«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АҘАШЫП КИТҺӘҢ ДӘ КҮҢЕЛ КҮТӘРЕНКЕЛЕГЕН ҺАҠЛА!
+  - 

Ҡырағай тәбиғәттә иҫән-имен ҡалыу серҙәрен АҠШ-тың Дискавери каналында тиҫтә йылдан ашыу барған "Нисек тә тере ҡалырға!" ("Выжить любой ценой!") тапшырыуы аша ла өйрәнергә булалыр, тип уйлайым. Тиҫтәләгән сериянан торған был документаль фильмдың алып барыусыһы Беар Гриллс тамашасыны үҙенең аҡылы, зирәклеге һәм йылғырлығы менән әсир итә. Ул һәр тапшырыу барышында үҙен иң ауыр, иң ҡатмарлы һынауҙар алдына ҡуя, һынауҙарҙы ярҙамһыҙ, махсус ҡорамалһыҙ, страховкаһыҙ үтергә тырыша. Һәр тапшырыуға ул үҙе менән бары тик бәке, осҡон сығарыу өсөн саҡма һәм бер шешә һыу ғына ала. Ҡайһы саҡта парашютын да үҙе менән алғылай. Бөгөн гәзит уҡыусылар иғтибарына Беар Гриллстың теге йәки был һынауҙы нисек үтеүе тураһында бәйән иткән тасуирламабыҙҙы тәҡдим итмәксебеҙ. Бәлки, кемгәлер кәрәге тейер.

Һәр фильм һайын Беар үҙен аҙашҡан турист хәленә ҡуя. Асыҡ урындан барһа (далала, сүллектә), эҙләргә сыҡҡан ҡотҡарыусылар уның ҡайһы тарафҡа юл тотоуын күрһен, тип, юл башлаған урынын таштар, ағас-фәлән менән билдәләй. Юлға сығыр алдынан ул һәр ваҡыт ҡалҡыу, бейек урынға менеп, тирә-яҡты өйрәнә. Түбәлә торған сағында ул шишмәле, йылғалы урындарҙы тоҫмаллай. Ҡуйы урманда йылғаға юлыҡһа, ул ошо йылға түбәненә ҡарай китә. Йә һал эшләй, йә яр буйлап атлай. "Кешеләр борон-борондан бары тик йылға-күл буйында ғына төйәкләнгән", - ти ул. Йылғаның өҫкө өлөшөндә берәй йәнлек үлеп ятыу ихтималлығын иҫтә тотоп, ул һәр саҡ һыуҙы таҙартып эсә. Йылға ярындағы ҡомда сүмес ҙурлыҡ соҡор ҡаҙый ҙа, шул соҡорға һарҡып сыҡҡан һыуҙы шешәһенә тултыра. Уның әйтеүе буйынса, ҡом, таш үҙе үк һыу таҙартҡыс ролен үтәй. Һаҫыҡ һаҙлыҡ һыуын да таҙарта белә Беар. Ҡурай һымаҡ көпшәле үлән эсенә ҡат-ҡат итеп үлән, күмер, ҡом һәм йәнә үлән тултыра ла, тәбиғи фильтр эшләп, һыуҙы һура. "Кеше ашамайынса өс аҙна йәшәй алһа ла, һыуһыҙ өс көндән үлә", - ти ул.
Үҙен һыу менән тәьмин иткәндән һуң Беар нисек тә булһа тамаҡ туйҙырыу сараһын эҙләй башлай. "Тапҡан аҙығың уны табыуға киткән көсөңдө артығы менән тулыландырырлыҡ булырға тейеш", - ти. Йәғни, туҡлыҡлылығы менән айырылып тормаған аҙыҡҡа ваҡыт һәм көс сарыф итмәҫкә кәңәш итә белгес. Ул үҙе серегән ағастарҙан ҡуңыҙҙар соҡоп сығарып, уларҙы сей килеш тә, бешереп тә ашай. Әйткәндәй, Беар Гриллстың сей килеш ашаған "деликатес"тарын һанай китһәң, француздарҙың, ҡытайҙарҙың менюһы ары торһон! Бер мәл ул диңгеҙҙә хатта һигеҙаяҡтың бер аяғын сей килеш сәйнәп йотто. "Ҡайһы саҡта ваҡыт тарлығы арҡаһында усаҡ яғып булмай, шуға ҡорбанды бешермәй ашарға тура килә", - ти Гриллс.
Гриллс айыу йөрөгән урманда үҙе тотҡан йәнлекте ҡорған ҡыуышынан ситтәрәк әҙерләп ашай. Бешкән ит еҫен айыу бик алыҫтан уҡ тоя икән. Тамаҡ туйҙырып алғандан һуң төн үткәреү өсөн икенсе урын хәстәрләй. Айыулы урманда ул йыуаныраҡ ағастың тарбаҡ ботағына һәндрә яһап, шунда йоҡлауҙы хуп күрә. "Был йылан-саяндарҙан, төрлө бөжәктәрҙән ҡотҡара", - ти ул. Берәй мәмерйә эсендә төн үткәрһә, мәмерйә ауыҙына сытыр-сатыр өйә, бау һуҙып, бауға таш һалынған тимер котелогын элеп, "сигнализация" эшләй. "Хәйләкәр ысул миңә йоҡлаған сағымда берәй йыртҡыс йәнлек килеүен белеп торорға ярҙам итә, тере ҡалыу өсөн кәрәкле 1-2 секундлыҡ ваҡыт бирә", - ти ул. Йәнә, үҙе йоҡлаған урын тирәләй кесе хәжәтте башҡарыу ҙа ирҙәрҙе йыртҡыстарҙан һаҡларға мөмкин икән. "Йыртҡыстар ирҙәрҙең тестестерон гормонын әллә ҡайҙан һиҙеп, ирҙең көсөн, йәшен, ҡыҙыулығын самалап белә", - тигән мәғлүмәт бирә Гриллс.
Ут табыуҙың бихисап ысулдарын өйрәтә сәйәхәтсе. Иң киң таралғаны - үҙе менән бергә йөрөткән саҡма ярҙамында ут сығарыу. Уҡ башағын өйөрөлтөү ярҙамында осҡон сығарыу ысулын да йыш күрһәтә ул. Бик тә булмаһа, һыуланып эшлектән сыҡҡан кеҫә телефонының аккумуляторын ҡутарыу ысулы менән дә ут сығарып була. Бының өсөн аккумуляторҙы бысаҡ-фәлән менән тишеп, клеммаларҙы бергә тоташтырыу һәм уның өҫтөнә сатыр-сотор һалыу ҙа етә икән. Бына һиңә 600 һумлыҡ ут! Ут тоҡандырыуҙа ҡайын туҙы ла, ҡарағай, шыршы сайыры ла ныҡ ярҙам итә.
Бауҙың нимәнелер бәйләүҙән тыш, тағы бер файҙаһы тураһында иҫкәртә сәйәхәтсе: шырлыҡта бер тирәлә әйләнеп йөрөүҙе иҫкәртеү өсөн оҙон ғына бау тағып алырға, ваҡыты-ваҡыты менән артҡа әйләнеп, һинең барған юлыңды ҡабатлаған бауҙың йүнәлешен тикшерергә кәңәш итә ул. Баҡтиһәң, кешенең көслөрәк аяғы һәр саҡ алғараҡ сыға икән. Уң аяғың көслөрәк булһа, һин шырлыҡта һул яҡҡа китәсәкһең, тимәк. Бер йүнәлеште тотоу ауырға төшһә, бау ярҙамға килә лә инде.
Тере ҡалыу өсөн ҡайһы саҡта ғәҙәти булмаған ғәмәлдәр атҡарыу талап ителә. Мәҫәлән, бер көндө әлеге геройыбыҙ йылғала йөҙөп барып, ҡулын йәйен ауыҙына тыҡты. Ҡул суғын йоттороп, йәйенде ярға һөйрәп сығарҙы. Шулай буш ҡул менән дә балыҡ тотоп була икән! Һыуға күҫәк менән һуғып, ваҡ балыҡты шаңҡытып тотҡанын да күргәнем бар.
Тәбиғәттә бөтөн нәмә лә ашарға яраҡлы түгел. Ҡоро ерҙә йәшәүсе тиреһе төҫлө таптар менән ҡапланған бөжәктәрҙән, бәшмәктәрҙән һаҡланырға кәңәш ителә. Тәү ҡарашҡа хәүефһеҙ күренгән сыбар йәнлек тә ағыулы булырға мөмкин. Ул һунарсыларҙы "Мин - ағыулы, һаҡ бул!" тип иҫкәртә, имеш. Йыртҡыс януарға тап булһаң, ҡырҡа хәрәкәттәр яһамаҫҡа, ҡапыл килеп сығып, уны тертләтмәҫкә өйрәтә инглиз сәйәхәтсеһе. Йыландар ҡыштырҙауҙы әллә ҡайҙан тоя икән. Шуға, берәй мәмерйәгә ингән саҡта аяҡтар менән тупылдап, тауыш сығарып, барлыҡ йыртҡыстарҙы иҫкәртеп инергә кәрәк.
Серәкәйҙәрҙән һаҡланыу өсөн Беар Гриллс ҡырмыҫҡа иләүе ситендәге ҡыҙғылт массаны бит-ҡулға, башҡа асыҡ урындарға һөртөргә кәңәш итә. Әйткәндәй, бесән ваҡытында шулай итеп, үҙемде лә, туғандарымды ла серәкәйҙән һаҡланым. Бер мәл, үрмәксенән күрмәксе, тип, хатта бер ҡырмыҫҡаны ла ашап ҡараным.Тәме оҡшаманы, әлбиттә. Шулай ҙа, юҡтың көнөнән ризыҡҡа баралыр, тип уйланыла. Еләк ҡандалаһы еҫенән тәмлерәк һәр хәлдә...

Шулай итеп... Беар Гриллстың тапшырыуҙарын ҡараһаң, аҙашыу әллә ни ҡурҡыныс түгел һымаҡ. Аҙашҡандарға уның ошондай алтын кәңәштәре ярҙамға килер: "Алдымда ниндәй генә билдәһеҙлек булһа ла, мин тәү сиратта ғаиләмде уйлайым. Ул уй миңә көс-ҡеүәт, илһам бирә. Шулай уҡ тере ҡалыр өсөн кешегә күңел күтәренкелеген һаҡларға кәрәк. Шул саҡта ғына ҡый булып ятҡан бүрәнәләрҙән - һал, буш шешәләрҙән - ҡотҡарыу түңәрәге, ҡолаған ағастан - ҡыуыш эшләү идеяһы барлыҡҡа килә..."

Илгизәр БУЛАТОВ әҙерләне.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.07.16 | Ҡаралған: 1099

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru