«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МӨҒЖИЗӘ КӨТӨҮ ФӘЛСӘФӘҺЕ
+  - 

Яңы йыл төнө һәр кемдең күңеле яҡты өмөттәр менән тулышҡандан-тулышып, мөлдөрәмә булған мәл. Балаларҙы күҙ уңында тотмайым мин. Улар былай ҙа мөғжизә илендә йәшәй был көндәрҙә: шыршы байрамдары, Ҡыш бабай бүләктәре, сюрприздар. Танауҙарына еҫ кергәндәре лә әкиәти тойғоларҙы кисерә әле, байрам алды эйфорияһында йөрөй. Ололар ҙа Яңы йылдан нимәлер көтә бит. Тик күптәр быны башҡаларға белдермәй. Уйлап ҡараһаң, бер ниндәй ҙә мөғжизә булмаҫын беләһең, был шул уҡ үтеп китә торған төндәрҙең береһе, әммә... күңел тулышҡан һәм ул йырылыу юлын эҙләй. Ахырҙа, тап ана шул мөғжизә көтөү мәле иң мөһим торош булып сыға ла инде.

Был төнгә һәр кемдең үҙ хыялы. Кемдер иртәгәнән башлап яңыса йәшәй башлайым, тип уйлай. Икенселәр - бәхетен табыуға, өсөнсөләр - байыуға, дүртенселәр һауығыуға өмөтләнә. Һәм шул теләктәренең тормошҡа ашыуын көтә башлай. Башта көн дә көтә, бына-бына булыр, шулай килеп сығыр, тип һағалай. Әммә көндәрҙе көндәр, айҙарҙы айҙар ҡыуып ваҡыт үтә, ә хыялдар ҡабул булмай. Был мөғжизә көтөү процесы бер нисә айҙарға һуҙылып, кешенең эсендәге бар ғына ыңғай энергияһын һурып сығарып бөтөргә лә мөмкин. Сөнки был үҙенә күрә донъяға хәтерең ҡалыу, эске үпкәләү ул. Был ҡәнәғәтһеҙлек тойғоһо яйлап-яйлап үҫеп, ҡатып, ҙур бер асыуға әүерелә. Эсендә бындай асыу йәшәгән кеше эргә-тирәһендәгеләр менән дә килешә алмай. Юҡҡа-барға мыжый, бәйләнә, уның өсөн бөтә нәмә лә насар, алда яҡтылыҡ юҡ һәм булмаясаҡ та. Әлбиттә, ул бөтөн был негатив уйҙарҙың үҙ эсенән килеүен аңламай, киреһенсә, тышҡы яҡ уны шулай ҡыйырһыта, ауырыта, иҙеп тотона, уға яратҡан эше, шөғөлө менән булышырға бирмәй, кемдәрҙер уны яратмай, күрә алмай, көнләшә, тормошон ағыулай тип әсенә.
Ысынында, мөғжизә ул һинең үҙеңдә. Уның инеше - һин үҙең. Бары тик мөғжизә көтә башларҙан алда, хыялдар теҙмәһенә бер нәмәне генә өҫтәргә кәрәк: "Алла бирһә, мин үҙем..." тигәнде. Һәм мотлаҡ "үҙегеҙ" икәнде онотмаҫҡа. Мәҫәлән, сәләмәт булыуҙы көтәһең икән - спорт менән шөғөллән, эсмә, тартма, дөрөҫ туҡлан һ.б. Өс-дүрт айҙа һин был мөғжизәнең ысынлап барлығын тоясаҡһың.
Бәхетле булырға, донъя йәмен тойоп йәшәргә теләйһең икән - оло бәхет көтөп ултырма, уны бәләкәй генә шатлыҡтарҙан йый. Һауыҡтыр күңелеңде, ҡаралыҡтан арала, таҙала. Мәҫәлән, иртәнсәктән ыңғайға көйләнеп тор (уның өсөн кистән яҡшы уйҙар уйлап, сүрәләр уҡып, матур теләктәр теләп ят). Иртә тор, түшәктә йыбанып ятыу, артыҡ йоҡлау кешене көндән-көн батыра. Ялҡауландыра, уның уйҙарын да ойота ғына бара. Уянғас та шундуҡ ҡалҡын, ғаилә ағзаларына йәки эргәңдәгеләргә йылмайып өндәш, көнөңдө матур үткәрергә теләгәнеңде онотма. Күршең яман ҡараһа ла, коллегаң тупаҫыраҡ өндәшһә лә - хәтереңдә тот: улар һинең эсеңдә түгел, тимәк, һинең донъяға ҡарашыңда бөтөнләй ҡатнашмайҙар. Улар һинең яныңдағы есемдәр генә. Улар һин нисек ҡабул итәһең, шулай булалар. Ошо торошто бер өс-дүрт көн ҡабатлағанда, башҡаларҙың үҙеңә ҡарата асылыуын тоясаҡһың һәм күп нәмәләр икенсе төрлө мәғәнә аласаҡ. Тимәк, һин үҙеңә мөнәсәбәтте үҙең яһайһың. Бәләкәй нәмәләргә лә шатлана бел, тинек. Быға мин һатып алған сәйеңдең тәмле булыуын да, ябалаҡлап ҡар яуыуын күҙәтеүҙе лә, яҡын кешең менән телефондан һөйләшеп алыуҙы ла, балаңдың яҡшы билдәләрен дә, йөрәккә ятышлы көй тыңлап алыуҙы ла индерәм. Һәр нәмәнән позитивын ғына алып өйрәнеү, гел яҡшыға һаплау ыңғай энергияны булдыра һәм, әлбиттә, ул энергияны башҡалар ҙа тоя. Улар ҙа уны ҡабул итә һәм һинең яныңдағы аура үҙе бер йылы мөхиткә әүерелә. Ошо торош бәхет була ла инде.
Байығыу йәки үҙеңде бай итеп тойоу мәсьәләһендә лә иң беренсе сиратта күңел байлығы тора. Скептиктар был тәңгәлдә ниндәй генә дәлилдәр килтерһә лә, беҙ күңеле ярлы булған, йөрәгендә ижадҡа урын табылмағандың үҙен эш аты итеп кенә тотоуын һәм һығылып йығылғансы ғына саба икәнен беләбеҙ. Кеше ярты ғүмерен баш өҫтөндә ҡыйыҡ булдырыуға, яҡшы машина һатып алыуға, ашау һәм кейенеүгә арнай. Тәне өсөн хеҙмәт итә, йән төшөнсәһен онота. Шул хеҙмәт юлында алдай, урлай, намыҫһыҙ эштәр башҡара, дан артынан ҡыуа, үҙенә файҙа килтерер генәне уйлап йәшәй. Ә йән ул шундай нәмә - ул донъя байлығына мохтаж түгел, ул уның менән туйынмай. Шунлыҡтан, бөтөн был "ауырлыҡты" ла бары ваҡытлыса ғына күтәрә ала. Мәле етһә, ул быларҙы һелкеп кенә ташлай. Һәм шул мәлдә кеше ғүмер буйы йыйғанының тәмен тоймай башлай. Уйлап ҡараһаң, хатта көлкө лә кеүек, күҙ алдығыҙҙағы тәҙрә аша күренгән ошо ерҙәр өсөн дә ниндәй генә халыҡтар һуғышмаған, яуҙар үтмәгән, уларҙы ниндәй генә хаҡтарға һатып алып, талап алып, бөгөн дә кәртәләп бикләп ултырмайҙар. Шул ер хужаларының береһе лә бөгөн юҡ, улар туҙанға әйләнгән, тағы ла илле йылдан былары ла булмаҫ, икенселәре килер. Ә әлеге ер тик ятыр. Тағы ла әллә күпме шундай "хужаларҙы" күрер әле. Ошоларҙы уйлаһаң - оят. Шул ғына фәлсәфәне аңламағанға.
Бер нәмәне лә ярһып яратма, ярһып табынма, ярһып талап итмә, бар нәмәлә сама бел, тип өйрәтә аҡыллы китаптар. Һәм дөрөҫ өйрәтә лә. Балаңды үтә яратыу ҙа, халҡыңды иң шәбе тип иҫәпләү ҙә, үҙеңде иң аҡыллыһы тип уйлау ҙа бары төңөлөүгә алып килер хата уйҙар ғына ул. Шундай уҡ уйлы, шундай уҡ сифатлы, хатта күпкә шәберәктәрҙең яныңда барлығын һәм улар ҙа Хоҙай тарафынан яратылып, һинең менән бер хоҡуҡта йәшәргә теләгәндәрен онотма. Идиллияның нигеҙе ошонда ла. Шулай итеп, Яңы йыл төнөнән мөғжизә көткән мәлдә, шул мөғжизә тормошҡа ашһын, йәшәйешебеҙҙә нимәләрҙер үҙгәрһен, хәйерле яңылыҡтар килһен өсөн беренсе аҙымды үҙебеҙҙән башлайыҡ. Бөгөндән. Хәҙерҙән.

Әлиә ИСМӘҒИЛЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.12.16 | Ҡаралған: 1180

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru