«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ХӘҮЕФҺЕҘЛЕГЕҢ ХАҠЫНДА ИҢ БАШТА ҮҘЕҢ ҠАЙҒЫРТ!
+  - 

Өйҙә һине атай-әсәйең көтә...

…Рядовой Плеханов учение ваҡытында "йәшереп" алып ҡалған бер "холостой патрон"ды казармаға алып килә. Кис, "оружейка"ла автомат таҙартҡан мәлдә ана шул патронды һынап ҡарарға уйлай. Автоматының магазинына ҡуя ла, икенсе бер һалдатты шаяртып алмаҡсы була... "Холостой" патрондан бер ни ҙә булмаҫ, тип уйланым", - ти ул һуңынан хәрби трибунал судында. Асылда, көбәген терәп атһаң, холостой патрондың һуғыу тулҡыны менән дә кеше үлтереп була икән!.. Әммә, бәхеткә, Аллаһы Тәғәлә эсәге ике урындан өҙөлгән һәм байтаҡ ҡан юғалтҡан әлеге һалдатты ҡатмарлы операция ярҙамында ҡотҡарып алып ҡалырға насип итте. Шуның өсөн госпиталь командованиеһе миңә һәм тағы бер хирургка сираттағы офицер званиеһын ваҡытынан бер аҙ алдараҡ бирергә Мәскәүгә юллау ебәрҙе...
…Йәш лейтенант Хрящев полк буйынса дежурға баҫа. Ә уның ярҙамсыһы булып сержант Соловьев тора. Лейтенантҡа ни бары егерме бер генә йәш була. Дембелгә йыйынып йөрөгән сержант та уның тиҫтере. Төн. Башҡа һалдаттар йоҡлай, ә офицерҙар өйҙәренә ҡайтып киткән. Дежурҙа китап уҡыу, йә иһә, алмашлап ял итеп алыу урынына, дежурный менән ярҙамсыһы үҙҙәренсә көн үткәрә башлай. Әрмелә "панибратство" тигән нәмә рөхсәт ителмәй, әлбиттә. Әммә инде икенсе йыл хеҙмәт иткән "старик" һалдаттарҙың әрһеҙерәктәре үҙҙәрен кисә генә курсант погондарын лейтенанттыҡына алыштырған бәғзе егеттәр менән тиң күрә. Шул уҡ ваҡытта, йыуашыраҡ (хатта мәшәүерәк) булған ҡайһы бер лейтенанттар, үкенескә, быға юл ҡуйып, ысынында иһә үҙҙәренең абруйҙарын төшөргән осраҡтар ҙа юҡ түгел. Был юлы ла лейтенантҡа "Вася" тип өндәшергә тартынмаған "ҡарт" һалдат Соловьев йәш начальниктың пистолеты менән уйнап алырға була. Вася, һис һүҙһеҙ, магазины патрондар менән тулы пистолетын кобураһынан сығарып, сержантҡа бирә. Пистолет менән уйнай торғас, сержанттың бер патронды патронникка ебәреүен дә абайламай ҡала офицер. Хәҙер инде пистолет предохранителдән дә алынған, йәғни, атыуға әҙер... Бер ни тиклем ваҡыттан, "күпте белгән" йәш офицер сержантҡа нисек дөрөҫ төҙләргә өйрәтә башлай һәм яңылыш курокка баҫа... Соловьев ергә ауа. Пуля тап маңлайға барып тейгән була. Офицерҙы хәрби трибунал суды оҙайлы ваҡытҡа төрмәгә ебәрҙе. Соловьев цинк табутында өйөнә ҡайтып китте... Бына шундай хәлдәрҙе иҫләп, йәш һалдаттарыбыҙҙы һәр төрлө аңһыҙ бәлә-ҡазаларҙан ҡурсалағы килә.

"Самострел"дар

Ә түбәндә һөйләнәсәк хәлдәр бер аҙ икенсе юҫыҡтараҡ. Әгәр юғарыла бәйән ителгән ваҡиғалар һалдаттың алабарманлығы һәм һаҡһыҙлыҡ һөҙөмтәһе булһа, былары - күрәләтә, йәғни аңлы рәүештә үҙҙәренә бәлә-ҡаза сәбәбе тыуҙырыусылар хаҡында. Әрмебеҙҙең бәҫен төшөрмәү ниәтенәндер, һирәк-һаяҡ була торған ошо кире яҡ тураһында ошоғаса яҙғаным юҡ ине. Тәүҙән үк әйтеп ҡуяйым, бындай күренеште, бәхеткә, яҡташтарыбыҙ араһында осратҡаным юҡ. Шулай ҙа улар - башҡаларға ғибрәт булырлыҡ хәлдәр, тип уйлайым.
…Рядовой Кирсанов поста торғанда автоматтан аяғына ата. Онталған һөйәктәрен ялғай-ялғай, әллә нисә операция үткәреп, хәрби травматологтар уның аяғын ҡотҡарҙы. Әммә унда оҙаҡ йылдар буйы уңалмай торған "хроник остеомиелит" тип аталған һөйәк ауырыуы ҡалды. Прокуратура был һалдатҡа ҡарата эш тә ҡуҙғатты. "Членовредительство" тигән статья буйынса. Тик уның ата-әсәһенең насар һаулығын күҙ уңында тотопмо, әллә һалдатты йәлләпме, нисектер уны "яңылыш ҡына атылған" тип таптылыр. Әрме срогын ваҡытынан алда тамамлау ниәте менән ҡылған эше һалдаттың үҙенә оторо ҡаршы булып сығыуын ул, әлбиттә, аңланы... Госпиталдәрҙә оҙаҡ дауаланыу арҡаһында үҙенең призыв һалдаттарынан бер йылға тиерлек һуңғараҡ ҡалып, өйөнә ҡайтып китте ул.
…Самсонов ике-өс ай эсендә өс мәртәбә госпиталгә килеп эләгә. Өсөһөндә лә... "гимнастеркаға аҡ яға теккән ваҡытта яңылыш ҡына энә йотоу" сәбәпле. Иң тәү килгәнендә, ысынлап та, энәне яңылыш йотҡан, тип ышаныу мөмкин булған хәлдә лә, икенсе һәм өсөнсө осраҡтар, әлбиттә, башҡасараҡ фекер йөрөтөүгә этәрә. Йотолған энә ике-өс көндән ҡорһаҡта эшкәртелгән аҙыҡҡа эйәреп, эсәк стенкаһына ҡаҙалмайынса ғына тәбиғи юл менән организмдан сығып та китә. Шул арала "тапҡыр" һалдат та ял итеп ала... Энәнең эсәк буйлап нисек хәрәкәт итеүе көн дә рентген контроль ярҙаманда күҙәтелеп бара, әлбиттә. Энә "сығып китеү" менән пациент уны унитаздан ағыҙып ебәрә. Әммә өсөнсө мәртәбәһендә хирургия бүлеге начальнигы дежурҙағы медсестраға "пациенттың бәҙрәфкә барыуын контролдә тоторға" ҡуша. Һөҙөмтәлә, шәфҡәт туташы килеп төшкән энәне күрә. Ә энә... еп менән ныҡ ҡына итеп шырпы бөртөгөнә бәйләнгән... Бына ни өсөн эсәккә ҡаҙалмайынса, еңел генә "үтә сығып" йөрөгән икән шундай осло энә! Эшкә ифрат та һүлпән ҡарауы менән дә айырыла ине ул егет. Тап ана шул ялҡаулығы өсөн хеҙмәттәш иптәштәре лә яратмаған икән. Ә инде уның энә йотоу осрағы утҡа кәрәсин һипкән һымаҡ була... Үҙенең хәлен шулай итеп үҙе ҡатмарландырған был егеткә башҡа һалдаттар "шпагоглотатель" тигән исем дә тағалар. Ундайҙар дембель ваҡыты еткәнсе рәхәтлек күрмәй, хатта "молодой"ҙар тарафынан да ҡыйырһытыла башлауҙары мөмкин... Әрмелә хеҙмәт итеп ҡайтҡан егеттәрҙең барыһы ла минең менән риза булыуҙарына иманым камил.
…Ашығыс рәүештә рядовой Тюлькинды ҡабул итеү булмәһенә алып киләләр. Һул ҡулына уралған бинты ҡанға уҡмашҡан, беләгендә ҡан туҡтата торған жгут... Уға ярҙам итеп килгән һалдат бер ҡулына целлофан пакет тотҡан. Пакетта Тюлькиндың ниҙер эшләгән ваҡытта балта менән яңылыш өҙә сабылған урта өс бармағы. Хирургтар яраны эшкәртеп маташҡан арала, госпиталь начальнигы ашығыс рәүештә санитар вертолет саҡырта. Тюлькинды өҙөлгән бармаҡтары менән бергә округ госпиталенә ҡан тамырҙары хирургы ҡарамағына ебәрәләр. Бәхеткә, операция бик уңышлы килеп сыға. 7-8 сәғәт дауамында хирургтар уның өс бармағын да тамыр һәм нервылары менән бергә ялғап ҡуялар. Табиптарҙың эше тураһында яҙыуҙы мин маҡсат итеп ҡуймайым. Тюлькинға әйләнеп ҡайтайыҡ. Ошондай осраҡтарҙа мотлаҡ рәүештә суд-медицина экспертизаһы үткәрелә икәнлеге барыбыҙға ла мәғлүм булһын. Тикшереү һөҙөмтәһендә бына нимә асыҡлана: рядовой Тюлькин һул ҡулының бармаҡтарына балта менән... ике мәртәбә үҙе сапҡан икән! Тәүҙә ике бармағын, һуңынан өсөнсөһөн "яңылыш ҡына" сабып өҙгән... Эш шуның менән генә бөтһә, бәлки, был ваҡиға "шыма ғына" үтеп тә китер ине. Хәрби прокуратура һалдатты йәлләр ҙә ине, тип уйлайым. Әммә... Инде ҡулына "йәбешеп" уңала башлаған бармаҡтарының бәйҙәрен үҙаллы сисеп, тырнап, яраларына аңлы рәүештә инфекция индереп, табиптарҙың бар тырышлығын юҡҡа сығара Тюлькин! Уның "эше" артабан ни менән барып бөткәне миңә мәғлүм түгел. Һәр хәлдә, яҡшы түгелдер, тип уйлайым.
…Рядовой Джанбулатов Эркен. Мыҡты кәүҙәле шул ҡаҙаҡ егете һаман да күҙ алдымда. Намыҫлы, эш һөйөүсән, ябай ауыл малайы. Әлеге лә баяғы, дембелгә бөгөн-иртән ҡайтам, тип торған был һалдат бер "молодой"ҙың салбар ҡайышын һорап алған һәм уға үҙенекен ялғаған... "Үҙ иркем менән үләм" тигән ҡаҙаҡса яҙылған ҡағыҙ табыла уның кеҫәһенән. Доктор булараҡ, ана шул ваҡиғалар эсендә мин дә йөрөйөм. Ул ғына ла түгел, командирға шул бәләкәс кенә ҡағыҙ киҫәгендәге яҙыуҙы тәржемә итеп тә бирҙем. Часта ҡаҙаҡса белгән башҡа кеше табылманы, әллә ни, һалдат йыйып барған бер ҡосаҡ хаттарҙы урыҫ теленә тәржемә итергә ҡуштылар. Ауырлыҡ менән, хәлемдән килгәнсе тәржемәләнем... Һөйгән ҡыҙы икенсе егеткә кейәүгә сыҡҡан булған икән...

Шулай итеп…
Фамилия һәм исемдәр, әлбиттә, үҙгәртелде, әммә былар барыһы ла булған хәлдәр. Егеттәрҙе артыҡ ҡурҡытыу ниәте менән дә яҙманым был мәҡәләне, ә үҙ ғүмереңә, һаулығыңа һаҡсыл һәм ифрат та иғтибарлы булыуға йүнәлеш биреү маҡсаты менән бәйән иттем. Ҡәҙерле егеттәр, милләттәштәрем, яҡташтарым, ата-әсәләрегеҙ һеҙҙең имен-һау әйләнеп ҡайтыуығыҙҙы көтә. Ғүмерегеҙ тик башлана ғына. Гражданкалағы "Хәүефһеҙлек техникаһы" тип аталған нәмә әрмелә лә бар. Хатта унда был мәсьәлә күпкә юғарыраҡ кимәлгә ҡуйылған, тиһәм дә хаталанмайымдыр. Хәҙерге ваҡыттағы ҡатмарлы ҡорал, техника менән бәйләнешле һәр төрлө занятиелар алдынан мотлаҡ үткәрелә торған хәүефһеҙлек буйынса инструктаждарҙы һәр саҡ иғтибар менән тыңлағыҙ һәм унда әйтелгәндәрҙе һис һүҙһеҙ үтәгеҙ. Шул уҡ ваҡытта үҙегеҙҙең мосолман икәнлегегеҙҙе бер ҡасан да иҫегеҙҙән сығармағыҙ. Бер эште лә "Бисмиллаһ" әйтмәйенсә башламағыҙ. Бына шул саҡта хеҙмәтегеҙҙең срогы тулыу менән имен-һау көйөнсә туғандарығыҙҙы, яҡындарығыҙҙы ҡайтып күрерһегеҙ, иншалла. Ә кемделер һөйгән ҡыҙы көтмәне икән, быға һис тә ҡайғырмағыҙ, киреһенсә, шатланығыҙ ғына. Һалдатын әрменән көтә алмаҫтай ҡыҙ менән тормош ҡороп та, ғүмер буйы уның менән бергә йәшәүҙән кеше барыбер әллә ни отошта булмайҙыр...

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ,
яҙыусы, отставкалағы подполковник.
(Аҙағы. Башы 41-се һанда).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.10.16 | Ҡаралған: 1116

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru