәби-музыкаль әҫәрҙәрҙе тыңларға була. Һуғыш башланғандың беренсе ике айында ғына ла башҡорт телендә хәрби темаға арналған 60 тапшырыу эфирға сыға. Һуғыш башланған саҡта илдә 11 мең трансляция үҙәге, 6 миллион самаһы трансляция нөктәһе һәм 1 миллионлап радиоалғыс була. Башҡортостанда иһә 1908 радиоалғыс, 48114 радионөктәһе булған 158 радиоүҙәк иҫәпләнә. Йылдан-йыл был нөктәләр арта бара. 1942 йылдың аҙағында инде улар һаны 50753-кә етә. Быларҙан тыш, һәр колхоз-совхоздың үҙ МТС-ы, радиоалғыстары була. Сәсеү-урыу мәлдәрендә баҫыуҙарға ла репродукторҙар ҡуйыла. Радио редакциялары хеҙмәткәрҙәре оператив һәм алһыҙ-ялһыҙ эшләйҙәр. Республика редакциялары тәржемәләргә ҙур иғтибар бирә. Һуғыштың тәүге 11 айында ғына ла 207 сәғәтлек тәржемә материал эфирға сығарыла. Үҙәк матбуғат мәҡәләләре, Совинформбюро мәғлүмәттәре, ТАСС телеграммалары, партия һәм идаралыҡ етәкселәре сығыштары халыҡҡа аңлайышлы булһын өсөн башҡортсаға тәржемә итеп тапшырыла.
Ауыл хужалығы алдынғылары хаҡындағы тапшырыуҙар бигерәк тә популяр була. Мәҫәлән, бер тапшырыуҙа Баймаҡ районының "Урал" колхозынан 92 йәшлек Шәриповтың 11 риҙуан, 50 ҡул тырмаһы, 50 пар тәртә, 4 бестарка яһауы, 6 лабогрейканы һәм 2 елгәргесте төҙөкләндереүе, бер айҙа 358 хеҙмәт көнлөк эш башҡарыуы өлгө итеп ҡуйыла.
Радио аша мөрәжәғәттәр ҙә күп яңғырай. Мәҫәлән, "Өфө районы колхозсы ҡыҙҙарынан Бөтә Башҡортостан ҡыҙҙарына тракторсылар һәм комбайнсылар курсына уҡырға саҡырыу", йә "Сталинградты һаҡлаусы Башҡортостан комсомолкаларынан республика комсомолдарына хат" һ.б. Дүртөйлө районы МТС-ның ҡатын-ҡыҙҙар бригадаһы бригадиры Ф. Ҡаһарманованың мөрәжәғәтенән һуң Башҡортостан буйынса меңәрләгән йәш колхозсы-ҡыҙҙар тракторсылар курсына уҡырға килә. Шулай уҡ радио аша хат-хәбәрләшеү ҙә киң таралып китә. Гәзит-журналдарҙың тиражы кәмей, уны таратыу ҙа ауырлаша һәм уларҙың бурысын радио үҙ иңенә ала. Радиоға фронттан хаттар килә, уларҙы уҡып ишеттергәс, тылдағылар уларға яуап яҙа, ул яуаптар ҙа киң тыңлауға сығарыла. Шулай итеп фронт менән тыл араһындағы хат бәйләнешен дә үтәргә тура килә радиоға.
Шулай итеп, һуғыш йылдарында радио халыҡ өсөн алыштырғыһыҙ ярҙамсы ла, мәғлүмәт үҙәге лә, рухты күтәреүсе лә булып тора. Ул 1418 көн һәм төн бер туҡтауһыҙ тапшырыуҙар сығарып, совет илен Еңеү яҙына әйҙәй, яҡынайта. Уның ошо фиҙаҡәр хеҙмәтен юғары баһалап, 1945 йылда СССР Совнаркомы 7 майҙы Радио көнө итеп билдәләй. Тимәк, радио был абруйлы көнгә һәм халыҡ һөйөүенә лайыҡлы.

Клара ӘСФӘНДИЙӘРОВА,
тарих фәндәре кандидаты.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.05.16 | Ҡаралған: 1426

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru