Өфө ҡалаһы командаһы 50-се Халыҡ-ара балалар уйындарында ҡатнашты. Был юлы ярышҡа донъяның 32 иленән 83 ҡаланан командалар йыйылды. Бөтәһе 1800 спортсы һәм тренер ҡатнашты. Өфө командаһының сығыштары һөҙөмтәһе менән ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Искәндәр Сираев сираттағы ултырышта таныштырҙы.
Халыҡ-ара Олимпия Комитеты ярҙамында йәй һәм ҡыш үткәрелгән Халыҡ-ара балалар уйындары Олимпия программаһына ингән спорт төрҙәре буйынса төҙөлә. Уйындарҙың төп үҙенсәлеге шунда - ярыштарға илдәрҙең түгел, ҡалаларҙың командалары саҡырыла. Ҡатнашыусыларҙың йәше буйынса ҡәтғи сиктәр ҡуйылған, уларға 12-15 йәш булырға тейеш.
Быйылғы юбилей уйындары спорттың 9 төрө - футбол, еңел атлетика, йөҙөү, волейбол, гандбол, теннис, өҫтәл теннисы, баскетбол һәм тхэквондо буйынса үтте. Өфөнө 3 төрҙә 23 спортсы күрһәтте: волейболда - 7-се спорт мәктәбе, гандболда - 13-сө "Алиса" спорт мәктәбе, тхэквондола "Өфөлө" спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре сығыш яһаны. Бәйгенең регламенты буйынса, делегация составында спортсылар 23-тән артмаҫҡа тейеш, шуға ла һәр ҡала ҡайһы спорт төрөндә сығыш яһаясағын үҙе хәл итә.
Ярыштарҙың беренсе көнөндә тхэквондо төрөндә көс һынашыусылар бронза миҙал яулай. Кирилл Хәмиҙуллин 45 кг-ға тиклем ауырлыҡта өсөнсө урынға сыға. Ярымфиналда ул буласаҡ чемпиондан бер мәрәй айырмаһы менән генә еңелә. Ҡыҙҙар араһында Карина Ушакова өсөнсө урын ала. Икенсе көндө Анна Евдокимова тхэквондо буйынса көмөш миҙалға лайыҡ була. Гандбол буйынса "Алиса" спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре бронза миҙал ала. Аҙаҡҡы көндә волейбол буйынса үҫмерҙәр командаһы алтын миҙалға лайыҡ була. Шулай итеп, Башҡортостандың баш ҡалаһы командаһы 5 миҙал - 1 алтын, 1 көмөш һәм 3 бронза алып ҡайта.
2019 йылда 53-сө йәйге Халыҡ-ара Балалар Уйындарын үткәреүгә дәғүә итеүсе булараҡ, Өфө ҡалаһы презентация ла үткәрҙе һәм Уйындарҙың Комитеты был хоҡуҡты Өфөгә тапшырҙы. Киләһе йылда йәйге Уйындар Литваның Каунас ҡалаһында буласаҡ.
- 50-се юбилей уйындары бик юғары кимәлдә үтте. Спортсылар ҙа, тренерҙар ҙа ҙур тәжрибә тупланы, был иһә артабан да камиллашыуға этәргес бирәсәк. Еңеүселәр һәм призерҙарға ҡарап, тиҫтерҙәре уларға оҡшарға тырышасаҡ, - тине Искәндәр Сираев. - Өфө спортсылары башҡа илдәрҙән дуҫтар тапты, үҙҙәрен ҡаланың спорт традицияларын лайыҡлы дауам итеүселәр итеп күрһәттеләр.
17-18 июлдә Өфөнөң рәсми делегацияһы баш ҡаланың туғандаш ҡалаһы Цицикарҙа хоккей үҫеше кимәлен ҡараны. Был мәлдә Рәсәй командаһы ҡатнашлығында халыҡ-ара балалар турниры бара ине. Осрашыу барышында Өфө тренерҙарының тәжрибәһен ҡытай коллегалары менән уртаҡлашыу тураһында килешелде.
"Биш йыл элек беҙ йәш өфөләр бөтөн балалар уйындарында ҡатнашһын, тигән ҡарар ҡабул иткәйнек. Хәҙер беҙҙең балалар бөтөн илдәрҙәге тиҫтерҙәре менән аралаша, Өфө ҡалаһының исеме донъя спорт аренаһында ла яңғырай, - тип билдәләне Ирек Ялалов та. - Башҡортостан Республикаһы Башлығы ярҙамында беҙ 2019 йылда Халыҡ-ара балалар Уйындарын үҙебеҙҙә үткәреү хоҡуғын алдыҡ, тимәк, әлегә Өфө был Уйындарҙың картаһында ҡышҡы ла, йәйге лә уйындар үткән берҙән-бер ҡала булып торасаҡ".
Ирек Ишмөхәмәт улының әйтеүенсә, Өфөнөң спорт инфраструктураһы бындай сара үткәреү талаптарына тап килә. 2019 йылға тиклем бер генә объект - Затон микрорайонында спорт үҙәген төҙөп бөтөрөү кәрәк.
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|