"Киске Өфө" гәзитенең "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге "Башстатус" төркөмө менән берлектә иғлан иткән "Башҡорт китабы топ-100+" акцияһына ҡушылған уҡыусыларыбыҙҙың тәҡдимдәрен һәр һанда күрһәтә киләбеҙ. Бөтәһе лә уҡырға тейешле китаптар исемлеге яйлап үҫә бара. Әлегә ул бына ниндәй:
1. "Урал батыр" башҡорт халыҡ эпосы
2. М. Аҡмулланың шиғырҙар йыйынтығы
3. Ҡол Ғәли "Йософ ҡиссаһы"
4. Ризаитдин Фәхретдин "Нәсихәттәр"
5. Ғайса Хөсәйенов "Тормош" һәм "Донъя" парсалар китаптары
6. Шәйехзада Бабич, "Ғазазил" поэмаһы, шиғырҙар.
7. Зәйнәб Биишева "Кәмһетелгәндәр" трилогияһы
8. Һәҙиә Дәүләтшина "Айбикә" повесы
9. Әхмәтзәки Вәлиди "Хәтирәләр"
10. Һәҙиә Дәүләтшина "Ырғыҙ" романы
Киләһе хат авторы - Рәфҡәт Һибәтуллин, Стәрлетамаҡ ҡалаһы:
- Мин "Башҡорт китабы топ-100+" акцияһы исемлегенә башҡорт әҙәбиәтенең ғорурлығы, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең бөтә әҫәрҙәрен тәҡдим итер инем. Яҙыусылар араһында республикабыҙҙа берҙән-бер Социалистик хеҙмәт Геройы, Ленин, Станиславский, С. Юлаев, М. Шолохов исемендәге премиялар лауреаты, тәҫтәнән артыҡ орден менән наградланған, РСФСР Юғары Советының 4-11 саҡырылыштарында депутат булған һәм башҡа бик күп наградалар менән бүләкләнгән, әҫәрҙәре инглиз, ҡытай, литва һәм башҡа донъялағы бик күп телдәргә тәржемә ителгән яҙыусы һәм шағир бит ул.
Мостай Кәримдең поэзияһы - аҫыл һүҙ гәүһәре. Гәүһәрҙе ҡулда әҙ-мәҙ генә әйләндергеләһәң, ул төрлө-төрлө нурҙар һибеп ялтырай башлаған кеүек, Мостай Кәримдең шиғырҙары ла уҡыған һайын яңы уй-фекер тыуҙыра, фәлсәфәүи мәғәнәһен аса. Уның "Аҡ сәстәрем" тигән шиғырынан ике генә юл килтерәм:
"... Ҡайғы иһә беҙҙән һорап килмәй,
Үкенестәрҙе үҙебеҙ эшләйбеҙ... "
Ошо ике генә шиғри юл кешенең бөтә ғүмерен, бар тормошон эсенә алған. Нәфис һүҙ оҫтаһының бындай шиғырҙары бихисап. Ә бына балаларға ла, ололарға ла аҡыл, рухи аҙыҡ, фәһем бирерлек сәсмә әҫәрҙәре араһынан тәү сиратта "Оҙон-оҙаҡ бала саҡ" повесын уҡып сығырға тәҡдим итәм. Тормош мәктәбе үткән кешенең үҙ юлында осратҡан яҡшы, инсафлы, оло йөрәкле, изге кешеләр тураһында, улар менән бәйле яҡты иҫтәлектәрҙе тасуирлаған әҫәрҙә һәр кемдең күңеленә ятырлыҡ юлдар бар.
Хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ! "Башҡорт китабы топ-100+" акцияһына һеҙ ҙә ҡушылығыҙ, үҙегеҙ уҡыған башҡорт китаптары/әҫәрҙәре араһынан иң-иңдәрен һайлап, шулар тураһында редакциябыҙға төбәп хаттар яҙығыҙ. Йәки "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге "Киске Өфө" гәзите" төркөмөндә махсус булдырылған "Башҡорт китабы топ-100+" акцияһы" тип аталған фекер алышыу битендә "#башкитап" хештегы ҡуйып үҙ фекерегеҙҙе белдерегеҙ!
Иҫкәрмә: аңлағанһығыҙҙыр, был исемлек башында барыбер ҙә әҙәбиәтебеҙ классиктарының, аҡһаҡалдарының әҫәрҙәре урын алырға тейеш. Мәктәптә уҡыған ул әҫәрҙәр барыбер ҙә күңелегеҙҙә һаҡланалыр - шуларҙы барлайыҡ тәүҙә, ә бөгөнгө быуын яҙыусыларының әҫәрҙәре тураһында саҡ ҡына һуңыраҡ, исемлек аҙағына етә башлағас, мотлаҡ һөйләшербеҙ.
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|