«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ХӘҮЕФҺЕҘЛЕГЕҢ ХАҠЫНДА ИҢ БАШТА ҮҘЕҢ ҠАЙҒЫРТ!
+  - 

Сирек быуат тирәһе хәрби табип булып хеҙмәт иткән дәүерҙәге күргән хәлдәрҙе һөйләй башлаһаң, кемдер әйтмешләй, "конца-крайы" юҡ. Ғүмерҙәре әле генә башланған йәш егеттәребеҙҙең һаҡһыҙлығы, йәиһә тыңлауһыҙлығы арҡаһында төрлө бәләләргә юлығыу осраҡтары хаҡында һәм уларҙы киҫәтеү ниәте менән ошо мәҡәләне яҙырға булдым. Әрме хеҙмәтендәге һәр күңелһеҙ ваҡиғанан һуң командирҙы язаға тарттыралар, әлбиттә, ләкин бынан һалдатҡа ла, уның ата-әсәләренә лә бер ниндәй файҙа юҡлығы барыбыҙ өсөн дә асыҡ. Ә бына егеттәребеҙ үҙ ғүмерҙәренә һаҡсыл ҡараһа, бәлки, бына шундай ҡайғылы осраҡтар һирәгерәк тә булыр ине, тигән өмөт менән бер нисә миҫал ярҙамында әрме тормошоноң ошо яғын асып бирмәксемен.

Өйҙә һине атай-әсәйең көтә...

…Төнгө сәғәт икеләр тирәһендә хәрби госпиталдең дежур хирург бүлмәһендә сираттағы шылтыраған телефон трубкаһын алдым.
- Доктор, фәлән казармала һалдатты ток һуҡҡан, - тине тулҡынланыуынан тотлоға биреп часть буйынса дежурҙағы майор. - Ашығыс рәүештә "скорый" ебәрегеҙ!..
Дежурҙағы фелдьшер прапорщик Карауловты ашығыс ярҙам машинаһы менән шунда уҡ әйтелгән казармаға ебәрҙем. Күпмелер ваҡыттан һалдатты госпиталгә алып та килделәр.
- Ҡотҡара алманыҡ, иптәш подполковник, - тип доклад яһаны фельдшер, күрәһең, шул уҡ секундта йән биргән булған...
Оҙаҡламай ҡабул итеү бүлмәһенә, ғәҙәттәгесә, часть командиры, замполит һәм башҡалар йыйылды. Сөнки һалдат ғүмере өсөн иң беренсе нәүбәттә улар яуаплы...
Ә эш былай булған. Төн уртаһында тәмәке тартҡыһы килеп уянған кесе сержант Р. "тумбочка"ла торған һалдатҡа (рота буйынса дневальный булып тороу һалдат лексиконында шулай тип атала) үҙенең "текә"леген күрһәтергә уйлапмы, өҙөлгән үтек шнурын розеткаға тығып, проводтың ике осон тоташтырыу ысулы менән электр осҡоно (короткое замыкание) яһап, тәмәке ҡабыҙмаҡ була. Бәлки, элегерәк тә шулай итеп йөрөгән булғандыр ул, әммә был юлы... Ҡыҫҡаһы, дембелгә ҡайтырға бер нисә ай ғына ҡалған һалдаттың ғүмере шулай аңһыҙ рәүештә өҙөлдө. Ата-әсәләре улдарын килеп алып ҡайттылар. Ә уның һәр кимәлдәге командирҙары, замполит, әлбиттә, үҙ язаһын алды. "За слабую политико-воспитательную работу среди личного состава..." тип, кемеһенеңдер дәрәжәһен тө-шөрөп, икенселәренә ҡәтғи шелтә бирелде.
…"Ҡарағыҙ, егеттәр, минең "водовозка" нисек тормоз тотҡанын. Смертельный тормоз!.." Мискәһендә яртылаш һыуы булған ауыр "ЗИЛ" ҙур тиҙлектә таш ҡойма буйындағы эскәмйәлә тәмәке тартып ултырған өс "дембел"гә яҡынлаша. Иптәштәренә етергә бер-нисә метр ҡалғас, водитель кинәт тормозға баҫа. Машинаның тормозы, ысынлап та, "смертельный", йәғни тәгәрмәстәр шундуҡ һыҙҙыра башлай. Әммә... Водовозкалағы бер нисә тонна һыу, сайпылып, машинаны кинәт алға этәрә... Бампер өс егетте лә шытырҙатып таш стенаға ҡуша ҡыҫа. Һалдаттарҙың икәүһе шунда уҡ йән бирә. Ә береһен госпиталгә алып килеп еткерәләр. "Был хәлгә тарығанымды белһә, әсәйем аҡылдан шашыр инде..." тигән уның һуңғы һүҙҙәре һаман да ҡолағымда сыңлай. Эйе, ысынлап та тап шул һүҙҙәрен генә әйтеп өлгөрҙө һалдат наркоз алдынан. Ҡатмарлы операция барышында егетте ҡотҡарып алып ҡалыу мөмкин түгеллеге асыҡланды. Арҡа мейеһе, талағы, бауыры бөтөнләйгә иҙелгән, эсәктәре бер нисә урындан өҙөлгән, бик күп ҡан юғалтҡан, ғөмүмән, хирургия теле менән әйткәндә, "травма несовместимая с жизнью". Һалдат башҡаса уянманы... "Тәрбиә эшен насар алып барған" командирҙар, әлбиттә, язаһын алды. Әммә миндә һәм башҡа күптәрҙә, ошо фажиғә өсөн ғәйепте егеттәрҙең үҙҙәрендә генә эҙләү кәрәктер, тигән уй ҡалды...
…Стратегик ракета частарында АСО (Автоматизированная система охраны) тип аталған нәмә бар. Ябай ғына итеп әйткәндә, ракетаның тирә-яғы юғары вольтлы тимер сым селтәре менән әйләндереп алынған. Йыш ҡына унда мышы, төлкө, йәиһә ниндәйҙер берәҙәк эттәр эләгеп үлгеләй ине. Был хаҡта һәр бер һалдат яҡшы белә. Ниҙер килеп эләгеү менән, электр тогы автоматик рәүештә һүнеп тора һәм, эләккән нәмәне алып ташлағандан һуң, ҡабаттан ток ебәрәләр. Бына шуны файҙаланып, рядовой Сидоров, дембелгә алып ҡайтырға әҙерләгән әйберҙәрен тимер сым артына "ышаныслы урынға" йәшерә. Токлы сым өҫтөнә ниндәйҙер берәй бүрәнә-маҙар ташлау юлы менән, токты һүндертеп, шул арала әйберҙәрен йәшереп өлгөрөп йөрөгән "тапҡыр" һалдат, өйөнә ҡайтып китер алдынан сетка (токлы сымдарҙан яһалған ҡоролма тап ана шулай тип атала) артынан "дембельсий чемодан"ын алырға була. Әммә... Был юлы ниндәйҙер сәбәп менән автоматика эшләүҙән "баш тарта"... Ысынында күмергә әйләнгән улдарын ата-әсәһе илай-илай тыуған яғына алып ҡайтып китте. Автоматика ғәйеплеме был хәлгә, командирмы, әллә һалдат үҙеме икәнен уҡыусының хөкөмөнә ҡалдырам. Ә әрмеләге йола буйынса барыбер командир ғәйепле булып сыға...
…Әлеге лә баяғы "дембель"гә йыйыныу мәле. Оборона министрының яҙғы саҡырылыш һалдаттарын ҡайтарыу тураһындағы сираттағы бойороғо март аҙаҡтарында сыға. Ике егет шул шатлыҡлы датаны автопаркта ҡаршылай. Илебеҙҙең "изге" йолаһына ярашлы, бындай көндө билдәләп тә алмаҡсы булалар. Антифриз менән... (Антифриз - автомобилдең двигателен һыуытырға тәғәйенләнгән, спирт еҫе сығып торған шыйыҡса. Ифрат та ныҡ ағыулы. Кеше өсөн үлемесле доза - 30-50 грамм). Был шыйыҡсаның үлемесле икәнен һәр бер һалдат белә. Уларға хәрби табиптар, командирҙар һәр саҡ был хаҡта занятиелар үткәреп тора. Тик кемдер быға әллә ышанмай, әллә ни... Инде бөйөрҙәре бөтөнләй эшләүҙән туҡталған был ике егетте Екатеринбургтағы округ госпиталенә алып килеп еткерәләр. Әммә, интенсив терапия ла, хатта ваҡытлыса уларға тоташтырылған "яһалма бөйөр" ҙә ярҙам итмәй…
…Полк котельныйында 200 литрлыҡ мискә төбөндә бер аҙ ғына дизель яғыулығы (солярка) тора. Рядовой Мулин, Солодов, Якунин бәхәсләшә-бәхәсләшә шул мискә тирәһендә тәмәке көйрәтә. "Ошо мискәгә шырпы яндырып ташлаһам да ут тоҡанмаясаҡ, сөнки был бензин түгел, ә - солярка", - ти егеттәрҙең береһе. Икенсеһе уның менән риза булмай. Ә өсөнсөһө ике иптәшенең бәхәсенә шаһитлыҡ ҡылырға булып, дөрөҫлөктө иҫбатларға ҡарар итәләр... Янған шырпы мискә төбөнә хатта төшөп тә етмәй, сөнки мискәлә йыйылып торған солярка быуы ялҡынланып, ғәйәт көслө шартлау барлыҡҡа килә. Һөҙөмтәлә егеттәр ауыр яныу йәрәхәте ала. Уларҙың икәүһе госпиталгә алып килеп тә еткермәҫ элек һәләк була. Ә берәүһе бер нисә ай дауаланғандан һуң, тәнендәге һәм битендәге яра йөйҙәре менән өйөнә ҡайтарыла. Был да командирҙың етешһеҙ тәрбиәһе арҡаһында инде. Һәр хәлдә, дивизия командованиеһы шулай тип ҡарар ҡылды.

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ,
яҙыусы, отставкалағы подполковник.
(Дауамы бар).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.10.16 | Ҡаралған: 1192

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru