"Киске Өфө" гәзитенең "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге "Башстатус" төркөмө менән берлектә иғлан иткән "Башҡорт китабы топ-100+" акцияһына ҡушылып, Ҡол Ғәлиҙең "Ҡиссаи Йософ" китабын уҡырға тәҡдим итәм.
Башҡорт халҡының ҡулъяҙмалар рәүешендә һаҡланып килгән әҫәрҙәренең береһе - 1212-1233 йылдар араһында яҙылған "Ҡиссаи Йософ" булыр. Уны Әйле ырыуы башҡорто Ҡол Ғәли ижад иткән. Автор тураһында мәғлүмәт күп түгел, әммә уның әҫәрен быуындан-быуынға ҡулъяҙмалар рәүешендә күсереп, яттан һөйләп тә йөрөр булғандар. Әлеге көндә китапханаларҙа тәҡдим ителгән "Ҡиссаи Йософ" әҫәренең тексы Илеш районы Һеңрән ауылында табылған ҡулъяҙма. Текстың күләме 1257 строфа, 5028 юл. Был юлдар Йософтоң аяныслы яҙмышы, Зөләйхаға булған мөхәббәт хисе тураһында ғына түгел. Мәшһүр әҫәрҙең тәрбиәүи әһәмиәте лә бик юғары, иҫ киткес тел байлығы, мауыҡтырғыс сюжетына һоҡланырға ғына ҡала. Ғөмүмән, китапты ҡулға алыу менән уны уҡып бөтмәйенсә айырылып булмай. "Ҡиссаи Йософ"та үҙенә күрә мөғжизәгә урын бар, ләкин улар ысын булған хәл кеүек ҡабул ителә. "Башҡорт китабы топ-100+" акцияһының исемлегенә Ҡол Ғәлиҙең "Ҡиссаи Йософ" әҫәрен автор үҙе күрһәткән сәбәптәр буйынса тәҡдим итәм:
"Ҡиссаларҙан хикмәтлерәк вә күрклерәк,
Тыңлағанда ла ҡолаҡҡа ятышлыраҡ,
Китаптарҙың барыһынан мәшһүрерәк
Ошо ҡисса икәнлеге мәғлүм имде".
Хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ! Һеҙҙән тағы ла "Башҡорт китабы топ-100+" акцияһына төбәп ебәрелгән хаттар көтөп ҡалабыҙ. "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге "Киске Өфө" гәзите" төркөмөндә махсус булдырылған "Башҡорт китабы топ-100+" акцияһы" тип аталған фекер алышыу битендә "#башкитап" хештегы ҡуйып та үҙ фекерегеҙҙе белдерегеҙ!
Сәриә ҒАРИПОВА.
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|