Хәтерегеҙҙәлер, 22 апрелдә Өфө-Арена күп функциялы спорт-концерт комплексында ҡатнаш алыш төрҙәре буйынса "45-се Глобаль төнгө алыштар" ("Fight Nights global") тип исемләнгән сағыу тамашала "Башҡорт" тип ололанған, хәрби самбо буйынса ике тапҡыр донъя чемпионы исеме алған Венер Ғәлиевтың бокс, таэквандо, әрме ҡул һуғышы буйынса спорт мастеры Акоп Степанянды рингта еңеүе тураһында хәбәр иткәйнек. Алышты алып барыусы Александр Загорский менән шул кистә осраштыҡ һәм киң билдәле оратор менән танышып, унан Өфө, баш ҡала халҡы тураһында ла бер-ике ауыҙ һүҙ әйтеүен һораныҡ. Шулай итеп, Рәсәйҙең иң беренсе ринг-анонсеры, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Александр ЗАГОРСКИЙға һүҙ:
- Өфөгә нисәнсе ҡабат киләмдер - аныҡ ҡына әйтә лә алмайым. Башҡортостандың гүзәл баш ҡалаһында Өфө-Аренала, "Өфө уттары"нда, Спорт һарайында уҙғарылған бихисап спорт сараларында ринг-анонсер сифатында ҡатнашырға, йәғни ул сараларҙы алып барырға тура килде. Бында ныҡ ҡунаҡсыл, көләс халыҡ йәшәгәнлеген беләм, шуға ҡалағыҙға оло ашҡыныу менән киләм. Ғөмүмән, мин аҙнаһына ике тапҡыр ҡайҙалыр осам. Элекке йыл 75 турнир үткәрһәм, былтыр - ете тиҫтә алышты алып барыусы булдым. Әле бына "Fight Night Global" компанияһы саҡырыуын ҡабул итеп, һеҙҙең батырығыҙ Венер "Башҡорт" Ғәлиев менән Акоп "Снайпер" Степанян алышын алып барасаҡмын.
Өфө тамашасыһына, Башҡортостандағы спорт һөйөүселәргә, һеҙҙең гәзит уҡыусыларға әйтер һүҙем дә бар. Иғтибар иткән булһағыҙ, беҙ, нәфис һүҙ оҫталары, үҙебеҙҙе һәр ваҡыт яҡшы кәйефтә тотабыҙ. Радио, телевидение алып барыусыларымы, вокалсымы, йәиһә бүтән жанр артисы булһынмы - һәр артист иң тәүҙә күңелен күтәренке тоторға тырыша. Беҙҙең хеҙмәттә төрлө хәлдәр булғылай: ҡайһы берҙә 6-7-шәр сәғәт бер туҡтауһыҙ һөйләргә тура килә. Мин ғүмерем буйы вокал менән шөғөлләнгәс, тауышым һис ҡасан да ҡарлыҡмай, бөтмәй. Үҙем ни тиклем генә арыған булһам да тауышым кешеләрҙе дәртләндерерлек булып яңғырай. Был шулай булырға тейеш тә, ни өсөн тигәндә, ринг уртаһына сығып баҫҡан батырҙарға ышаныс, көйәрмәндәргә - дәрт өҫтәргә лә кәрәк. Минең ошондай энергиялы булыуымдың сере ябай ғына: мин бер кемгә лә кенә һаҡламайым, үсләшмәйем, бер кемгә лә үпкәләмәйем. Был һыҙатым һуғыш ауырлыҡтарын, Ленинград ҡамауын үҙ елкәһендә татыған атайымдан. Ғөмүмән, ата-әсәйем миңә бик дөрөҫ тәрбиә биргән. Тормошҡа ыңғай ҡарарға кәрәк. Көнләшеү, үсләшеү һаулыҡты бөтөрә. Үсле, көнсөл кешеләр, ҡағиҙә булараҡ, оҙаҡ йәшәмәй. Дуҫтарығыҙға шатлыҡ өләшегеҙ, Өфө халҡы, Өфө ҡалаһы һымаҡ!
Илгизәр БУЛАТОВ әңгәмәләште.
КИРЕ СЫҒЫРҒА