«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КӨРӘШ, УҠ АТЫУ, ЫЛАҠ ҠЫРҒЫҘҘАР ЙЫЙҘЫ ҠУНАҠ
+  - 

Хәбәр ителеүенсә, күптән түгел Ҡырғыҙстанда II Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындары булып үткәйне. Унда Башҡортостан делегацияһы ла барҙы һәм бер нисә уйын төрөндә үҙ көсөн һынап ҡараны. Традицион уҡ атыусылар ярышында "Киске Өфө" гәзите хеҙмәткәре Артур БАТЫРШИН да ҡатнашты. Бер нисә тапҡыр Рәсәй чемпионы, күп тапҡырҙар республиканың абсолют чемпионы исемен яулаусы көрәшсебеҙ, республиканың Милли көрәш, шулай уҡ Билбау көрәше федерациялары президенты Вәкил ИЛЬЯСОВ иһә Уйындарға Башҡортостан көрәшселәрен әҙерләп алып барҙы. Беҙҙекеләр был Уйындарға ниндәй уй-хыялдар менән барҙы ла, ниндәй һығымталар менән ҡайтты икән?

Ҡырғыҙҙарҙың икенсе тапҡыр Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындары үткәреүе донъя кимәлендә оло шаңдау, хуплау тыуҙырҙы. Уйындарҙың ойошторолошо, маҡсаты, талаптары, шарттары тураһында һөйләп үтһәгеҙ ине башта...

Вәкил ИЛЬЯСОВ В. Ильясов:
Был фестиваль - бөтөн донъяла йәшәүсе күсмә халыҡтарҙың спорт төрҙәренән, спорт уйындарынан, милли йолаларынан торған ҙур сара, унда 60-тан ашыу ил вәкилдәре ҡатнашты. Был уйындарҙағы һынауҙарға беҙҙең көрәшселәр, мәҫәлән, күп йылдар дауамында әҙерлек үтте, тиергә мөмкин. 1984 йылдан башлап, йыл әйләнәһенә Ҡырғыҙстанда, Үзбәкстанда, Төркмәнстанда, Рәсәйҙең Төньяҡ Кавказ, Татарстан, Башҡортостан республикалары араһында Бөтә Союз көрәш турнирҙары уҙғарыла килде. Ҡырғыҙстанда был турнирҙар гелән Ысыҡкүл янында үтә ине. Сара кем биләмәһендә үтһә, шул халыҡтың ҡағиҙәһе буйынса көрәшә инек. Бер-беребеҙҙең көрәш алымдарын өйрәнеп, бөтәбеҙгә лә тап килерлек көрәш концепцияһы төҙөү тураһында хыялландыҡ. Һөҙөмтәлә, бергәләп һөйләшеп-килешеп, бөтә ил халыҡтарын да ҡәнәғәтләндергән көрәш - билбау көрәше ҡағиҙәләре барлыҡҡа килде. Күреп тораһығыҙ, бөгөн был спорт төрҙәре буйынса халыҡ-ара ярыштар, донъя чемпионаты үтә. Көрәш инде 2013 йылда Рәсәйҙең рәсми спорт төрҙәре исемлегенә индерелде. Хәҙер беҙҙең көрәш бөтөн спорт төрҙәре менән бергә халыҡ-ара, Рәсәй, республика беренселегенә ярыштар үткәреүгә мөмкинлек алды. Сараларҙы үткә-реүгә БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы тарафынан финанс сығымдары ҡараласаҡ, һәр спорт төрөндәге һымаҡ, спортсыларға разрядтар, спорт дәрәжәләре биреләсәк.
Бөтә донъя күсмә халыҡтары уйындарына беҙҙең милли көрәш индерелмәгәйне. Әммә киләсәктә ул мәсьәләне республика, халыҡ-ара Көрәш федерацияһы етәкселеге ярҙамында хәл итеп булыр, тип уйлайым. Ә әлеге Уйындарҙа ҡаҙаҡ көрәше, ҡырғыҙ көрәше, төркмәндәрҙең гуреше, әзербайжандарҙың гүлеше, төрөктәрҙең аба-көрәше, кавказдарҙың алышы буйынса ярыштар үткәрелде. Алыш Рәсәйҙә спорт төрө тип иҫәпләнмәй. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, беҙ барлыҡ халыҡтарҙың көрәш төрҙәренән тыш, алышта ла ҡатнаштыҡ. Урындағы етәкселек Фестиваль сиктәрендә алыш буйынса донъя чемпионаты үткәрергә ҡарар итте. Беҙҙең ике егет - Артур Зөлҡәрнәев (70 кг-ға тиклемгеләр араһында классик стилдә 2-се урын алды) һәм Исламов (100 кг-ға тиклемге ирекле стиль) Рәсәй йыйылма командаһына инде. Исламов алыштың ҡайһы бер нескәлектәрен өйрәнеп өлгөрмәгәйне, шуға ла был Башҡортостанда лидерҙар иҫәбендә сығыш яһаған, көс буйынса бер кемдән дә ҡалышмаған егетебеҙ беренсе түңәрәктә үк еңелде. Артур иһә уңышлы сығыш яһаны.
Көрәштең ҡалған төрҙәрен беҙҙең егеттәр ҡәҙимге генә өйрәнеп алды. Ҡаҙаҡ көрәшендә - 1-се урын, ҡырғыҙ көрәшендә - 2-се урын беҙҙеке булды. Дөйөм алғанда, беҙҙең иҫәптә - 1 алтын, 4 көмөш, 6 бронза миҙал.
Ә ылаҡ буйынса Башҡортостан командаһы өсөн сығыш яһаусы Баймаҡ егеттәренең Ҡырғыҙстан, Ҡаҙағстан, Ҡытайҙан ҡала 4-се урынға килеп сығыуы бигерәк тә ҡыуаныслы булды. Ә бит был уйынға беҙҙекеләр яңы тотоноп ҡына тора...
Артур БАТЫРШИН А. Батыршин: Традицион уҡ атыу йолаһы ла беҙҙә бик әҙ генә кешеләр тырышлығы менән яңынан тергеҙелеп килә. Мин үҙем уның менән өсөнсө ай ғына шөғөлләнәм. Хәрби-тарихи реконструкцияларҙа башҡорт атлылары сүрәтендә сығыш яһаусы "Любизар - Беренсе башҡорт атлы полкы" ойошмаһы уҡ атыу традицияһын тергеҙеү юҫығында ҙур эш алып бара. Ҡырғыҙстан уйындарына барыр өсөн команда быйыл Ғафури районы Имәндәш ауылы эргәһендә үткән "Мәргән уҡсы" фестивале еңеүселәренән тупланды. Традицион уҡ атыу әлегә спорт төрҙәре исемлегенә индерелмәгән, дәүләт тарафынан танылмаған. Шул арҡала беҙ Ҡырғыҙстанға тулы команда булып бара алманыҡ, юл сығымдарын да үҙебеҙ күтәрҙек. Ярыштар өс төрҙә - мәргәнлеккә атыу, алыҫлыҡҡа атыу, һыбай килеш атыу буйынса үткәрелде. Әлегә һыбай килеш уҡтан атыу тәжрибәбеҙ юҡлыҡтан, беҙ ярыштарҙың тәүге ике төрөндә генә ҡатнаштыҡ. Венгр, монгол һәм ҡырғыҙ мәргәндәре һыбай килеш уҡ атыу менән күптән шөғөлләнеп, беҙҙән айырмалы рәүештә төрлө донъя ярыштарында ҡатнашалар. Алыҫлыҡҡа атҡан уҡтары ла үҙенсәлекле - нәҙегерәк булыуы менән айырыла. Минең уғым 200 метрға осһа, венгрҙыҡы - 400 метрға тиклем барып етә. Әлбиттә, айырма ҙур. Мәҫәлән был күнекмәлә еңеүсе словак Богар Петер Ҡытайҙа үткән ярышта хатта уғын 500 метрҙан алыҫыраҡ ебәргән. Беҙ ҡатнашҡан күнекмәлә иһә 40 метрҙан сәпкә төбәп аттыҡ. Беренсе турҙан һуң иң күп мәрәй йыйыусылар артабан финалға үтте. Ҡыҙғанысҡа күрә, беҙҙең финалға үтергә мәрәйҙәребеҙ етмәне.
Нисек кенә булмаһын, Уйындарҙа ҡатнашыу арыу ғына тәжрибә мәктәбе булды. Дөйөм алғанда, беҙҙең маҡсатыбыҙ аралашыу, төрлө илдәрҙән килгән традицион уҡ атыусылар менән танышыу ине. Улар менән тәжрибә уртаҡлашыу. Уҡ атыуҙың да төрлө стилдәрен күрҙек. Беҙ баш бармаҡҡа махсус балдаҡ кейеп, төркисә атһаҡ, күптәр өс бармаҡ менән Урта дингеҙ буйы атыу стилен ҡулланалар. Тағы ла шуныһы: киләсәктә ошондай ярыштарға барғанда бында танышҡан шул бер үк спортсылар йыйылған буласаҡ. Һин кемдең кем икәнен, уның нимәгә һәләтле икәнен белеп торасаҡһың. Уларға ҡарап, беҙҙең дә атыу һәләте камиллашасаҡ. Алла бирһә, ике йылдан үтәсәк "Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындары"на тағы барасаҡбыҙ. Аҙмы-күпме тәжрибә туплап ҡайттыҡ. Уҡ атыу оҫталығы бер-ике айҙа ғына формалаша алмай, йылдар буйы шөғөлләнеү генә ниндәйҙер һөҙөмтәләргә алып килә.

Вәкил Искәндәр улы, һеҙ донъя кимәлендәге сараларға күп йөрөгәнһегеҙ, көрәш майҙанында өс тиҫтә йыл буйы бил бирмәгәнһегеҙ. Ҡырғыҙстан был Уйындарҙы үткәреүгә нисегерәк әҙерләнгән? Уларҙың ойоштороу кимәленән үҙегеҙгә ниндәйерәк һығымталар яһай йөрөнөгөҙ?

В. Ильясов: Ойоштороу юғары кимәлдә булды. Спорт майҙансыҡтары бик ентекләп әҙерләнгән. Халыҡ, көйәрмәндәр бик күпләп йыйылған, етәкселәр ҡулынан килгәндең бөтәһен дә эшләргә тырышҡан. Көс һынашыусыларға бүләк фонды ла бик һәйбәт ойошторолоған - һығымтаны бүләк фонды муллығынан сығып та яһарға була. Тамашасыларҙың, ҡатнашыусыларҙың хәүефһеҙлеге тәьмин ителгән. Тамаҡ ялғауға, ял итеүгә бөтөн шарттар булдырылған. Ҡатнашыусыларҙың барыһы ла Ысыҡкүл буйындағы шифаханаға урынлаштырылды, уларға көнөнә 3 тапҡыр бушлай ашатыу ойошторолдо. Әлбиттә, бөтә ерҙә лә ойоштороусылар бындай йомартлыҡ күрәһәтә һалып бармай ул...
А. Батыршин: Ирекмәндәр тураһында ла әйтеп китергә кәрәк. Аэропортҡа килеп төшөү менән беҙҙе ирекмәндәр уратып алып, һуңғы көнөнә тиклем оҙатып йөрөнөләр. Ниндәй генә һорау булмаһын, ниндәй генә телдә мөрәжәғәт итһәк тә, арала төрлө илдәрҙән ҡатнашыусылар бар ине, ирекмәндәр ярҙам итергә әҙер генә торҙо.
В. Ильясов: Тағы бер күҙгә ташланған үҙенсәлек, тип, шуны әйтергә кәрәк: Уйындар 9 көн буйы барҙы, тамашасы залдарында бөтөн урындар ҙа халыҡ менән шығырым тулы булды. Бәйгелә лә, көрәштә лә... Халыҡ дәррәү килгәйне сараларға. Бигерәк тә ҡырғыҙҙарҙың үҙ спортсыларын матур итеп дәртләндереүе оҡшаны. Мәҫәлән, майҙанға ҡырғыҙ көрәшсеһе сығып, битен һыпырып, "Аллаһу әкбәр" тип өндәшеүе була, залда ултырыусы ҡырғыҙҙар ҙа дәррәү генә итеп биттәрен һыпырып, барыһы бергә "Амин!" тип ҡуя. Алдан әҙерләнгәндәр, тиерһең. Иҫ киткес ойошҡанлылыҡ!
А.Батыршин: Бөтә донъя күсмә халыҡтары уйындары Ҡырғыҙстан өсөн үҙенсәлекле "визит карточкаһы" булып тора. Ошо Уйындары менән улар бөтөн донъяла билдәлелек яуларға, шулай уҡ туристарҙы күберәк йәлеп итергә теләйҙәр. Шуның өсөн дә бик ныҡ әҙерләнгәндәр, приз фондтарына ла аҡса йәлләмәгәндәр.
Беҙ Ысыҡкүл буйындағы пансионатта йәшәнек. Ярыштар төрлө ерҙә, уҡ атыу буйынса ярыштар, мәҫәлән, "Ҡырсын" тип аталған уйһыулыҡта үткәрелде. Бөтә яҡтан тауҙар менән уратып алынған урында 500-ләгән кейеҙ тирмәләр ҡоролған ҙур ауылды бер аҙна эсендә йыйғандар. Тирмәләр эргәһендә ҡаҙан аҫылған, аш-һыу еҫе танауҙарҙы ҡытыҡлай. Шунда уҡ ҡул эштәре һатыу баҙары ойоштороп ебәргәндәр. Бәләкәй генә майҙансыҡтарында ҡырғыҙ халыҡ сәнғәтен - бейеү-йырҙарын күрергә була ине. Тормош ҡайнап тора. 200 йылға боронғоға ҡайтҡандай тояһың үҙеңде. Уҡсылар, бөркөт сөйөүселәр, эттәрҙе һөсләтеп һунар итеүселәр, башҡа бәйгеселәр күнекмәләре үтә. Бөтәһе лә милли кейемдә. Беҙ ҙә үҙебеҙҙең башҡорт милли кейемендә йөрөнөк. Беренсе ике көндә кейемебеҙгә ҡарап, кем икәнебеҙҙе аңлап етмәһәләр, аҙаҡ барыһы ла беҙҙең башҡорт икәнебеҙҙе танып бөткәйне. Ололар башҡорттарҙың ҡырғыҙ халҡына ҡәрҙәш, туғандаш, оҡшаш телле булыуы тураһында һөйләй. Башҡорттар бик боронғо халыҡ бит ул, тип тә әйтеп ҡуялар. Юлай ағай Ғәлиуллин Бородинолағы хәрби-тарихи реконструкцияларға ла күп йөрөгән кеше булараҡ, бүтән төрки халыҡтар араһында башҡорт кейеменең, ҡоралдарының, хәрби тарихының ниндәй даны барлығын яҡшы белә. Уның кәңәше менән күнекмәләрҙән башҡа ла, былай йөрөгәндә лә милли кейемдә булдыҡ. Аҙаҡҡы көндәрҙә йәйләүҙәгеләр алыҫтан уҡ: "О, башҡорттар килә, башҡорттар!" - тип ҡысҡырыша инеләр.

Һеҙ әле ҡырғыҙҙарҙың әүҙемлеге тураһында телгә алдығыҙ. Беҙҙең халыҡты ла әүҙем түгел тип әйтеп булмай, әлбиттә, хоккей матчтары барышында "Салауат Юлаев" командаһы көйәрмәндәре ана ҡалай дәррәү күтәрелә. Шулай ҙа ҡырғыҙҙарҙағы һымаҡ әүҙемлекте, йәғни үҙ тарихың, йолаларың менән ҡыҙыҡһыныуҙы нисегерәк уятып ебәреп була, тип уйлайһығыҙ?

В. Ильясов:
Был халыҡтың әүҙемлеге йолаларынан килә. Ҡырғыҙҙарҙа, үзбәктәрҙә, ҡаҙаҡтарҙа бер байрам да - туйҙар ҙа, бала тыуыуы ла, сөннәткә ултыртыу ҙа, башҡалары ла - береһе лә бәйгенән, көрәштән башҡа үтмәй. Ул ярыштарҙа еңеүселәргә затлы бүләктәр бирелә, улар йәмғиәттә айырым урын биләп тора, балалар бәләкәйҙән ошоларҙы күреп үҫә, ошо йүнәлештә тәрбиә ала. Беҙҙә лә ундай йолалар бар, ләкин үтәлмәй. Ҡырғыҙҙарҙың Уйындарға күпләп килеүенең сәбәбе шулдыр, тип уйланыла. Беҙгә иһә, ул халыҡтарҙағы тәжрибәне өйрәнергә, үҙебеҙсә һығымталар яһарға, үҙебеҙҙең йолаларҙы тергеҙеүгә тотонорға, тамашаларҙы сағыу итеү юлдарын эҙләргә кәрәктер, тигән фекерҙәмен.
А. Батыршин: Йәштәрҙә йолаларға, шул уҡ көрәшкә лә ҡыҙыҡһыныу уятырға була ул. Бына мин, мәҫәлән, Юлай Ғәлиуллин ағайҙарҙың эшмәкәрлеген күреп йөрөһәм дә, традицион уҡ атыу тураһында 1 йыл элек бер ни ҙә белмәй инем. Миндә бер ниндәй ҙә ҡыҙыҡһыныу булманы. Ҡышын Юлай ағайҙар менән танышып, аралашып, кейемен, ҡылысын - ҡоралдарын ҡарап ҡына, ҡыҙыҡһынып киттем. Аҙаҡ: "Янды, уҡты ҡайҙан алырға була?" - тип Юлай ағайҙың башын ҡаңғырта башланым. Ә инде янды үҙ ҡулыма алып, унан уҡ атып ҡарағандан һуң, артабан ныҡлап ҡыҙыҡһыныу барлыҡҡа килде. Йәмле, хозур Бөрйән ҡаяһына менеп, яндың керешен тартып фотоға төшкәйнем. Шул фотоны күреп, интернет селтәрендә генә күпме ҡыҙыҡһыныу барлыҡҡа килде. Шулай итеп, бөтәһен дә ҡыҙыҡһындырған яҡшы бер күренеш барлыҡҡа килә бара. Бер балалар лагерында булғанымда балаларҙың ҡулына уҡ-һаҙағымды тоттороп ҡараттым. Ул балаларҙың күҙҙәренең нисек баҙлап китеүен күрһәгеҙ икән! Улар үҙҙәрен кәм тигәндә әкиәт батырылай хис иткәндер! Оҫталыҡ дәресе рәүешендә бер уҡты сәпкә атып күрһәткәндән һуң, балалар үҙ аллы аттылар. Һәм был ҡыҙыҡһыныу уларҙың кеменеңдер күңеленә мәңгелеккә инеп урынлашты, тип ышанам. Уҡ атыу һәләте ҡандалыр беҙҙең. Шуның өсөн, йолаларыбыҙҙы күрһәтә торған күрһәтмә, йә булмаһа шоу ойоштора белергә кәрәк. Хәрби-тарихи реконструкция нимә ул? Ул - шулай уҡ күрһәтмә сығыш, хәҙерге тел менән әйткәндә, шоу. Шул шоуҙы ҡараған һәр береһенең уҡ атыу, милли кейем тегеү, атта йөрөү менән мауығыуҙары барлыҡҡа килеүенә шикләнмәйем.
Эйе, уҡ атыусының үҙенең махсус милли кейеме булырға тейеш. Бәйгегә әҙерләнгән һәр ҡатнашыусы кейемде үҙе тегә. "Мәргән уҡсы" фестиваленә әҙерләнгәндә мин боронғо башҡорт кейемдәре тураһында мәғлүмәт эҙләп, әллә күпме тарихи китаптарға, ғалимдарҙың, этнографтарҙың яҙмаларына мөрәжәғәт иттем. Соҡсондом, эҙләндем, ошо темаға башкөллө сумдым. Кейем нисек тегелергә тейешлеген белмәүем, шулай уҡ белергә теләүем арҡаһында ғәйәт ҙур ҡыҙыҡһыныу барлыҡҡа килде. Күңелгә ятҡан, күңелде арбаған ҡыҙыҡһыныу. Булмышың яуап эҙләгән һорауҙар сылбырын тағатып бөтмәйенсә тороп, тынысланып булмай бындай саҡта. Эҙләнеүҙәремде әле лә туҡтатҡаным юҡ. Әгәр һинең етди бер ниәтең бар икән, шул ниәтеңә ныҡлап йәбешергә тейешһең. Ихласлап тотон, уңыштарыңды, уңышһыҙлыҡтарыңды йәшермә. Шул саҡта һинең шөғөлөң менән ҡыҙыҡһынған, артыңдан эйәреп йөрөгән башҡа кешеләр барлыҡҡа килер. Йәштәрҙе милли көрәшкә ылыҡтырыр өсөн дә, бәлки, уйын формаһындағы берәй батырҙар шоуы кәрәктер? Уйын формаһында тәҡдим ителгән саралар тамашасыға ла ҡыҙыҡ...
В.Ильясов: Килешәм. Беҙ ҙә үҙебеҙҙең сараларҙы уйын, шоу формаһында үткәрә башланыҡ тип әйтергә була. Былтыр Өфө ҡалаһы округы хакимиәте башлығы беренселегенә "Динамо" стадионында көрәш буйынса тамаша формаһындағы ярыштар үтте. Минең уйымса, был формалағы ярыштарҙы халыҡ та бик оҡшатты. Был тәжрибәне артабан да файҙаланырға тигән иҫәбебеҙ бар.
А.Батыршин: Ә беҙ, 4 уҡсы, бер ниндәй финанс ярҙамы булмаһа ла, әлеге Уйындарға атлығып барҙыҡ. Был беҙгә кәрәк инеме? Беҙ унда нимә эҙләп барҙыҡ? Бүләктәргә өмөт итмәнек. Мин хатта финалға үтә алмаясағымды алдан уҡ белә инем. Сөнки 20-шәр йыл күнекмә үткән венгрҙар, словактарҙы ҡыуып етә алмаҫымды белә инем. Шулай ҙа минең барыбер ул Уйындарға барғым килде. Мине нимә әйҙәне? Белмәйем. Бәлки, ҡан саҡырыуы булғандыр ул...

Шулай итеп...
Һүҙҙең аҙағында бер генә хәл тураһында әйтеп үтке килә. Ошо Уйындарҙы яҡтыртҡан бер Үҙәк телевидениеһы хәбәрсеһе, һүҙен йомғаҡлап: "Һәр хәлдә, беҙ барыбыҙ ҙа ҡасандыр күсмә халыҡ булғанбыҙ инде ул", - тигәйне. Бына бит, Ысыҡкүл буйындағы рух кешегә нисек тәъҫир итә, үҙенең тамырҙарын барлата, үҙенә ылыҡтыра, тип уйланылғайны шунда. Был уйындарҙы үткәреп, ҡырғыҙҙар үҙҙәренең рух көсөн күрһәткән икән, ошо көскә һыйыныусылар ҙа табылған. Эльбрус Ниғмәтуллин да был турала бер саҡ: "Көслө кешеләргә һыйыналар", - тип әйткәйне. Ғүмерҙәре буйы ултыраҡ тормош алып барған мәҙәниәт вәкилдәре лә "күсмә халыҡ" булырға тырыша икән, был әлеге Уйындарҙы ойоштороуҙың юғары кимәле, исем өсөн үткәрелмәүе хаҡында һөйләй...

Илгиз ИШБУЛАТОВ яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.10.16 | Ҡаралған: 1390

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru