«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
"БЕҘҘЕКЕ"НДӘ МИЛЛИОНЛАҒАН "МИНЕКЕ" БАР
+  - 

Һуңғы ваҡытта баш ҡалала вандализм тигән һүҙ йыш яңғырай башланы, сөнки йә тегендә, йә бында ниндәйҙер зыян эшләнеп кенә тора. Өфө ҡала округы хакимиәте хәбәр итеүенсә, йорт подъездарындағы баҫҡыс майҙансыҡтарына, почта йәшниктәренә, яҡтыртҡыстарға, һүндергестәргә, сарҙаҡҡа менеү йәки подвалға төшөү юлдарының бигенә, лифт кабиналарына, йорттарҙың фасадтарына, домофондарға, сүп-сар урналарына һәм эскәмйәләргә көн юҡ.

Шулай уҡ идара итеүсе компаниялар йыл һайын йорттарҙы йылытыу миҙгеленә әҙерләгәндә баҫҡыс майҙансыҡтарындағы ватылған тәҙрә быялаларын алмаштырыу өсөн дөйөм суммаһы 1,2 миллионлыҡ быялалар һатып алырға мәжбүр. Был сумма әллә ҡайҙан күктән төшмәй, ошо уҡ йортта йәшәүселәрҙең кеҫәһенән сыға. Ә бит хәҙер күпселек йорттарҙа домофондар тора, уларға еңел генә инеп тә булмай. Тимәк, вандализм йә ошо йортта йәшәүсе балаларҙың һәм үҫмерҙәрҙең, йә уларҙың дуҫтарының эше. Һәм улар үҙҙәре йәшәгән йортто ремонтлау өсөн аҡсаны ата-әсәһе, олатай-өләсәһе түләүен аңларға тейеш. Быны аңлатыу, әлбиттә, ғаилә ағзаларының бурысы.
Тағы бер мәлгә иғтибар итмәү мөмкин түгел: быйыл вандалдарҙың эшмәкәрлеге эҙемтәләрен бөтөрөүгә генә муниципалитет 1,5 миллион һум өҫтәмә аҡса бүлергә мәжбүр булған. Был инде ҡайҙалыр яңы балалар майҙансығы, ял урындары, спорт майҙансығы һ.б. төҙөлмәй ҡалды, йәғни халыҡтың уңайлылығы өсөн ниндәйҙер шарт үтәлмәне йәиһә тотҡарланды, тигән һүҙ. Ғәҙәттә, беҙ вандализмды киңерәк мәғәнәлә ҡулланып өйрәнгәнбеҙ, шуға күрәме икән, йорттарҙағы лифт төймәләренең ватылыуы, быялалар ҡыйралыуы, стеналарҙың төрлө һүҙҙәр менән сыбарланыуын вандаллыҡ акты икәнлеген уйлап та тормайбыҙ, шикелле. Күптәр иһә донъяны үҙенең фатиры эсендә генә тип күҙаллап, унан ситтә булған ваҡиғаларға күҙ йомоп ҡарарға тырыша.
Ә был ваҡытта вандаллыҡ йәмғиәтебеҙгә ныҡлап үтеп инә бара, йорттарҙың подъезынан башланған насар ҡылыҡтар ҡала урамдарына сыға, парктарға, скверҙарға, мәҙәни һәм архитектура, тәбиғи һәйкәлдәргә зыян килтерә. Декабрь башында БДУ базаһында уҙғарылған "Ҡала йөҙө - һинең йөҙөң!" тип аталған түңәрәк ҡорҙа ла һөйләшеү тап ошо хаҡта барҙы. Унда ҡатнашыусы белгестәр белдереүенсә, баш ҡалала вандализм күренештәре былтырғыға ҡарағанда артҡан. "Индиго" МБУ-һы директоры Ольга Реутская фекеренсә, "йәмғиәттәге иҡтисади көрсөк халыҡта хәүеф, агрессия артыуына килтерә. Ә 14-15 йәшлек үҫмерҙәр бик йыш ошо көрсөккә мөнәсәбәтен ниндәйҙер ҡылығы аша сығара. Моғайын, был тормош кимәленең насарайыуы менән риза булмауҙы күрһәтеүҙең бер формаһылыр!"
Ҡайһы бер осраҡта, эйе, үҫмерҙәрҙең яңы тойғолар кисергеһе килә. Ошо йүнәлештә, улар алкоголь һәм наркотик ҡулланып ҡарай, уларҙың йоғонтоһонда емергес көс вандализм күренеше булараҡ сағылыш таба ла инде. Шуға күрә, белгестәр белдереүенсә, үҫмерҙәр вандализмын иҫкәртеүҙә алкоголизмды һәм наркоманияны профилактикалау мөһим роль уйнай. Шулай уҡ йәш өфөләргә үҙ ҡалаңа һөйөү тәрбиәләү маҡсатында төрлө социаль акциялар, флешмобтар ойоштороу зарурлығы ла бар.
Ә шулай ҙа барыһы ла ғаиәләнән киләлер, моғайын. Берәү ҙә бит үҙ өйөндәге йыһазды ватмай, ундағы матурлыҡты юҡҡа сығармай, киреһенсә, арттырырға тырыша. Дәүләттең яңы ҡоролошо, яңы формация кеше аңындағы коллективизмды ҡыҫырыҡлап сығарып, индивидуализмға йүнәлеш алыуҙа яталыр был күренештең төп сәбәбе, сөнки йәмғиәттә хәҙер "беҙҙеке" тигән төшөнсәне "минеке" баҫып китте, әммә "беҙҙеке"гә әллә күпме "минеке" инеүен генә оноттоҡ, күрәһең. Шулай булмаһа, кеше ҡулы менән эшләнгән нәмәләргә ихтирам, тәбиғи, архитектура ҡомартҡыларына, һәйкәлдәргә һаҡсыл ҡараш булыр ине бит. Әйҙәгеҙ, тирә-яҡта беҙҙең өсөн булдырылған уңайлыҡҡа, матурлыҡҡа һаҡсыл булайыҡ.

Зәйтүнә ӘЙЛЕ әҙерләне.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.12.16 | Ҡаралған: 1125

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru