«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТЕРЕ ҠАЛҺАМ, НАМАҘ УҠЫР ИНЕМ...
+  - 

Был яҡты донъяларҙың серен белеп тә, аңлап та бөтөрөрлөк түгел... Минең аңлауымса, һиҙемләүемсә, беҙҙең эргәлә параллель донъя бар: ул Илаһи көс беҙҙең бөтә донъябыҙҙы ҡора, беҙҙе йәшәтә, эшләтә һ.б. Быға мин үҙем инандым...

Мин башҡаларҙан айырылып бармаған ҡәҙимге кешемен. Ауылда күп балалы ғаиләлә тыуып үҫтем, ҡалаға сығып китеп, белем алдым, тормошҡа сыҡтым. Бер йылдан улыбыҙ тыуҙы. Тик ирем менән 5 йыл ғына йәшәнек, эсә, һуғыша башлағас, айырылыштыҡ. Баш ҡалала унда-бында күсеп йөрөп, тамам ялҡҡас, улым менән икәүләшеп тыуған яғыма әйләнеп ҡайттыҡ. Тәүҙә апайымдарҙа йәшәнек. Һуңынан минән өлкәнерәк, тәүге ҡатыны менән айырылған бер ирҙе осратып, уға кейәүгә сыҡтым һәм уның донъяһында йәшәй башланыҡ. Башта, әлбиттә, беҙҙең турала төрлө ғәйбәттәр, яман һүҙҙәр һөйләнеләр. Тик ирем үҙенең туғандарынан да, минекеләрҙән дә һүҙ әйттермәне, ҡыйырһытманы, улымды үҙенең балаһы кеүек ҡабул итте, тәрбиәләне. Яйлап, бөтәһе лә үҙ урынына ултырҙы, ҡәҙимгесә йәшәп алып киттек. Хәҙер икенсе балабыҙ- ҡыҙыбыҙ бар. Бер ҡарауға, кешенән кәм-хур йәшәмәйбеҙ, улымды бергә үҫтерҙек, ул иремде "атай" тип кенә тора, уҡыттыҡ, әле армияла хеҙмәт итә. Ҡыҙыбыҙ ҙа үҫеп килә, быйыл 1-се синыфҡа уҡырға бара. Иптәшемдең тәүге ҡатынынан балалары, ейәндәре беҙгә килеп йөрөй, сыр-сыу килеп, ғауғалашып ултырған юҡ, һәүетемсә йәшәп ятабыҙ, Аллаға шөкөр. Үҙем эшләйем, ике юғары белемем, яратҡан һөнәрем бар. Өйҙә лә, эштә лә өлгөрөргә тырышам, бигерәк тә тәмле-татлы итеп бешеренергә, бәйләргә, китап уҡырға яратам. Бергәләп ҡош-ҡорт, мал-тыуар, бал ҡорттары ҡарайбыҙ, үҙебеҙҙең көс менән тапҡан малға, донъяға ҡыуанып йәшәгән булабыҙ. Беҙҙән кеше өҙөлмәй: балалар, ейәндәр (иптәшемдең тәүге ҡатынынан), туғандар, таныштар, дуҫтар килеп-китеп тора, Аллаға шөкөр. Бөтәһенә лә асыҡ йөҙ күрһәтергә, ихлас ҡунаҡ итергә, уларҙың күңелдәрен күрергә тырышабыҙ...
Тик һуңғы ваҡытта ошондай табындар эске менән йыш бәйләнә башланы. Табындар күңелле үтә, әлбиттә, тик икенсе көндө "эскегә һалышмаһам ярай ине" тигән уйҙар мейене телгеләп, ныҡ ҡурҡыта башлай. Һәр ошондай табындан һуң эстән генә Хоҙайҙан мине яман ризыҡтан айырыуҙы һорай инем. Быйыл бигерәк тә сейә күп булды, бик күп компот эшләнем, һәр банканы япҡан һайын "Эскеһеҙ табындарға яҙһын", тип теләйем. Сөнки эске табындары көн дә булмаһа ла, аҙна һайын ҡабатланып торҙо: тыуған көндәр, эштәге уңыштар, яңы машина-әйберҙәр, отпуск, ял итеүҙәр һ.б. Бер яҡтан ҡараһаң, шатлыҡҡа тулы тормош, икенсе яҡтан, ул шатлыҡтар араҡы менән "йыуыла"...
Бына бер көндө йыраҡтан бик оҙаҡ йылдар күрешмәгән ауылдашыбыҙ, әхирәтебеҙ отпускыға ҡайтып төштө. Һәр ваҡыттағыса, ҡунаҡ булдыҡ, йәшлек хәтирәләрен иҫкә төшөрҙөк, бик матур ғына кис ултырып ташланыҡ. Ирем ул көндө эштән һуң ғына ҡайтты, эске табынын күреп, кәйефе лә төшкәйне уның, мин бер һүҙ ҙә әйтмәнем, әйтһәң, ғауға буласаҡ, шуға ла ҡунағымды оҙатҡас, әкрен генә өҫтәлде йыйыштырып, йорт-ҡураны ҡарап, ҡош-ҡортто ашатып, йоҡларға яттым. Бер заман төнгө сәғәт өстә "Эсеп үлгән, эсеп үлгән" тигән бик шат һәм тантаналы итеп ҡысҡырышҡан тауыштарға уяндым да, кемдең эсеп үлгәнен аңламай ыҙаландым. Ә тауыштар артҡандан-арта барҙы, уларға башҡалар ҙа ҡушылды. "Эх, иренә әйтмәне, ҡыҙын детдомға бирмәһә ярай ине!" "Улына ла хәбәр итмәне (улым Мәскәүгә эшкә киткәйне), сәғәт өс, Мәскәүҙә - бер, хәҙер шылтыратһа ла була инде, тик нимә тип әйтер икән уға?" "Эй, бахырың, әллә күпме компот эшләне, үҙе эсә лә алманы..." Ошондай тауыштарҙы ишеткәс, минең турала һүҙ барғанын аңланым. Береһен дә күрмәйем, тик эргәмдә йөрөгән, һәр аҙымымды күҙәткән, һәр һулышымды тойған "кемдеңдер" минең бөтә тормошомдо тәфсирләп, әсенеп һөйләгәнен тойҙом. Үҙем аңлайым, ишетәм, күҙем асыҡ, тик бер нәмә лә эшләй алмайым. Ул тауыштар һуңғы ваҡытта күргән төштәрҙән эпизодтарҙы ла иҫкә төшөрҙө, "Эсергә ярамағанлығын, иманға килеүеңде беҙ һиңә төштәреңдә лә аңлатырға тырыштыҡ, аңламаның..." тип үпкә белдерҙеләр. Һәм улар тауышына тағы кемдәрҙеңдер (шайтандарҙың икәнен аңланым) "Эсеп үлгән, эсеп үлгән!" тигән шатлыҡлы тауыштары ҡушылды. Күҙ йомолһа, ауыҙ асыла, эстән бер нәмәне һура башлаған кеүек тойола. Инде күҙ йомолдо, тигәйнем, 6 йәшлек ҡыҙым ныҡ итеп сәсемдән тартты, күҙемде асып ҡараһам, ул бер нәмә булмағандай, эргәмдә иҙрәп йоҡлап ята. Тауыштар тағы дауам итте: "Ярай, үлгән тип кешеләр килер, былай өйө, постеле таҙа ғына, оят булмаҫ!" "Эх, йыуынып, тәһәрәт алып ятһа ярай ине, йән сыҡҡанда ғәүрәттәр ҙә сыға, бысранаһың", тигән тауыштан һуң, тороп, йыуынып ятырға булдым. Ни ғәләмәт, мин атлап йөрөмәйем, аяғым иҙәнгә теймәй, бына-бына осоп китермен кеүек, аптырап, иҙәнгә ҡаты итеп баҫып ҡарайым, иҙәнде тоймайым. Шулай ҙа йыуынып, таҙарынып яттым, сәғәт таңғы 5 етеп килә ине. Төнө буйы йоҡламаған кеүекмен, хәлем дә ныҡ бөткәйне, арығайным, ике сәғәт йәнемде тартҡысланылар, йолҡҡосланылар. Ни булһа ла булыр, тип ята бирҙем. Шунда миңә ап-асыҡ үҙемдең ике йөҙөмдө күрһәттеләр: береһе - матур кейемдә, оҙон йәшел күлдәктә, мәсеткә китеп барам, икенсеһе - эсеп, йөҙөм күгәреп бөткәйне. "Мин дә үлдем, буғай", тигән уйҙар менән теге донъяға китергә ризалаштым. "Тере ҡал-һам, намаҙ уҡыр инем!" тинем дә, күҙҙәремде йомдом...
Иртән уянғас, тере ҡалыуыма оҙаҡ ышанманым. Тәндең, йәндең ныҡ итеп әрнеп һыҙлауына ҡарамай, тороп, ваҡ-төйәк мәшәҡәттәр менән булыша башланым. Төнгө мәхшәр күҙ алдында тик тора, бөтә деталдәренә тиклем иҫләйем. Шулай шаңҡып бер көн йөрөнөм, шунан йома көндө ҡыҙым менән мәсеткә киттек. Йома намаҙына тиклем арыу ғына ваҡыт булһа ла, халыҡ күп ине, кемдер ҡорбан салдырған, бай табын ҡорғайнылар. Шунда миңә "Бына Хоҙай һинең мәсеткә килеүеңә ҡалай ҡыуана, бай табын-өҫтәлдәр менән ҡаршы ала", тигән һүҙҙәр ишетелгәндәй булды. Кешеләр килә торҙо, мәсет намаҙҙарын уҡый торҙо. Ә минең күҙҙәрҙән туҡтатып та, тыйып та булмаған күҙ йәштәре аҡты ла аҡты... Намаҙ уҡыған апай-инәйҙәр шул тиклем һөйкөмлө, сибәр, мөләйем инеләр. Улар миңә шундай бәхетле, таҙа, саф күңелле булып күренде. Улар янында үҙемде ҡарт, йәмһеҙ, килбәтһеҙ, наҙан итеп тойҙом. Шуға ла мин уларҙан көнләшеп илай инем... Кәйеф-сафа ҡорған табындарҙа үҙемде күтәренке кәйефле итеп түгел, яланғас йөрөгән кеүек күрҙем, миңә ошондай табындарҙа ултырған сағым өсөн шул тиклем оят булды, әйтерһең дә, ике бала алдында еңелсә иҫерек түгел, ә шәрә яланғас йөрөгәндәй булдым. Иҫ киткес оят ине: балаларым, ирем, әсәйем, туғандарым алдында! Ә әсәйем бит иманлы кеше, хаж ҡылған, 5 намаҙын ҡалдырмай, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ураҙа тота (Һуңынан әйтте ул: "Балаларым намаҙ уҡыһын тип гел теләнем, иншалла, 3 балам намаҙға баҫты!"- тип.)
Ошолай шаңҡып ҡайттым мин мәсеттән. Ике көндән һуң аяҡтарым үҙенән-үҙе ауылға атланы, әсәйем янына, намаҙ уҡырға өйрәнергә! Әсәйемә түкмәй-сәсмәй бөтәһен дә һөйләнем, ул тыңланы ла ауылдағы мәсеткә, аҡшам намаҙына алып китте. Намаҙлыҡҡа баҫыу менән үҙемде яңы тыуған саф, таҙа, гонаһһыҙ сабыйҙай хис иттем, бәхетемдән осоп киткәндәй булдым. Шундай еңеллекте, рәхәтлекте, илаһилыҡты күптән татымағанымды аңланым. Шул кистә әсәйем менән бергә йәстү, витр намаҙҙарын уҡыныҡ. Мин ул төндә ауылда йоҡлай алманым, минән төнө буйы "Әл-Фатиха" сүрәһен "ятлаттылар", уянам да, доға ҡабатлайым, ҡайһы ваҡыт доға әйткән тауышыма үҙем уянып китәм. Шулай итеп, "Әл-Фатиха" сүрәһен ятланым! Һуңынан башҡа доға-сүрәләрҙе лә шулай йоҡлағанда ятланым, шуға ла еңел булды. Бер аҙна тирәһеләй ирем дә намаҙ уҡығанды белмәне, белгәс, әҙерәк әрләште, риза булмай маташты, тик һуңынан килеште.
Әкренләп намаҙ уҡый башлағайным, ике эш тәҡдим иттеләр. Ике урында эшләп, намаҙын уҡырмы икән, тигән Хоҙайҙың бер һыныуы булдымы, әллә ике эш хаҡы алам тигән нәфсе ҡотҡоһомы - аңламаным. Ике эштән арып-талыуҙар, ғаилә, балалар, бөтмәҫ йорт мәшәҡәттәре булһа ла, намаҙҙы ташламаным. Быйыл 10 августа намаҙға баҫыуыма 1 йыл булды! Намаҙға баҫыу ғына тип әйтеү булмаҫ ине быны, күңел тыныслығы табыуға, яҡты донъяларҙы яңынан таныуға, Хоҙайҙан әйтеп бөтмәҫлек көс-ҡеүәт алыуға 1 йыл булды! Намаҙ һайын Хоҙайҙан ошо доғалы, иманлы, намаҙлы тормоштан мине айырмауын теләйем, һорайым, иншалла, шулай буласаҡ та! Әсәйем дә бит беҙгә шундай изге теләктәр теләгән, Аллаға шөкөр, 5 балаһы бөтәһе лә белемле, намаҙ уҡый белә, иманлы тормошта йәшәй, ошонан да ҙур бәхет бармы икән әсә кешегә!
Был ваҡиғанан һуң бер хәҡиҡәтте аңланым: беҙҙең эргәлә фәрештәләре, шайтандары, иблестәре булған параллель донъя бар. Беҙ уларҙы күрмәһәк тә, улар беҙҙе белә, күрә, киҫәтә, ҡоторта... Һәм беҙ был донъяға һынау тотоу өсөн генә килгәнбеҙ - теге донъяла ожмахҡамы-тамуҡҡамы эләгеүебеҙ бөгөнгө эштәребеҙҙән, ғимәлдәребеҙҙән, ғибәҙәттәребеҙҙән тора! Тик Хоҙайҙың ҡеүәте менән, изге доға-аяттар аша беҙ был донъяның матурлығын, мәғәнәһен күрә лә, тоя ла алабыҙ, шуға ла тик Хоҙайға һыйынырға, табынырға тейешбеҙ, иншалла, шулай булһын! Әйткәндәй, минең кинәт намаҙға баҫыуым бик күптәр өсөн көтөлмәгән ваҡиға булды, кемдер аптыраны, кемдер аңламаны, кемдер сәйерһенеп ҡараны, ә миңә уларҙың фекере барыбер ине, тик Хоҙай ғына сәйерһенмәһен, ситкә типмәһен тип теләнем, теләйәсәкмен дә!

ӘЙТКӘНДӘЙ...
Ошо ваҡиғанан һуң күпмелер ваҡыт үткәс, мәрхүм атайым төшөмә инде. Бик ашығып: "Һин яҙып ҡуй, ике донъя бар тип яҙып ҡуй!" - тине. Бына, атайымдың һүҙен үтәнем, ике донъя бар, тип яҙып ҡуйҙым...

Айһылыу ҒҮМӘРОВА.
Дыуан районы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 28.11.16 | Ҡаралған: 1571

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru