"Киске Өфө" гәзитенең "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге "Башстатус" төркөмө менән берлектә иғлан иткән "Башҡорт китабы топ-100+" акцияһына ҡушылған уҡыусыларыбыҙҙың тәҡдимдәрен һәр һанда күрһәтә киләбеҙ. Бөтәһе лә уҡырға тейешле китаптар исемлеге яйлап үҫә бара. Бөрйән районынан гәзит уҡыусыбыҙ Һәҙиә Баймырҙина "Башҡорт китабы топ-100+" акцияһы исемлегендә Ғәли Ибраһимовтың "Кинйә" романы ла булырға тейеш, тип яҙа.
"Ҡасан ғына, ниндәй генә ваҡыттарҙа, кем араһында ғына һуғыш булмаһын, уның касафаты барыбер ҙә Рәсәйгә килеп теймәйенсә ҡалмаған. Ә Рәсәй эсендә йәшәүсе башҡорт тигән яугир халыҡ, әлбиттә, бындай ил-ара, донъяуи һуғыштарҙа иң алғы рәттәрҙә булған. Был яҙылмаған хәҡиҡәт, тулыһынса тоғро үтәлеп, һуңынан әҙәби-тарихи китаптарҙа ғына яҙылыр булды. Бына "Кинйә" романында ла, шулай уҡ Икенсе донъя һуғышын үтеп, күпте күргән башҡорт яҙыусыһы Ғәли Ибраһимов, Беренсе донъя һуғышынан алда булған Крәҫтиән һуғышы осорон һүрәтләй. Роман башҡорт хәрби етәксеһе Кинйә абыҙ Арыҫлановҡа арналған. Китапта Кинйәнең үҫмер сағы һүрәтләнеп, нисек итеп уның яугир булып китеүе, ни өсөн ихтилалға күтәрелеүҙәрен һүрәтләү менән бер юлы милләттең ҡатмарлы тормош юлдары ла сағылдырыла. Бөгөнгө көндәргә лә ауаздаш булған актуаль тема: Башҡортостанда йәшәгән башҡа милләттәрҙең бер-береһенә булған мөнәсәбәттәре кәүҙәләндерелә. Әҫәр тарихи даталар менән рәсмиерәк төҫ алһа, уның әҙәби образдар менән байытылыуы ябай кеше уҡырлыҡ, халыҡсанлыҡ өҫтәй. Романдың тарихҡа һәм халҡыбыҙ яҙмышына төплө бер ҡараш булдырыуын иҫәпкә алғанда, уны һәр башҡорт уҡып белергә тейеш. Шуға ла Ғәли Ибраһимовтың "Кинйә" романын "Башҡорт китабы топ-100+" исемлегенә индерергә тәҡдим итәм".
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|