«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТӘРБИӘ ӘКИӘТТӘН БАШЛАНА...
+  - 

Өфөлә етенсе тапҡыр үткәрелгән "Һаумы, һаумы, әкиәт!" донъя халыҡтары әкиәттәрен башҡорт телендә башҡарыусыларҙың ҡала конкурсына йомғаҡ яһалды. Иленең ырыҫы, халҡының киләсәге булған аҡыллы, һүҙгә оҫта балалар Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрының тамаша залында күркәм байрам ойошторҙо. Ололар ҙа, кескәйҙәр ҙә конкурсанттар менән бергә серле, мажаралы һәм мауыҡтырғыс әкиәт иленә сәйәхәт итте.

Быйыл "Һаумы, һаумы, әкиәт!" ҡала конкурсында Франция бесәйе башҡорт бесәйенә ҡунаҡҡа килеп төштө. Бөтә балаларҙы аптыратып, был сит ил мыраубайы бик дорфа ғына русса һөйләшеп маташты. Баҡтиһәң, ул үҙ илендә әкиәттәр бөтә башлағас, донъя гиҙеп, төрлө халыҡ әкиәттәрен өйрәнеп ҡайтырға, тип сығып киткән. Башҡорт бесәйе генә түгел, тамаша залына йыйылғандар ҙа был хәбәрҙе ишеткәс, сит бесәйҙе уғрылыҡта ғәйепләй яҙҙы. Тик борсолоуҙар юҡҡа булған, ул ни бары үҙ илендә был әкиәттәрҙе һөйләп йөрөргә, башҡорт телен өйрәнергә теләгән икән. Шуға күрә, "Һаумы, һаумы, әкиәт!" конкурсы ҡатнашыусылары уға тиҙ арала ярҙамға килде...
Ике этапта үткән ярышта иң яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкән әкиәтселәр үҙ оҫталыҡтарын күрһәтте. Ике йәш тә һигеҙ айлыҡ Лилиә Ғәбитова "Бүре һәм ете кәзә бәрәсе" әкиәтен һөйләгәндә, бөтәһе лә бәләкәс ҡыҙҙың тел байлығына, хәтеренә, халыҡсанлығына хайран ҡалып тыңланы. Бер аҙ тулҡынланып, кәзәнең һәр бәрәсен берәмләп һанап алып китһә лә, ҡыҙыҡай бер ҙә яңылышманы. 152-се башҡорт балалар баҡсаһына йөрөгән Лилиәгә "Әкиәт аша дуҫлыҡ тәрбиәләүсе" тигән маҡтаулы исем бирелде. Конкурста ҡатнашыусы балалар баҡсаларының фольклор коллективтары араһында Дим районының 75-се башҡорт балалар баҡсаһының тәрбиәләнеүселәре айырыуса матур сығыш яһаны. Улар "Шалҡан" урыҫ халыҡ әкиәтен сәхнәләштерҙе. Балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре араһында Гран-приға Совет районының 240-сы балалар баҡсаһынан Камила Бикбулатова лайыҡ булды. "Мин был конкурста тәүге тапҡыр ҡатнаштым, "Төлкө менән Айыу" әкиәтен һөйләнем. Байрам бик матур үтте. Бында ишеткән әкиәттәрҙән үҙемә аҡыл алдым, сөнки улар бөтәһе лә балаларҙы әсәйҙе тыңларға, маҡтанмаҫҡа, яҡшы булырға өйрәтә. Садикта урыҫса һөйләшһәм дә, өйҙә гел башҡортса аралашам, шуға әкиәтте матур итеп һөйләй алдым", - тине Камила тәьҫораттары менән бүлешеп.
Башланғыс синыф уҡыусылары араһында Гран-приҙы Өфө ҡалаһы 122-се башҡорт гимназияһынан Наҙгөл Ғарифуллина яуланы. Ул һөйләгән ҡырғыҙ халыҡ әкиәтен Сәғиҙә өләсәһе өйрәткән. Ә бына М. Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһының 5-се синыф уҡыусыһы Гөлназ Әхмәтйәнова Ерәнсә сәсәндең ҡаҙҙы нисек бүлеүе тураһында фәһемле лә, көлкөлө лә әкиәт һөйләп, 5-7-се синыф уҡыусылары араһында иң юғары һөҙөмтәгә өлгәште. "Былтыр "Төлкө менән ҡырмыҫҡа" әкиәтен һөйләгәйнем. Был юлы уҡытыусым Айгөл Игелекова биргән әкиәттәр китабынан Ерәнсә сәсән тураһындағы тексты һайлап, өйрәндем. Мөмкин булһа, конкурста киләһе йыл да ҡатнашам", - тине ул. Әйткәндәй, М. Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһының фольклор колективы ла Гран-приға лайыҡ булды. Улар бөгөнгө заманда ла актуаллеген юғалтмаған "Көслө ҡуян" әкиәтен сәхнәләштереп, кибет асҡан Ҡуян, алыпһатар Төлкө тураһында бәйән итте. "Һаумы, һаумы, әкиәт!" донъя халыҡтары әкиәттәрен башҡорт телендә башҡарыусыларҙың ҡала конкурсы еңеүселәрен тәбрикләү тантанаһында Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов үҫеп килгән йәш быуын туған телен, башҡорт ғаиләһенә хас традицияларҙы белеп үҫергә тейеш булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Шулай уҡ ул ошо матур байрамды үткәреү өсөн күп көс һалған, башҡорт телен дәүләт теле булараҡ һаҡлап ҡалыу һәм уны пропагандалауға ҙур өлөш индергән район хакимиәте етәкселәренә, белем биреү учреждение етәкселәренә, уҡытыусыларға һәм тәрбиәселәргә оло рәхмәтен белдерҙе.

ШУЛАЙ ИТЕП...
"Һаумы, һаумы, әкиәт!" ҡала конкурсының район этабында бөтәһе 438 бала һәм әкиәттәрҙе сәхнәләштереүҙә 94 белем биреү учреждениеһы коллективы ҡатнашҡан. Шулар араһынан 18 фольклор коллективы, мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларынан 21 тәрбиәләнеүсе, дөйөм белем биреү учреждениеларынан 38 уҡыусы ҡала этабына үткән. Улар башҡорт, рус, эскимос, һинд, үзбәк, ҡаҙаҡ, белорус, тажик, әрмән, ҡытай, поляк, фин, нанай халыҡтарының фәһемле әкиәттәрен һөйләгән. Йылдан-йыл ҡатнашыусылар һаны арта барыуы ҡыуандырҙы, унан да бигерәк талантлы балаларыбыҙҙың рухлы, илһөйәр, телһөйәр булып үҫеүен күҙәтеү күңелгә май булып яғылды.

Сәриә ҒАРИПОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 06.06.16 | Ҡаралған: 1459

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru