«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МИН НИҢӘ УНЫ ҺАЙЛАНЫМ?
+  - 

Мин үҙем ғүмерем буйы матбуғат баҫмаларында эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан кеше булараҡ, гәзитһеҙ көнөмдө күҙ алдына ла килтерә алмайым, шуға күрә пенсиямдан арттырып, гәзит-журналдарға яҙылырға тырышам.

Нисек кенә экономияларға тырышһаң да, пенсия аҡсаһына ғына бөтөн гәзит-журналдарыбыҙға яҙылып булмай шул. Мин үҙемдең рухи һәм мәғлүмәткә булған ихтыяжыма яуап бирерҙәй берәй баҫманы эҙләп, һайлай торғас, "Киске Өфө"гә туҡталдым һәм әлегә тиклем яратып уҡыйым. Беренсенән, ул ҡоро мәғлүмәт биреүҙән йәки айырым берәй кеше - ябай хеҙмәткәр йә пенсионер булһынмы ул, йә билдәле шәхесме - уның хаҡында һөйләп сығыуға (тормош юлын, наградаларын һ.б.) ҡоролған ялҡытҡыс һүрәтләмәләрҙән азат булыуы менән оҡшай. Дөрөҫөн әйткәндә, ундай материалдар мәҡәлә геройының үҙенән һәм уның туғандарынан башҡа берәүгә лә кәрәкмәй. Ә бит гәзит уҡыусыны уларҙың ниндәйерәк кеше булыуы, заманыбыҙ йә берәй хәл-күренештәр хаҡында нимәләр уйлауы - фекере күберәк ҡыҙыҡһындыра. "Киске Өфө"нөң "Диалог", "Монолог", "Заман башҡорто", "Түңәрәк ҡор" һәм башҡа шундай әңгәмәләре тап ана шундай талаптарға яуап бирә лә инде. Улар һәр ваҡыт фәһемле, уҡымлы.
Икенсенән, халҡыбыҙ тарихы, ауыҙ-тел хазиналары, йолалары хаҡында ошоға тиклем аҙ билдәле материалдар биреп барыуын да юғары баһалайым гәзиттең. Йолалары, тигәндәй, халҡыбыҙ борон-борондан сәләмәт тормош рәүеше менән йәшәгән: эскәне ҡымыҙ ҙа, буҙа ла, һурпа ла, сәй булған. Алкоголдең нимә икәнен дә белмәгәндәр. Халҡыбыҙҙың бағымсылары ла күп булған, улар ҙа кешене сәләмәтләндереү, дауалау юлдары хаҡында бик мәғлүмәтле булған. "Киске Өфө"нөң һуңғы һандарында "Йолалар" рубрикаһында баҫыла башлаған "Халыҡ медицинаһы" яҙмаларын киҫеп алып һаҡлайым. Уның авторы, танылған табип, медицина фәндәре кандидаты Варис ағай Ғүмәровты ла яҡшы белә инем: "Башҡортостан" гәзите, "Башҡортостан ҡыҙы" журналдарының әүҙем авторы булды. Уның "Башҡорт халыҡ медицинаһы" тигән китабы 1985 йылда ни бары 5 мең тираж менән рус телендә генә нәшер ителә, унан һуң китапты БДМУ нәшриәте рус һәм башҡорт телдәрендә ни бары 100-әр дана ғына баҫтырып сығара. Улары ла студенттар һәм уҡытыусылар араһында таралып бөтәлер, сөнки хәҙер уларҙы бер ҡайҙан да, хатта ҡала китапханаларынан да табып булмай. Бик файҙалы ҡулланма.
Быйыл гәзиттең 46-47-се һандарында талантлы ғалим-антрополог, этнограф, тарихсыбыҙ Ринат Йосоповтың "Һөлдәләрҙең теле булмаһа ла, тарихҡа тел асҡысы улар" тигән яҙмаларын уҡыу бәхетенә өлгәштек, ундағы мәғлүмәттәр миндә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Йәл, иртә китеп барҙы халҡыбыҙҙың был ир-азаматы... Ошондай уникаль хеҙмәттәрҙе баҫып сығарыуы өсөн "Киске Өфө" гәзитенә рәхмәттәремде еткерәм. Был гәзитте алдырып уҡыуыма ҡыуанып бөтә алмайым.
Иң мөһиме - хаҡы ла бит ҡиммәт түгел. Әйтеүемсә, мәсьәләнең был яғы ла бик мөһим беҙҙең өсөн. Гәзиттең тел-стиль үҙенсәлектәре лә иғтибарҙы йәлеп итә. Журналистар йылдар буйына килгән "гәзит теле, штамп"тарҙан ҡотолорға тырыша һәм был дөрөҫ тә, сөнки ҡоро, рәсми телле баҫмаларҙы уҡығы ла килмәй бит ул. "Киске Өфө"нө уҡыусылар күберәк булһын ине, тип теләйем һәм был гәзит коллективына тынысланып ҡалмауын, артабан да ҡыҙыҡлы, әһәмиәтле материалдар эҙләп табыуҙа егәрлелек, ныҡышмалыҡ теләйем.

Ғәлиә ЙЫҺАНШИНА.
Өфө ҡалаһы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 12.12.16 | Ҡаралған: 1053

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru