«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Хискә тулы яҙ миҙгеленең 21 мартында Бөтә донъя шиғриәт көнө билдәләнә. Ә һеҙҙең тормошоғоҙҙа шиғриәткә урын бармы? Ғөмүмән, бөгөнгө технологиялар заманында шиғриәткә мохтажлыҡ ҡалдымы икән?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ҺӘР КЕМ УҠЫРҒА ТЕЙЕШЛЕ ЙӨҘ БАШҠОРТ КИТАБЫ
+  - 

"Киске Өфө" гәзитенең "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге "Башстатус" төркөмө менән берлектә иғлан иткән "Башҡорт китабы топ-100+" акцияһына ҡушылған уҡыусыларыбыҙҙың тәҡдимдәрен һәр һанда күрһәтә киләбеҙ. Бөтәһе лә уҡырға тейешле китаптар исемлеге яйлап үҫә бара. Әлегә ул бына ниндәй:
1. "Урал батыр" башҡорт халыҡ эпосы
2. М. Аҡмулланың шиғырҙар йыйынтығы
3. Ҡол Ғәли "Йософ ҡиссаһы"
4. Ризаитдин Фәхретдин "Нәсихәттәр"
5. Ғайса Хөсәйенов "Тормош" һәм "Донъя" парсалар китаптары
Артабан киттек. "Башҡортостан" гәзите журналисы, йәш шағир Денис Ғилманов, Шәйехзада Бабичтың ижадын бөтәһе лә белергә тейеш, тигән фекерҙә.

- Мин иғтибарығыҙҙы милли әҙәбиәтебеҙҙең йондоҙо - Шәйехзада Бабичҡа, замандың ҡырҡыулашҡан мәлендә лә үткер һүҙен халыҡҡа еткергән, азатлыҡ йырсыһы булған даһи шәхесебеҙгә йүнәлтмәксемен. Нисек кенә ҡарама, ул тарихыбыҙҙың ҡараңғы төнөндә халҡына "нур сәсеп", киләсәккә юл яҡтыртҡан, юл ярған шағир. Йәш егеттең "Халҡым өсөн", "Әйҙә, милләт", "Көтәм" кеүек бер нисә шиғырын уҡыһаң да, милләтенең киләсәге өсөн хафаланыуын аңлайһың. Шул уҡ ваҡытта шағир түңкәрелештең ҡанлы мәхшәре эсенән донъя менән дә һоҡланып өлгөрә:
"Ултырҙым мин тауҙың күкрәгенә,
Йырҙар яҙам, елкәй, иҫмәй тор", - тигән шиғри юлдар ошо хаҡта һөйләй.
Йәнә Шәйехзада Бабичтың лирик шиғырҙарын да билдәләп китергә кәрәк. Түбәндәге күплет иҫкә төшә:
"Зәнгәр күҙкәйҙәрен зәңгәрләтеп,
Гүзәл ҡарай минең фәрештәм.
Аһ! Шул күҙҙәр миңә йәндән артыҡ,
Бәхет табам ҡарап тороштан"...
Өҫтәп шуны әйтергә мөмкин: "Ғазазил" поэмаһын яҙған кеше бер нисек тә ябай була алмай! Әле революция башланмаҫ элек үк "Марсельеза"ны йырлап, урам буйлап ҡыҙыл байраҡ күтәреп килгән колонналарҙы һүрәтләгән был әҫәрен, күрәҙәлек итеү, тип ҡабул итерлек. Ижады аша башҡорт әҙәбиәтенә жанр, строфа йәһәтенән һәм башҡа яңылыҡтар индергән, егерме дүрт йәшендә үҙ туған халҡы, намыҫ өсөн йәнен фиҙа ҡылған егеттән бөгөн дә йәштәр үрнәк, рухи тәрбиә ала. Хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ! "Башҡорт китабы топ-100+" акцияһына һеҙ ҙә ҡушылығыҙ, үҙегеҙ уҡыған башҡорт китаптары/әҫәрҙәре араһынан иң лайыҡлыларын һайлап, шулар тураһында редакциябыҙға төбәп хаттар яҙығыҙ. Йәки "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге "Киске Өфө" гәзите" төркөмөндә махсус булдырылған "Башҡорт китабы топ-100+" акцияһы" тип аталған фекер алышыу битендә "#башкитап" хештегы ҡуйып үҙ фекерегеҙҙе белдерегеҙ!

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 11.07.16 | Ҡаралған: 1458

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru