«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35  |  36  |  37

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

11 сентябрь - Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли кейеменә арналған көн. Был байрам хәҙер матур йолаға әүерелеп бара. Ә һеҙ үҙегеҙҙең ырыу-тамғағыҙҙы һәм милли кейемегеҙҙе беләһегеҙме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

БАТЫРҘАРЫБЫҘҒА – ҺӘЙКӘЛ
+  - 

Һорау: "Үҙегеҙҙең районығыҙҙа, ауылығыҙҙа, ҡалағыҙҙа, Башҡортостандың баш ҡалаһында оло юбилейға арнап, ниндәй объекттар төҙөлөүе, реконструкцияланыуы мөһим, тип иҫәпләйһегеҙ?"

Фәнирә ҒАЙСИНА, РФА-ның Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми хеҙмәткәре: Башҡортостандың 100 йыллығына арнап 100 объект төҙөү йәки реконструкциялау акцияһында, минеңсә, тәү сиратта, Салауат Юлаев проспектындағы "Әр-Рәхим" мәсетен төҙөп бөтөрөү зарур. Сөнки барлыҡ мосолман илдәре үҙҙәренең мөһабәт һәм күҙ яуын алып торған мәсеттәре менән хайран итә, ә беҙҙә шулай "аһ" итерлек мәсет комплексы һаман да юҡ. Ләкин бының менән генә сикләнергә ярамай, ни тиһәң дә, Өфөлә мәсеттәр юҡ кимәлендә. Халҡы миллиондан ашҡан ҡала өсөн 7-8 генә мәсет бик аҙ. Бөгөн халыҡ динде танып, Аллаһы Тәғәләнән һыйыныу һәм яҡлау эҙләгәндә, барлыҡ мосолмандарҙың ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү зарур, тип уйлайым. Бының өсөн улар ҡаланың бер осонан икенсеһенә түгел, ә яҡын-тирәләге мәсеткә йөрөргә тейеш.
Икенсенән, оптималләштереү һылтауы менән республика буйынса күпме мәктәп, медпункт, поликлиникалар ябылды. Уларҙы нисек тә ҡабаттан асыу ысулдарын табырға кәрәк, минеңсә. Мосолмандар өсөн хәләл ашханалары булған айырым поликлиникалар, мәктәптәр, балалар баҡсалары төҙөлһә лә насар булмаҫ ине.
"100 йыллыҡҡа - 100 объект" акцияһы аныҡ ҡулланылыштағы объекттарҙы ғына күҙаллаймы икән, әллә уға рухиәт талабындағы объекттар ҙа инәме? Әгәр шулай булһа, мин йылдар дауамында башҡорт халҡының билдәле шәхестәренә, батырҙарына һәйкәл, бюстар ҡуйыу тураһында күтәрелгән тәҡдимдәрҙе тап бөгөн тормошҡа ашырыу ваҡыты етте, тип уйлайым. Сөнки республиканың оло юбилейында тап башҡорт батырҙары данланырға тейеш, минеңсә.

Шәрифә САЛАУАТОВА яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 19.09.16 | Ҡаралған: 1394

Киске Өфө
 
Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1 сентябрҙән 1230 һум 42 тингә яҙыла башларға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru