«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
УЛ ШАНЛЫ ЛА, ДАНЛЫ ЛА ЙЫЛДАР...
+  - 

ҺОРАУ: Суверенитет яулау йылдары республикабыҙ, халҡыбыҙ тарихында ниндәйерәк һабаҡтары менән урын алды?

Рәшит ШӘКҮР, яҙыусы, филология фәндәре докторы: 1990 йылдың 11 октябрендә республикабыҙҙың Юғары Советы Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул итеп, Башҡортостан тарихының өр-яңы битен асып ебәрҙе. Был көндән һуң уҙған йылдар, дөйөм алғанда, үҫеш, яңырыу һәм бик ҙур үҙгәрештәр дәүере булды. Әммә шул уҡ ваҡытта тотош ил иңенә төшкән, донъяла тиңе булмаған реформалар дәүере аша үтеү беҙҙең республикабыҙ һәм халҡыбыҙ өсөн дә ҙур һынауға әйләнде. Был һынау хәҙер ҙә дауам итә. Йәғни, реформаларҙың ыңғай яҡтары менән бергә, йәнде әсетерҙәй кире яҡтары ла бихисап. Шуның өсөн дә, әгәр ҙә бөгөн суверенитет яулағандан һуңғы йылдарҙағы уңыштарҙы барлау менән бергә, булмышыбыҙҙың теге йәки был өлкәһенә ҡарата тәнҡитле ҡараштар әйтелә икән, был бик тә тәбиғи. Үткәндәрҙе нәҡ шул планда объектив һәм ғәҙел анализлауҙы артабан да дауам итергә кәрәк.
Һүҙ ҙә юҡ, ошо йылдар эсендә халҡыбыҙ һәм республикабыҙ яңы һәм уғата ҡатмарлы шарттарҙа йәшәргә, алға барырға, әленән-әле килеп тыуған проблемаларҙы тыныс һәм айыҡ аҡыл менән хәл итергә өйрәнде. Бына быныһы, минеңсә, иң мөһиме. Беҙ, башҡорттар, нәҡ ошо йылдар эсендә үҙ-үҙен, үҙенең эске берҙәмлеген, үҙенең телен, рухын, мәҙәниәтен яҡлай һәм һаҡлай алырлыҡ милләт булараҡ барыбер өр-яңы юғарылыҡҡа күтәрелә алдыҡ. Беҙ яҙмышыбыҙҙы республикабыҙҙа йәшәүсе бүтән милләт вәкилдәре менән аралашып, аңлашып, республика, Рәсәй закондарын, милләттәрҙең хоҡуҡтарын яҡлаусы халыҡ-ара документтарға таянып хәл итеүгә ынтылдыҡ һәм эшебеҙҙе шул йүнәлештә дауам итәбеҙ. Үткәндәрҙән һабаҡ алып, хаталарҙы һәм етешһеҙлектәрҙе төҙәтеп, өмөт һәм ышаныс менән алға табан барырға насип булһын, туғандар!

Марат ҠОЛШӘРИПОВ, тарих фәндәре докторы профессор, йәмәғәт эшмәкәре: 1990 йылдың 11 октябрендә Дәүләт суверенитеты тураһындағы декларация ҡабул итеү башҡорт халҡының ғына түгел, ә бөтә Башҡортостандың күп милләтле халҡының тырышлығы, үҙаллылыҡҡа булған ныҡлы ынтылышы менән туранан-тура бәйле. Декларация ҡабул иткәндән һуң сәйәси һәм иҡтисади үҙаллылыҡ халыҡтың йәшәү кимәлен күтәреүгә, төрлө социаль мәсьәләләрҙе ыңғай хәл итеүгә киң юл асты. Иҡтисади үҙаллылыҡ республиканың социаль-иҡтисади үҫешенең стратегик юлдарын аныҡлауға, Башҡортостандың һәр йәһәттән ныҡ үҫешкән, тотороҡло субъектҡа әйләнеүенә булышлыҡ итте. Республика үҙаллылығы шул уҡ ваҡытта баҙар мөнәсәбәттәренә күсеү осоронда халыҡты күп кире күренештәрҙән ҡурсалап тороуға булышлыҡ итте. Башҡортостан Республикаһының йәшәүе һәм үҫеүе, шулай итеп, уның күп милләтле халыҡтары ихтыяжы һәм мәнфәғәте менән бәйле икәне бәхәсһеҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Үҙәктең ҡайһы бер идара итеүсе даирәләре ошо ысынбарлыҡты аңларға теләмәй, милли республикаларҙы бөтөрөү уйы тураһында хыяллана. Ләкин Үҙәктең милли сәйәсәте илде сыуалышҡа, тарҡатыуға дусар итәсәк. Федераль үҙәк, әгәр ул хоҡуҡи демократик дәүләт төҙөргә теләй икән, федерализм принциптарын яҡлаған тәрән, фәнни нигеҙҙә эшләнгән милли сәйәсәт доктринаһын булдырырға тейеш. Мәсьәлә шулай тора: йә беҙ етди профессиональ һәм фәнни ҡараштарға нигеҙләнеп, милли республикаларҙың төрлө мәнфәғәттәрен иҫәпкә алған һөҙөмтәле федератив демократия ҡороу юлына баҫабыҙ, йә унитар дәүләт төҙөү һуҡмағын һайлап, унитар, бюрократик-бойороҡ биреү идаралығы системаһына кире әйләнеп ҡайтабыҙ. Дәүләт төҙөлөшөнөң был йүнәлештә китеүе ифрат хәүефле: Рәсәй милли республикаларҙы юҡ итһә, ул СССР һымаҡ уҡ тарҡалыуға дусар буласаҡ. Рәсәйҙә федераль ҡоролошто нығытыу һәм үҫтереү халыҡтарҙың үҙбилдәләнешкә булған хоҡуғын таныусы, барлыҡ милләттәрҙең дә үҫешенә гарантия биреүсе берҙән-бер һыналған юл булыуын оноторға ярамай.

Ғәлинур ҠАЛМУРЗИН, БР-ҙың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре: Беҙҙең ерлектә үҙгәреш осоронда йәшәү, киреһенсә, бәхет кенә булды. Әлбиттә, проблемалар, билдәле бер ҡыйынлыҡтар ҙа йәнәш килде, ләкин улары, рухи яңырыш һәм күтәрелеш мәле менән сағыштырғанда, сүп кенә һымаҡ ине. Үҙгәреш осорона тиклем дә, унан һуң да беҙҙең халыҡтың башҡаса шундайын да берҙәм, ойошҡан сағын күрергә насип булманы... Күрәһең, халҡыбыҙҙың күңеле шул тиклем үҙгәрештәргә һыуһаған, тамырҙарында аҡҡан ҡандың ҡайнап, тулышҡан мәле булған. Ҡыҫҡа ваҡытлы бер балҡыш ҡына булып алды ул мәл, үкенескә ҡаршы, ташҡын кире ярҙарына ҡайтты. Уйлап ҡараһаң, халыҡ тормошо гел генә балҡыштарҙан да торорға тейеш түгелдер инде, ә шулай ҙа ғүмер буйы балҡып, ялҡынланып йәшәгән халыҡтар ҙа бар бит донъяла. Уның ҡарауы, бындай халыҡ үҙе менән иҫәпләшмәүгә, үҙ өҫтөнән "тәжрибәләр" үткәреүгә, кадрҙарын әләф-тәләфләүгә, әсә телен өйрәнеүҙе тыйыуға бер ҡасан да юл ҡуймаясаҡ.
Республикабыҙға үҙаллылыҡ яулап алған ул шанлы көндәрҙән һуң 26 йыл уҙып та китте. Шул йылдарҙа тыуған балалар бөгөн балиғ йәшен үтеп, үҙ аллы тормошҡа аяҡ баҫты. Күңелемде шундай һорау борсой: үҙгәртеп ҡороу йылдары биргән һабаҡтар тураһында беләме улар? Ниҙәр белә? Мин ышанам: халҡыбыҙ яҙмышында тағы ла сағыуыраҡ балҡыштар булыр әле, тик әлегеһен һаҡлап ҡалырға, йәштәребеҙ күңеленә хәҡиҡәт орлоҡтарын сәсеп ҡалдырырға кәрәк.

Сәйфулла ӘМИРОВ, Мәләүез районы "Көнгәк" гәзитенең баш мөхәррире: Беҙҙә суверенитетты, ғәҙәттә, заводтар, мәктәптәр, дауаханалар, йорттар төҙөлөүе, юлдар һалыныуы кеүек матур үҙгәрештәр менән генә бәйләйҙәр кеүек. Ә бына шул суверенитет һөҙөмтәһендә кеше күңелендә, Башҡортостанға исем биргән халыҡтың күңелендә ниндәй үҙгәрештәр булыуын, уның ниндәй кимәлгә күтәрелеүен уйлағаныбыҙ юҡ шикелле. Иң шатлыҡлыһы шул: халҡыбыҙ вәкилдәре үҙенең кемлеген таный, үҙ тамырҙарын барлай, тарихын өйрәнә, балаларыбыҙ, ейәндәребеҙ үҙ туған телендә уҡый, һөйләшә. Бына быныһы инде милләтебеҙҙе, республикабыҙҙы артабан да һаҡлап ҡалыуҙың нигеҙе. Был Аллаһы Тәғәлә тарафынан беҙгә ебәрелгән азат булыу, бойондороҡһоҙ булыу тәғәйенләнеше. Күпме баҫым яһаһалар ҙа, халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улдарын күпме язалаһалар ҙа, ҡазалаһалар ҙа, барыбер асылыбыҙға әйләнеп ҡайттыҡ. Беҙ үҙ асылыбыҙға, тамырҙарыбыҙға ҡасан да булһа барыбер ҡайтыр инек, ҡайтырға тейеш инек. Беҙҙең милләт, Әхмәтзәки Вәлиди әйткәнсә, берәү генә ҡалһа ла, аҡтамыр кеүек таралыр, аяғына баҫыр ине. Ә тап 90-сы йылдарҙа үҙ хоҡуҡтарыбыҙҙы яҡлап күтәрелеүебеҙ, башҡа милләттәрҙән алда республикабыҙға үҙаллылыҡ яулап, суверенитетлылар сафының алдында барыуыбыҙ - ошо инде егерме алты йыллыҡ тарихыбыҙҙағы иң ҙур һабаҡ һәм ҡаҙанышыбыҙ.

Әхтәр БОҪҠОНОВ, сәйәсәт фәндәре докторы: Башҡортостан үҙаллылыҡ яулағас, күңелдәребеҙҙә азатлыҡҡа юл асылғандай булғайны. Был йылдар Башҡортостан халҡының милләт булараҡ тупланыуына ла этәргес булды. Рәсәй закондары туҡтауһыҙ үҙгәреп тороуға ҡарамаҫтан, күңелдәрҙәге өмөт һүнергә тейеш түгел. Республикабыҙҙың яҡты киләсәге өсөн һәр ҡайһыбыҙ үҙ урынында тырышлыҡ күрһәтергә тейеш.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.10.16 | Ҡаралған: 1158

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru