«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠЫШҠЫ МӘЖЛЕСТӘР ҘӘ ТАРИХҠА КҮСТЕ
+  - 

Интернеттың "Бәйләнештә" сайтындағы "Башҡорт ҡатын-ҡыҙы" төркөмөндә ат санаһында китеп барыусылар һүрәте ҡуйылған ине. Шул һүрәткә бәйле, элекке ҡышҡы ҡунаҡ булышыуҙар хаҡында һүҙ сығыуы булды, халыҡ "түгелеп" китте. Күптәрҙең хәтерендә һаҡлана икән әле атай-әсәйҙәрҙең ҡышҡы мәжлестәрҙә йөрөүе, ҡунаҡ булышыуҙар тәртибе, аш-һыу әҙерләү йолалары.

Ысынлап та, оло бер ваҡиға була торғайны ла ул ололарҙың ҡышҡы мәжлестәре. Йәйен, яҙын, хатта мул ғына булһа ла көҙөн дә улайтып ҡунаҡ булышмаған икән халыҡ. Тимәк, ҡош-ҡорт, һуғым һуйылыуы көтөлгән. Малдың кәртәгә инеп, мәшәҡәттәр баҫыла төшөүе лә, сана юлы ятыуы ла мөһим булғандыр, күрәһең.
Ҡунаҡ булыша башларҙан бер аҙналай алда өйҙә төрлө мәшәҡәттәр башлана ине. Әсәй эштән ҡайта ла, кис, беҙ йоҡлап киткәнгә тиклем, өй эштәре менән була. Берәй туған тейешле ҡатын-ҡыҙҙы саҡырып килтереп, өй стенаһын аҡлайҙар йәки ҡырып йыуалар, ҡорғандарҙы, түшәк-юрғандарҙы, иҙән әрмәктәрен шулай уҡ йыуып йәки алыштырып сығалар. Яҫтыҡ-юрған, түшәк тыштары тегелә. Метр-метр тауарҙарҙы иҙәнгә һуҙып ебәреп, аҡбур менән һыҙып, үҙҙәренә күлдәккә тиклем тегеп алалар. Шул арала беҙгә лә өлөш сыға. Өйҙә ниндәйҙер яңы һауыт-һабалар, ҡайһы саҡ хатта мебель дә барлыҡҡа килә. Ялан яғында (Баймаҡ районын шулай тиҙәр бөрйәндәр) йәшәгән атайымдың апаһы өлгөләп, ҡорамалап, һырлап түшәк тыштары тегеүгә оҫта була торғайны, шуға алдан уҡ заказ ебәреләлер, күрәһең, унан шул аллы-гөллө тегенделәр килеп етә. Уларҙы бер зат ҡатын-ҡыҙҙар бүлешеп ала.
Мунса ла ситтә ҡалмай. Уны ла ҡырып йыуып, мейестәрен һылап-аҡлап, йәш сайыр еҫе сығып торһон өсөн эләүкәләрен яңыртып уҡ ҡуялар.
Унан башлана бешеренеүҙәр. Ул саҡта салат аҙыҡтары булманы. Ҡамыр ризыҡтары ла, ит-картуф аштары. Бишбармаҡ ҡырҡыуҙа бөтә ғаилә менән ҡатнашабыҙ. Әсәй йәйә, беҙ, ир балаларға тиклем, шаҡмаҡлап ҡырҡып ултырабыҙ. Билмән бөрөү ҙә шундай уҡ ғаилә эше. Атай йәки оло ағайҙар ит үткәрә, вағыраҡтарға нисәлер билмән бөрөү нормаһы һалына. Урындыҡ аҫты ҡағыҙ йәшниктәргә тултырылған әсе икмәк, мейес, шкаф баштары - йыуаса, бауырһаҡ, май икмәге, ҡош теле кеүек тәмлекәстәр менән тула. Был аш-һыуҙы ла барыһы ла оҫта итеп бешерә алмай, күрәһең. Ауылда ошо өлкәлә данланған апайҙар бар ине. Шуларҙы саҡырып алалар һәм уның күрһәтеп-бойороп тороуы аҫтында бергәләшеп башҡарып ҡуялар. Быларҙан тыш, келәттә йәшникләп алынған кәнфит-печенье, хәлүә, биҙрә консерваларҙағы повидло, һары фил төшөрөлгән һинд сәйе була.
Әсәй баҡса ултыртыуҙа шәп була торғайны һәм ҡышҡылыҡҡа күп итеп ағас мискәләрҙә ҡыяр менән кәбеҫтә тоҙлап ҡуя ине. Урман яғында халыҡ баҡсасылыҡҡа барымлы булманы, хәҙер генә оҫтарҙылар. Ул заманда ҡатындар биҙрәләп нимәләрҙер тотоп килеп йәки балаларға бәйләнгән ойоҡ-бейәләйҙәр, күкрәксәләр алып килеп, шуларҙы тоҙло ҡыяр менән кәбеҫтәгә алмаштырып алыр ине.
Феләкләп бал әсетеүҙәрен дә йәшереп булмай. Балды һитәгә, ҡурлыға, ҡомалаҡтыҡына бүләләр. Йәнәһе, кемдер һитәне, кемдер ҡомалаҡты ғына эсә. Һитә балын шимдәргә тип асҡандарында өйгә бал (ҡорт балы) еҫе таралып китә. Өләсәйҙең әсегән балды ағас ҡалаҡ менән эсеп ҡарауын "шимдәү" ти торғайнылар. Балдың бер төрөн сөгөлдөр һалып ҡыҙартып та яһанылар. Әсәйем үҙе эсмәгәс, атайыма был эште тапшырыу ярамағас, өләсәй ҡулында булғандыр, күрәһең, шимдәү.
Ҡунаҡтарҙы ҡаршы алыу балаларға ҡушыла. Урамда ҡунаҡтарҙы һағалап йөрөп, өшөп бөтәһең. Ауыл ҡапҡаһы төбөндә көтөп алып, саналарына йәбешеп шыуып йәки ултырып киләһең. Бик булмаһа, шаяныраҡтары санаңды таҡтырып ала. Атай-әсәйҙәр, өләсәй-олатайҙар тышҡа уҡ сығып көтөп тора. Ҡунаҡтар үҙҙәре менән аттарын ҡарап-тәрбиәләп тороу өсөн махсус бер кеше алып килә икәне лә хәтерҙә ҡалған. Бик булмаһа, был эш өсөн ҡунаҡты саҡырыусы яҡ бер йәш кешене тәғәйенләп ҡуя. Ул аттарҙы туғарып, һыуытып, һыулатып, бесән һалып, аҙбарға индерә. Ҡунаҡтарҙың хатта эттәре лә ҡәҙерләнә. Эйәреп килгән эттәре булһа, талашмаһындар, тип, үҙҙәренең ғүмерҙә лә бәй күрмәгән этен сынйырға ултыртып ҡуялар. Ҡалайтаһың, ҡунаҡтың эте лә ҡунаҡ.
Балалар бер ваҡытта ла ололар менән бер өҫтәл артына ултыртылмай. Килгән яҡтан балалар булһа, уларға иптәшкә, тип, урындыҡта ултырып ашайһың да, алдан әҙерләнгән өйгә күсеп китәһең. Унда һеҙҙе берәй оло кеше ҡарап тора. Өйҙә йәш бала булһа йәки ҡунаҡтарҙың да шундай шатлығы бар икән, балаға көсөң еткән ҡыҙ бала икәнһең, алдағы өс-дүрт көнгә һин шуларҙы бағыусы ла. Бөгөнгө памперс, шешә, имеҙлек тигән нәмә юҡ. Урындыҡ өҫтөндәге сәңгелдәк тә, мейескә элеп киптерелгән йүргәк, илаһа - һурпа, майлы эсәк һәм һөтлө сәй. Был өйҙә ҡунаҡ булһалар, әсәһе сығып имеҙеп бирә, икенсе өйҙә икәндәр - ҡыланмаған ҡылығың, йырламаған йырың ҡалмай.
Ғәҙәттә, әсәй аш-һыуҙы, атай ҡунаҡтарҙы, өләсәй бөтөн мәжлес һәм мәжлестән тыш донъяны ҡарай. Иртәле-кисле ут яғып, өйҙәрҙе йылыта, ҡабат-ҡабат ит һала, балаларҙы ашатып килә, мал-тыуарҙы тәрбиәләп инә һ.б. Ҡунаҡтар арымай-талмай шаярып-көлөп, йырлашып, унан ҡалһа түбәләрҙе зыңлатҡансы баҫып бейешеп ала. Алмаш-тилмәш гармунда, ҡурайҙа уйнайҙар, араларындағы моңлоларҙы махсус йырлаталар, бейеүселәрен маҡтап-маҡтап бейетәләр. Өләсәй һамаҡлап бәйет әйтә, уны ҙурлайҙар. Унан китә арнауҙар, йырлап һыйлауҙар, һоғондорошоуҙар. Шулайтып, төн ауҙарғансы ултырышып, бер аҙ серем итеп алалар ҙа, ҡабат-ҡабат аш яңыртып ултырып ашап, кискә икенсе йортҡа юлланалар.
Һеҙҙә ҡунаҡ булған мәлдә ауылдағы күптәрҙә ҡунаҡ. Һырғалаҡта ят балалар, мәкелә ят аттар күбәйә. Сит ауыл, сит район балалары менән аулаҡта аралашҡанда ят уйҙырмалар, әкиәттәр, тарихтар ишетеп ҡалаһың. Атай-әсәйҙәр ҡунаҡ булышҡанда беҙ ҙә шул шауҡымда булып, төнө буйы һөйләшеп йәки өй туҙҙырып уйнап ҡалабыҙ.
Аҙна тирәһенә һуҙылған мәжлестәр ахырына етеп, ҡунаҡтар бүләкләнеп оҙатылғас, бер нисә көндән тағы ла бешеренеп-төшөрөнөп, биҙәлгән сбруйҙар, буялған кашауайҙар егелеп, көрәйтелгән аттарҙың ял-ҡойроҡтары ипләнеп, толоп-юрғандарға уранып ултырып, өйҙәге ололар тегеләргә ҡунаҡҡа китә. Ҡалғандар өләсәй йәки башҡа оло кеше ҡулында донъя көтөп ҡала.
Ҡышҡы мәжлес шул үҙенең бер мәлендә генә була ине. Эсеп-иҫереп, бола сығарып йөрөгән кеше юҡ. Һәр береһе үлә яҙып намыҫ һаҡлай, ҡунаҡты, йәшенә ҡарамаҫтан, шул ҡәҙәр ҡәҙерләйҙәр һәм ололайҙар, тел менән дә, ҡылыҡ менән дә рәнйетеп ҡуйыу ояттың ояты. Шулай ҡунаҡ була ине ололар беҙ бәләкәй саҡта.
Бөгөн ундай ҡунаҡ булышыуҙар икенсерәк юҫыҡҡа ҡоролған. Аш-һыу ҙа, аралашыуҙың сәбәптәре лә, маҡсаты ла башҡа. Хатта күп мәжлестәрҙе кафела үткәреп ҡуялар. Шунса сәғәттән шунсағаса, тип, билдәләп. Заман заңына эйәреп, кешеләр күңеле лә тарая, һайыға барғандай. Бала сағымда күргән мәжлестә бер тапҡыр ҙа үҙем йөрөй алманым, беҙ үҫеүгә бөттө улар. Ә ҡыҙыҡ булыр ине, ҡыңғыраулы кашауайҙарҙа ҡар борһоратып, пар аттарҙы ярһытып барып төшөү берәй ергә...

Әлиә СӘЙҒӘФӘРОВА. Бөрйән районы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 09.01.17 | Ҡаралған: 1056

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru