«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАЛАЛАР ИЛАҺИ МУЗЫКА ДОНЪЯҺЫНА ИНӘ
+  - 

Ошо көндәрҙә Өфөлә Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге гимназия-интернатта яңы гимназистарҙы тәбрикләнеләр. Быйыл гимназист тигән ғорур исем йөрөү хоҡуғына кемдәр эйә булды икән? Беҙ буласаҡ музыканттар, инде үҙҙәре оло тормошҡа аяҡ баҫырға әҙерләнгән тәжрибәле гимназистар һәм уларҙың уҡытыусылары - остаздары менән яҡынданыраҡ танышырға булдыҡ.

"Гимназист сафына бағышлау" тантанаһы, әлбиттә, йыр-моңһоҙ үтмәй. Был көндә йәш музыканттар айырыуса тулҡынланды. Күптәре баш ҡала сәхнәһендә беренсе мәртәбә сығыш яһаны бит. Әйтәйек, Баймаҡ районы Аҡморон ауылынан 5-се класҡа уҡырға килгән Вәсилә Кейекбирҙина үҙ ауылында бер йыл фортепиано класында шөғөлләнгәндән һуң килгән был уҡыу йортона. Әле бик теләп кларнетта уйнарға өйрәнә. Бөгөнгө сарала ул фортепианола ла уйнаны, хорҙа ла йырланы. Музыка донъяһына ышаныслы аҙымдар менән килә Вәсилә. Гимназия тормошона ла өйрәнгән, үҙенә яңы әхирәттәр табырға ла өлгөргән. Уҡыуҙа ҡыйынлыҡ кисермәй: "Бында мин үҙемде ауылыбыҙ мәктәбендә уҡып йөрөгәндәй, яҡшы тоям. Ныҡ аптыратырлыҡ кәртәләргә юлыҡманым", - ти. Быныһы - бик яҡшы. Тимәк, гимназияла яңы мөхиткә килеп эләккән балаға йылы, яҡшы мөнәсәбәт барҙыр. Башланғыс синыф малайҙарына һәм ҡыҙҙарына ҡарап, уларҙың күҙендә бер генә лә һағыш эҙҙәре күрмәнем. Етәкләшеп, гөрләшеп, уйнап-көлөп йөрөп яталар. Эргәләрендә - нурлы йөҙлө ағай-апайҙар күҙ-ҡолаҡ.
Тынлы еҙ музыка ҡоралдары бүлеге мөдире, Өфө дәүләт опера һәм балет театрының симфоник оркестрының беренсе валторнасы-солисы Фларис Хисаметдинов күҙаллауынса, быйыл гимназияға алынған өс синыф "бишенсе"ләрҙең 70 проценты музыкала бик яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтмәксе. Тәжрибәле педагог гимназияға килеүсе балаларҙың әҙерлек кимәле, һаулығы төрлө йылдарҙа төрлөсә булыуын да һыҙыҡ өҫтөнә алды. "Һуңғы йылдарҙа райондарҙа мәктәптәр һаны ҡыҫҡарыу сәбәпле, күп балаларҙың музыкаль белеме лә юҡ. Улар яп-ябай фортепиано, баян кеүек музыка ҡоралдарын да белмәйҙәр. Шулай ҙа беҙ музыкаль белемде нигеҙенән башлап биргәнгә күрә, музыканттарҙы үҙебеҙ әүәләп алабыҙ. Балалар башланғыс әҙерлек менән килһә, тағы ла яҡшыраҡ булыр ине, әлбиттә", - тине Фларис Винарис улы. Ул 1990 йылда үҙе лә ошо уҡыу йортон тамамлаған. Быны ул эске кинәнес, ғорурлыҡ менән әйтте. "Гимназияны тамамлағандан һуң Өфө хәрби авиация оркестрында Фәрит Иҙрисов етәкселегендә хеҙмәт иттем. Башҡортостан Республикаһы гимнын ижад итеүгә мин дә үҙ өлөшөмдө индерҙем", - тине ул.
Әйткәндәй, был уҡыу йортон тамамлаған егеттәр барыһы ла хәрби хеҙмәткә атлығып торалар икән. Хәрби оркестрҙарҙа уйнай улар. "Ғәскәргә музыка шуға кәрәк: ул рухландыра, ватанды һаҡлауға ынтылышты көсәйтә. Бөгөн минең тиҫтәнән ашыу уҡыусым Мәскәүҙә хәрби оркестрҙарҙа хеҙмәт итә, бер ыңғай төрлө консерваторияларҙа белемдәрен камиллаштыра", - ти Фларис Винарис улы.
Гимназия-интернатты бер йылдан тамамлайым, тип торған Илнур Фәтҡуллин менән дә һөйләшеп алдыҡ. Ул беҙҙе саф башҡортса һөйләшеүе менән ҡыҙыҡһындырҙы. Белорет районы Асы ауылынан икән. Бында торба класында уҡый. Уның үҙенә бөгөнгө һымаҡ "бағышлау" байрамы тәтемәгән: 6-сы синыфҡа ғына килгән ул бында. Ауылдашы, синыфташы, дуҫы Байегет Мөхәррәмов атлы егет ҡоҙалаған. Бында уҡыуына бер ҙә үкенмәй Илнур, ҡыуана ғына. Режим менән йәшәүгә лә күнегеп бөткән, режимда була торған ҡайһы бер үҙенсәлектәрҙе лә тыныс ҡабул итә. "Йылдан-йыл көсөргәнеш арта барғанға күрә, буш ваҡытыбыҙ ғына юҡ. Юғиһә "Киске Өфө"нө лә йышыраҡ уҡыр инем", - тип әйтеп һалды ул. Был һүҙҙәре беҙҙең, гәзит хеҙмәткәрҙәренең күңеленә май булып яғылды ла ҡуйҙы. Гимназия етәкселегенең "Киске Өфө" гәзитенә яҙылыуы бушҡа китмәгән, тигән һығымта менән ҡайттыҡ был байрамдан.

Иҙел РӘХИМОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 21.11.16 | Ҡаралған: 1249

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru