«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺӘР КЕМ УҠЫРҒА ТЕЙЕШЛЕ ЙӨҘ БАШҠОРТ КИТАБЫ
+  - 

"Киске Өфө" гәзитенең "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге "Башстатус" төркөмө менән берлектә иғлан иткән "Башҡорт китабы топ-100+" акцияһына ҡушылған уҡыусыларыбыҙҙың тәҡдимдәрен һәр һанда күрһәтә киләбеҙ. Бөтәһе лә уҡырға тейешле китаптар исемлеге яйлап үҫә бара. Әлегә ул бына ниндәй:
1. "Урал батыр" башҡорт халыҡ эпосы
2. М. Аҡмулланың шиғырҙар йыйынтығы
3. Ҡол Ғәли "Йософ ҡиссаһы"
4. Ризаитдин Фәхретдин "Нәсихәттәр"
5. Ғайса Хөсәйенов "Тормош" һәм "Донъя" парсалар китаптары
6. Шәйехзада Бабич, "Ғазазил" поэмаһы, шиғырҙар.
Ниһайәт, йәштәр ҙә акциябыҙға ҡушылды. Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлаусы йәш белгес Надир Искәндәров Зәйнәб Биишеваның "Кәмһетелгәндәр" трилогияһын уҡырға тәҡдим итә.

- Техник һөнәр үҙләштерһәм дә, буш ваҡытымда үҙемде ҡыҙыҡһындырған художестволы әҫәрҙәрҙе уҡырға яратам. Трилогия ижад иткән тәүге ҡатын-ҡыҙ яҙыусы булараҡ та, бала сағы күрше ауылда үткән яҡташым - Зәйнәб Биишеваның ижады мине күптән ҡыҙыҡһындыра ине. Уның "Кәмһетелгәндәр", "Оло Эйек буйында", "Емеш" романдарын уҡып сыҡтым. Был әҫәрҙәрҙә һүрәтләнгән хәл-ваҡиғалар, халыҡтың көнкүреше ғәжәпләнерлек итеп тасуирланған. Аслыҡ-яланғаслыҡта, ауыр тормош көткән кешеләрҙең яҙмыш һынауҙарын үтеп, кешелек сифаттарын юғалтмауы һоҡландырҙы. Төп геройҙарҙың яҙмышы төрлөсә, ләкин береһе лә ҡыйынлыҡтарға бирешеп, зарланып ултырмай. Бөгөн беҙ ниндәй етеш тормошта йәшәп тә, тамағыбыҙ туҡ, өҫтөбөҙ бөтөн булһа ла донъя менән ҡәнәғәт түгелбеҙ. Шуға күрә, "Айфон"ым юҡ", "диңгеҙ буйында ял итергә быйыл барманыҡ" тип, йәки башҡа төрлө сәбәп табып зарланған йәштәр "Кәмһетелгәндәр" трилогияһын мотлаҡ уҡырға һәм фәһем алырға тейеш. Бынан тыш, Зәйнәб Биишеваның әҫәрҙәрендә башҡорт теленең байлығы сағыла. Ошоноң менән дә был романдар туған телде онотоп барған, урыҫса һәм башҡортса һүҙҙәрҙе ҡушып һөйләшкән замандаштар өсөн әһәмиәтле. Башҡорт әҙәбиәтенең алтын фондына ингән "Кәмһетелгәндәр" трилогияһы мотлаҡ "Башҡорт китабы топ-100+" исемлегендә булырға тейеш.
Хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ! "Башҡорт китабы топ-100+" акцияһына һеҙ ҙә ҡушылығыҙ, үҙегеҙ уҡыған башҡорт китаптары/әҫәрҙәре араһынан иң-иңдәрен һайлап, шулар тураһында редакциябыҙға төбәп хаттар яҙығыҙ. Йәки "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге "Киске Өфө" гәзите" төркөмөндә махсус булдырылған "Башҡорт китабы топ-100+" акцияһы" тип аталған фекер алышыу битендә "#башкитап" хештегы ҡуйып үҙ фекерегеҙҙе белдерегеҙ!

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.07.16 | Ҡаралған: 1253

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru