«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИНГЛИЗ ТЕЛЕНДӘ АРАЛАШЫУ МӘКТӘПТЕҢ ҮҘЕНДӘ
+  - 

Йәмле йәй айҙары етеүен түҙемһеҙләнеп көтөп алған мәктәп уҡыусылары өсөн мауыҡтырғыс каникулдар мәле килеп етте. Быйыл Башҡортостандың 2680 лагерында 329 мең бала һаулығын нығыта, яңы дуҫтар табып, күңелле ял итә ала. Бынан тыш, белем биреү усаҡтарының үҙҙәрендә лә уҡыусыларҙың ялдарын файҙалы итеп ойоштороу өсөн шарттар тыуҙырыла. Мәҫәлән, Ф. Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһында, йылдағыса, "Ҡурай" лагеры һәм Америка-Башҡорт интерколледжының "ACCESS/ДОСТУП" халыҡ-ара гуманитар белем биреү программаһы лагеры асылды.

"Ҡурай" лагеры быйыл тағы ла 120 уҡыусыға йәйге каникулдарын файҙалы, күңелле итеп үткәреү мөмкинлеге бирәсәк. Был лагерға 1-7 синыф уҡыусылары йөрөй. Лагерҙы асыу тантанаһында һары, ҡыҙыл, йәшел, күк төҫтәге галстуктар тағып килгән һәр отряд үҙе менән таныштырып сыҡты. "Ҡояшҡай", "Дуҫлыҡ", "Шаяндар", "Йылмайыу" отрядтары девиздарын ҡысҡырып әйтеп, йыр йырлап ишеттерҙе. Шул арала "Ҡурай" лагерына икенсе тапҡыр килгән Арыҫлан Әлибаев менән әңгәмәләштек. "Бында рәхәт, күңелле, бик күп яңы дуҫтар табырға була. Театрға, киноға, парктарға йөрөйбөҙ. Күмәкләшеп уйнайбыҙ, һикерәбеҙ, йырлайбыҙ, бейейбеҙ - дуҫтар менән шулай үҙебеҙҙең мәктәптә үк рәхәтләнеп ял итәбеҙ", - тип икенсе тапҡыр ошо лагерҙа ял итеүенең сәбәбен аңлатты ул. Әйткәндәй, быйыл лагерға йөрөүселәрҙе Өфө ҡалаһының иң матур парктары, Ботаник баҡса, Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры һәм М. Кәрим исемендәге Йәштәр театры, кинотеатрҙар көтә. Балалар башҡорт фильмдары, йәнһүрәттәре менән дә танышасаҡ һәм үҙҙәре лә фильм төшөрөп ҡараясаҡ. Яҙыусылар һәм шағирҙар менән ижад кисәләре, спорт ярыштары, "Һабантуй" байрамы, "Лагерь һылыуҡайы" һәм "Лагерь батыры" конкурстары, "Симфония төнө" һәм башҡа ҡыҙыҡлы саралар ойоштороласаҡ.
- Балаларҙың ялын файҙалы итеп ойоштороуҙан тыш, лагерь ҡалала үҫкән балаларҙы башҡорт мөхитенә ылыҡтырыу, рухи тәрбиә биреү, үҙ-ара баш-ҡортса һөйләшергә күнектереү кеүек маҡсаттарҙы ла күҙ уңында тота. Улар башҡорт халыҡ мәҡәл-әйтемдәрен иҫкә төшөрә, йомаҡ ҡойорға өйрәнә. Һәр көндән алған тәьҫораттарын, уй-фекерҙәрен белдереп, башҡортса инша яҙалар. Оялсан, тыйнаҡ ҡына балалар киләһе уҡыу йылына һәләттәрен үҫтереп, ҡыйыуланып килә, - ти "Ҡурай" лагерының әһәмиәте, файҙаһы тураһында уның етәксеһе Гөлгөнә Зәйнетдинова.
Ә бына Америка-Башҡорт интерколледжының "ACCESS/ДОСТУП" халыҡ-ара гуманитар белем биреү программаһы буйынса шөғөлләнгән уҡыусыларҙың йәйге лагеры балаларҙың инглиз телендә һөйләшә белеү кимәлен яҡшыртыу маҡсатында булдырылған. Был программаның төп әһәмиәте шунда: балалар йыл буйына инглиз теле буйынса өҫтәмә дәрестәрҙә алған белемдәрен практикала ҡулланырға өйрәнә. Сөнки улар үҙ-ара һәм вожатыйҙар, уҡытыусылар менән ял осоронда тик инглизсә генә аралаша. Бының өсөн Америка-Башҡорт интерколледжы етәкселеге махсус рәүештә АҠШ-тан уҡытыусылар саҡыра. Мәҫәлән, быйыл Патрик Бейкер, Ирина Подбережна һәм Кэтрин Шрёдер исемле йәш уҡытыусылар йәйге ялдарын башҡорт балалары менән бергә үткәрергә ризалашҡан. Ф. Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһының инглиз теле уҡытыусыһы Диана Закирова әйтеүенсә, уҡыусылар сит ил вәкиленә русса йә башҡортса һүҙ ҡуша алмай һәм инглизсә аралашырға мәжбүр була. Был инде үҙ сиратында уға оялсанлығын, ҡаушауын еңеп, инглизсә һөйләшә башларға, телмәрен шымартырға мөмкинлек бирә. Артабан юғары уҡыу йорттарына ингәндә, тормошта инглиз телен яҡшы кимәлдә белеүҙең ярҙамы тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Ғөмүмән, беҙҙең гимназияны тамамлаған балаларҙың инглиз телен белеү кимәле юғары булыуын күптәр билдәләй. Әйткәндәй, Рәсәйҙә "ACCESS/ДОСТУП" халыҡ-ара гуманитар белем биреү программаһы матди яҡтан мөмкинлектәре сикләнгән балаларға инглиз телен өйрәтеүгә йүнәлтелгән. Ике йыл дауамында инглиз теле буйынса өҫтәмә дәрестәрҙә шөғөлләнеү һәм лагерҙа йөрөү бушлай атҡарыла
- Беҙҙең "ACCESS/ДОСТУП" халыҡ-ара гуманитар белем биреү программаһында шөғөлләнгән балалар рәхәтләнеп инглиз теленең нескәлектәренә төшөнә, лагерҙа аралашырға өйрәнә, тренингтар, конкурстар, уйындар һәм төрлө саралар уларҙың һәләттәрен асырға йүнәлтелә. Быйыл тәүге тапҡыр Өфө буйлап гид менән экскурсия ойошторабыҙ. Ул бөтә мәғлүмәтте лә тик инглизсә генә һөйләйәсәк. Башҡортостан һәм инглиз телендә аралашҡан сит ил халыҡтарының мәҙәниәте, тарихы, йолаларын сағыштырып, төрлө мауыҡтырғас дәрестәр үткәрергә ниәтләйбеҙ. Йылдағыса, педагогтар өсөн дә, уҡыусыларға ла файҙалы ял булмаҡсы, - ти Америка-башҡорт интерколледжы директоры Вячеслав Швайко лагерь эше тураһында.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Йәйге ялды уйнап-көлөп, күңелле үткәрергә хыялланған балаларҙың теләктәрен тормошҡа ашырыуға күп көс һалған Ф. Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһы етәкселегенең эшен юғары баһаламай мөмкин түгел. Сөнки бына ун ике йыл дауамында был лагерҙарҙа ял иткән балаларҙың ата-әсәләренән рәхмәт һүҙҙәре ишетеп торабыҙ. Бигерәк тә инглиз телен яҡшы белеүҙең әһәмиәтен аңлаған уҡыусылар "ACCESS/ДОСТУП" халыҡ-ара гуманитар белем биреү программаһы буйынса шөғөлләнә алыуҙарына ҡыуана. Ни өсөн тап 20-се ҡала башҡорт гимназияһы уҡыусылары өлөшөнә төшкән был бәхет? Был һорауға Америка-Башҡорт интерколледжы етәксеһе Вячеслав Швайко мотлаҡ: "Башҡорт телен белгән балалар инглиз телен яҡшыраҡ, еңелерәк үҙләштерә", - тигән яуап бирәсәк.

Сәриә ҒАРИПОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.06.16 | Ҡаралған: 1245

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru