«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КҮБӘЛӘК ЫРЫУЫ БАШҠОРТТАРЫ РӘХМӘТЛЕ ЕРҘӘ ҠОР ЙЫЙҘЫ
+  - 

Элек-электән ата-бабаларыбыҙ ҡор йыйып, әйтер һүҙен әйтеп, тынғылыҡ бирмәгән уйҙарын уртаға һалып һөйләшеп, ҡыуаныстарын уртаҡлашып, аралашып йәшәгән. "Ил төкөрһә - күл була, тырым-тырағайлыҡтан бар нәмә лә көл була" икәнен яҡшы аңлаған улар. Борондан килгән йолаға таянып, изге Рамаҙан айының аҙағында күбәләк ырыуы вәкилдәре ҡорға йыйылды. Киләһе йыл үткәреләсәк Оло йыйынға әҙерлек кеүек тә булды был.

Күбәләк ырыуы башҡорттарының йыйыны Рәхмәт ауылының яҙма сығанаҡтарҙа теркәлеүенә 260 йыл тулыу менән тап килде. Архив мәғлүмәттәре буйынса, ауылға Рәхмәтулла Ҡыҙраев нигеҙ һалған, 18-се быуат аҙағында бында 12 йортта 104 кеше, 1920 йылда 75 йортта 368 кеше йәшәгән. 2016 йылғы мәғлүмәттәр буйынса ауылда 116 йорт, кешеләр һаны - 360. Күренеүенсә, тормош яҡшырыу менән халыҡ һаны артып китмәгән. Был мәсьәлә күбәләк ырыуының күренекле шәхестәренең кәңәшмә-ултырышында ла тикшерелде. Киләсәктә йәштәрҙе ауыл ерендә ҡалдырыу, ишле ғаиләләр моделен пропагандалау буйынса тәҡдимдәр индерелде. Борон барымта-ҡарымталар ваҡытында ҡаҙаҡтар иң оло табышҡа һанап, башҡорттоң килер көндәргә өмөтөн - йәш егет һәм ҡыҙҙарын урлауы осраҡлы түгел. Был рәүешле улар тәрән тамырлы, көслө рухлы, ғорур, яугир халыҡ менән ҡан яңыртҡан. Бөгөн беҙ үҙ теләгебеҙ менән ҡыҙҙарыбыҙҙы башҡа милләт вәкилдәренә кейәүгә бирәбеҙ, улдарыбыҙ ситтән килен алып ҡайта. Киләсәк өсөн борсолған зыялыларыбыҙ ошо турала ла һүҙ ҡуҙғатты. Ғаиләлә баланың рухын тәр-биәләү, милли үҙаңын үҫтереү хаҡында ла урынлы кәңәштәр яңғыраны.
Күбәләк ырыуы башҡорттары ҡорона алыҫ араларҙы яҡынайтып, Башҡортостандың төрлө ҡала-ауылдарынан, Силәбе өлкәһенән дә килгәйне ырыуҙаштар. Рәхмәт ауыл Советы депутаты Исрафил Йәнсәйетов сараға йыйылыусыларҙы килгән ҡунаҡтар менән таныштырып, йыйындың әһәмиәте тураһында һөйләне. Ә ауылдашыбыҙ, филология фәндәре докторы, профессор Фирҙәүес Хисаметдинова тыуған еренең тарихы, күренекле ырыуҙаштарҙың яҙмышы хаҡында телгә алып үтте: - Ҡурҡыу белмәҫ, сая ата-бабаларыбыҙ кешенекенә теймәгән, үҙенекен бирмәгән. Батша хөкүмәте ваҡытында еребеҙҙе кантондарға бүлгәс, Верхнеуральск ҡалаһын төҙөргә тотоналар. Күбәләк һәм тиләү ырыуы кешеләре үҙ ерҙәрен сит кешеләргә бирмәҫ өсөн ҡәлғәғә 11 тапҡыр үрт һала, тик тулыһынса таштан эшләй башлағас ҡына туҡтайҙар. Ерен, илен һаҡлау өсөн йәнен фиҙа ҡылырға әҙер торған ата-бабаларыбыҙ булған өсөн генә беҙ бөгөн ошо ерҙә баҫып торабыҙ, был хаҡта онотмайыҡ... Ырыуҙаштарҙың танышыу, ҡотлау һүҙҙәре тамамланғас, ҡунаҡтар Рәхмәт ауылында донъя көт-кән дүрт ара - Рәхмәтовтар, Ғәлекәйҙәр (Торналар), Ләлимдәр һәм Ҡонайҙар - ултыртҡан дүрт тирмәне ҡарап үтте. Ауылдаштар тирмәнең һәр береһен үҙенсәлекле, зауыҡ менән биҙәп, күбәләктәрҙең ғөрөф-ғәҙәттәре ҡушҡанса йыр-бейеү, иманлы һүҙҙәр менән ҡаршылап, һәр араның тарихы, бөгөнгөһө менән таныштырып, ашъяулыҡ тулы милли ризыҡ менән һыйланы. Артабан сәхнә-лә дауам иткән концерт, башҡорт халҡының милли уйындары, ярыштар барған майҙанды ҡалдырып, махсус саҡырылған утыҙ ике кеше мәктәп бинаһына йүнәлде. Улар тыуған төбәге, ырыуҙаштары яҙмышына ҡағылышлы мөһим мәсьәләләр буйынса етди әңгәмәләшеп, күбәләк ырыуы башҡорттары йыйынының резолюцияһын ҡабул итте. Был төбәктә эшҡыуарлыҡты үҫтереү, ун һигеҙ ауылды тоташтырған юл һалыу, эшһеҙлек һәм эскелектән ҡотолоу кеүек көнүҙәк проблемалар тикшерелде. Шулай уҡ киләһе йыл күбәләк ырыуының Оло йыйынын үткәреү өсөн ойоштороу комитеты ағзалары һайланды, мөмкинлектәр табып, "Күбәләк ырыуы шәхестәре" исемле китап сығарырға ҡарар ҡабул ителде. Әйткәндәй, быйылғы күбәләк ырыуы башҡорттарының йыйынын үткәреүҙең бар мәшәҡәтен, сығымдарын ауыл халҡы, мәктәп коллективы күтәрҙе. Шулай уҡ ойоштороусылар сараның бағыусылары Р.Ғ. Ҡыуатов, Р.Б. Ғәйфуллин, Ә. Фазлетдинов, Ф.Ф. Йәнғәлиев, Исмәғил һәм Исрафил Йәнсәйетовтар, Б.Б. Мансуров, А.Ш. Мөхәмәтдинова, М.Т. Сөнәғәтоваға рәхмәт белдерҙе. Әлбиттә, күбәләк ырыуы башҡорттарының гимн һүҙҙәре авторы Мәүлит Ямалетдинов һәм гимндың көйөн ижад итеүсе Илгиз Йомағужин кеүек билдәле ырыуҙаштарҙың да хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Киләсәктә күбәләк ырыуының эмблемаһы ла эшлә-нер, тип көтөлә - конкурс иғлан ителгән.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Күбәләк ырыуы башҡорттарының йыйыны шау-гөр килеп үтеп тә китте. Бер көнгә генә осрашһаҡ та, йыл буйына әҙерләнеп, ниәт иткән уйҙарыбыҙ тормошҡа ашып, бөтәһе лә ҡәнәғәт ҡалды. Иң мөһиме, ырыуҙаштар, бер ара кешеләре, туғандар бер-береһен күреп, танышып, артабан да берҙәмлектә, ярҙамлашып йәшәргә кәрәк, тигән фекер төйнәп ҡайтты.

Мәүлиә САФИУЛЛИНА,
Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.08.16 | Ҡаралған: 1789

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru