«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҒАИЛӘМЕ? УЛ МӨХӘББӘТ СӘСКӘҺЕН ЙӘ ҺУЛЫТА, ЙӘ ЕМЕШ БИРҘЕРӘ
+  - 

Бер ҡыҙҙан хат алдыҡ. Бөгөнгө ҡыҙҙарҙың күпселегенә хас булған һорауҙар ҡуйыла унда. Шуға күрә, кәңәш тә дөйөмләштерелеп бирелә. Әгәр егеттең холоҡ-фиғеленә хас булған сифаттарына ҡушып, уның теге йә был шарттарҙа үҙен нисек тотоуы күрһәтелһә, йә башҡа төрлө шәхсән мәғлүмәттәр булһа, яуап та анығыраҡ булыр ине.

"Үәт, исмаһам, бының менән ғаилә ҡорорға була", тип, башкөллө яратырлыҡ егеттәр һирәк бөгөн, - тип яҙа Көнһылыу исемле ҡыҙ. - Бына мин һәр байрамда, һәр ялда ауылға ҡайтам. Дуҫтарым менән осрашҡан саҡтарҙа нисек кенә күңелле булмаһын, тәбиғәт үҙенекен талап итә: күңел наҙ, иғтибар көҫәй, барыһы ла парлы булғанда, айырыуса ҡыйын. Мин дә таптым шулар араһынан күңел өсөн генә берәүҙе. Ваҡыт бушҡа уҙмаһын, йыуаныс эҙләгән күңел зарығып йөрөмәһен, тип уйланым. Осрашыуҙар артты. Ауыр саҡта ышыҡланып, күңелле мәлдә уйнап-көлөп йөрөй торғас, күнегеп киттем уға. Хәҙер иһә бәләкәс кенә бер тойғо ярала башлағандай. Үҙем һаман "Ярай, үҙемә тиңде осратҡас та, ташлашырбыҙ бының менән", тип йыуанам. Ни өсөнмө? Был һорауға үҙем дә төрлө яҡлап яуап эҙләйем. Тик уға кейәүгә сығыуҙан Хоҙайым һаҡлаһын, тием. Берҙән, үҙем юғары белем алып, кеше булырға тырышып ятҡанда, тормош иптәше итеп белемле кешене һайлағым килә. Йүнле эш табыр өсөн диплом кәрәк. Уҡыған кешегә ҡараш башҡа. Киләсәктә иһә уҡымаған кешегә айырыуса ауыр буласаҡ. Ярай, эш белемле булыуҙа түгел, ти. Профессорҙар араһында ла берәҙәк хәлендә йөрөгәндәр бар. Уҡымаған булыуына ла ризамын. Дипломлы иҫәрҙәр, дипломһыҙ аҡыллылар бар. Йүнсел булһа, хәстәрен табыр. Дипломды һатып алырға ла була, әммә үҙен уҡытып алыу мөмкин түгел: теләге лә юҡ, уҡый ҙа алмаясаҡ - базаһы һай. Уны уҡытыу өсөн балаларҙың өлөшөн бүлеп, уртаҡ килемде һәм энергияны сарыф иткем дә килмәй. Тағы ла шуныһы: уны уҡытыу - тимәк, уны хәстәрләү ул. Баштан уҡ минең хәстәрләүгә өйрәнеп, хәстәрләү бурысын ғүмер буйы мин үтәүгә күнегәсәкбеҙ.
Уның менән еңел-елпе темаларға ғына һөйләшергә мөмкин. Ғаилә, бала тәрбиәләү, бер-береңде сетерекле хәлдәрҙә аңлай белеү кеүек үтә нескә, ләкин ҡатмарлы нәмәләрҙе уртаҡлашып булмай. Дөйөм ҡиммәттәрҙе аңлап бөтмәй. Ярай, уныһы менән дә көрәшербеҙ, ти. Тик уртаҡ аңлашыуҙар таба алмай, үҫеш тә ике кимәлдә барыу сәбәпле, үҙен минән кәм күреп, ирлек дәрәжәһе төшөп ҡуймаҫмы? Минең бит уны көслө терәк, ир, балаларҙың атаһы итеп күргем килә, шуға ысын-ысындан ышанғым килә. Тик ир булып алғас, ҡул күтәрер, эсер, йәберләр, тип ҡурҡам. Шулай булыры һиҙелә. Ҡалалағы дуҫтары менән эскеләп ала. Көнләшә. Үпкә, үс һаҡлай. Мине шәхси әйбере кеүек күрә. Яратҡанға ғына өндәшмәй әлегә, тыйылып тора. Ә тормош гел яратыуҙан ғына тормай. Документҡа мисәт баҫылғас та үҙенекен тылҡыясаҡ. Ыңғай яҡтарын да күрәм: кешеләргә ярҙамсыл, шаян, маҡсатлы, йүнсел, ғәҙеллек ярата, алдашмай, туғандары өсөн өҙөлөп тора, йомарт.
Нисә тапҡыр араларҙы өҙөргә тырыштым. Ял көндәрендә Өфөлә ҡалып, башҡа егеттәр менән танышыр урынға, тағы ҡайтып китәм янына. Яңғыҙлыҡтан ныҡ арыйым да, йәнә үҙем шылтыратам. Ә ул белә минең шул йомшаҡлығымды - шатланып ҡаршы ала. Мөнәсәбәттәрҙе өҙөү-өҙмәү минән тора. Эгоист та түгел үҙем: осҡан ҡоштан да көнләшеп, үҙәгемә үткән саҡтары булһа ла, илатһа ла, кәмһетһә лә ғәфү итәм.
Ваҡыт үткән һайын аҡыл арта, әле теге, әле был етешһеҙлеге күренә. Идеаль кеше булмағанын да беләм. Үҙем дә Алланың ҡашҡа тәкәһе түгел. Уның менән бәхетле була алмаясаҡмын. Тик нимә табам һуң мин унда, ниңә өҙә һуғып ҡына китә алмайым? Нисек көс табырға?

Кәңәште психология фәндәре кандидаты Римма САФИНА бирә: Көнһылыу, һорауҙарыңа иң дөрөҫ яуапты һинең үҙеңдән башҡа бер кем дә таба алмай. Шулай ҙа тел төбөңдө аңларға тырышып, һинең осраҡта ниндәй кәңәш мөһимерәк булыуы тураһында уйланайыҡ.
Беренсенән, теләгеңде асыҡларға кәрәк: һин ни теләйһең? Ғаилә ҡороу өсөн һиңә ниндәй егет кәрәк? Әгәр ҙә егетеңдең насар яҡтарын күрәһең икән, тимәк, һин уны яратмағанһың, йәки һыуынып өлгөргәнһең. Ғашиҡ кеше бит һөйгәнен нисек бар, шул килеш ярата, хатта уның кәмселектәрендә лә ыңғай яҡтар эҙләй. Ҡыйын саҡтарында ул һөйгәненә ярҙамға ашыға, үҙ мәнфәғәттәрен, "мин"ен икенсе урынға ҡуя, сөнки ғашиҡ кеше күп нәмәгә күҙ йомоп ҡарай.
Икенсенән, был көнгә тиклем арағыҙ өҙөлмәгән һәм һин уның менән осрашыу эҙләйһең икән, тимәк, ул һиңә ҡайһылыр бер сифаттары менән ҡәҙерле. Шуға күрә киләсәк тураһында ла уны ҡушып уйларға батырсылыҡ итәһең. Әммә һин маҡсатыңа бик тиҙ ирешергә теләйһең, бөтәһе лә һин теләгәнсә генә бер көндә булмай бит. Үҙ бәхетен һәр кем үҙе сүкей. Ҡайҙан көс алырға, тиһең. Көс бит һинең үҙеңдә. Ә инде матурлыҡҡа, яҡшылыҡҡа ынтылыу - тәбиғи күренеш. Ваҡыт үтә килә, әлбиттә, егетеңә ҡарата фекерең дә үҙгәрә, улар, бер килеш ҡалмай, яңы кимәлгә күсә. Бындай һынауҙарҙы икегеҙ ҙә үтәһегеҙ.
Статистикаға килгәндә инде, һалҡын аҡылға, иҫәп-хисапҡа ҡоролған ғаиләләр ҡайнар мөхәббәт нигеҙендә ҡоролғандарға ҡарағанда, күпкә тотороҡло.
Ығы-зығынан, башҡалар фекеренән арынып, тик үҙеңсә генә уйлан әле. Әгәр ҙә маҡсат йәшәр өсөн этәргес көс бирә икән, ул ни тиклем ваҡ булһа, кеше тормош ығы-зығыһында шул тиклем ваҡлыҡтарға күмелә. Шағир әйтмешләй, "Кеше тауға түгел, түңгәккә абына". Һин бит әле бер тапҡыр ҙа кейәүҙә булмағанһың, ә тәжрибә туплап, башҡаларҙы сағыштырып, һығымталар яһап маташаһың. Хатта шундай уй тыуып ҡуя: һин кейәүгә сығырға уйламайһың (бәлки, ҡурҡаһыңдыр), ә һине көсләп бирергә йыйыналар. Яңғыҙлыҡтан яңғыҙлыҡҡа ҡасып булмай. "Йәш күңел нимә өмөт иткәнен үҙе генә белә", тиһең. Әлбиттә, белә. Бына минеке минеңсә белә, һинеке - һинеңсә. Тик киреһенсә түгел. Күрәһең, әле һин күңел тауышын ишеткәнең юҡ. Уны ишетһәң, аҡыл-сафсата һатырға хәлең ҡалмаҫ ине. Иң алда күҙең томаланып, йөрәгең урынынан сығып, аҡылдан яҙыр инең. Бәлки, был тойғо һиндә булғандыр ҙа? Мөхәббәт килгәндә кеше ғаилә ҡороу тураһында онота хатта. Ғаилә тигән бәләкәй генә йәмғиәт шул мөхәббәт сәскәһен йә һулыта, йә ул емеш бирә.

Исмәғзәм ИСМӘҒИЛЕВ яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 19.09.16 | Ҡаралған: 1183

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru