«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АТАМАЛАРҘА - ХАҠ ТАМЫРҘАРЫБЫҘ
+  - 

Тарихты архивтарҙағы документтарҙа, боронғо китаптарҙа, археологик ҡаҙылма материалдарында ғына түгел, ә ер-һыу, тау-ҡая, ауыл-ҡала атамаларында ла эҙләү фарыз. Оҙаҡ йылдар үҙебеҙҙең мең ырыуы башҡорттары йәшәгән Әлшәй, Дәүләкән, Миәкә һәм башҡа төбәктәрҙең топонимик атамаларын өйрәнеү миңә халҡыбыҙҙың тарихына бәйле күп биттәрҙе асырға, асыҡларға ярҙам итте. Гәзит уҡыусыларға үҙемдең эҙләнеүҙәремдән ҡайһы бер мәғлүмәттәрҙе еткергем килә.

Яйыҡ-ҫубыйҙар ҡәүеме, Иҙеүкәй илендәге Торонтайыш ауылы хәҙерге Әлшәй районында урынлашҡан. "Ыласын ҡош типмәгән, ҡош тырнағы теймәгән" торонтайғош исемен мәңгеләштергән ул. Халыҡ телендәге йәнә бер исеме - Мәҫәй, бәлки, Меҫәйҙер. Урыҫ телендәге башҡорт шәжәрәләрендә Меши исеме килтерелә (унда ҫ хәрефе юҡ), был исем Юрматы, Ҡыпсаҡ, Тамъян шәжәрәләрендә һәм бөгөнгө Әлшәй һәм Миәкә райондарында урынлашҡан боронғо башҡорт ауылдарының исемдәрендә мәңгеләшкән башҡорт бейҙәренең тармағында күренә. Торонтайғош был ҡәүемдең ырыу ҡошо булғандыр, тип фаразларға нигеҙ бар. Ошоға дәлилде "Иҙеүкәй менән Мораҙым" иртәгенән табырға мөмкин. Ҡорайтмаҫ, Мәкәш, Ташлы ауылдары Мәҫәй ауылы менән борондан уҡ тығыҙ мөнәсәбәттә булған, бигерәк тә ҡыҙ биреү, ҡыҙ алыу кеүек мөһим бәйләнештәр, уртаҡ кәсеп, һунар шөғөлө был ауылдарҙың бәйләнешен һәр дайым нығытып торған. Мәҫәлән, ҡыпсаҡтарҙың ырыу тамғаларының береһе - ғәрәптең "дәл" хәрефе. Ошоға бәйләнгән бер матур ғәмәл әле лә бар беҙҙең ауылдарҙа, уларҙы беҙҙең ауылға килен булып төшкән Мәҫәй ҡыҙҙары алып килгән булғандыр: яңы теле сығып килгән балаға уң ҡулының шәһәҙәт бармағы менән һул ҡулының усына төртөп, ашап бөткәс дәл-дәл әйттереп, доға өйрәтеү ғәмәле ул. Тимәк, урындағы халыҡ үҙен бер ҡәүем итеп туплай алырлыҡ символдарын балаһына һөтимәр сағынан уҡ өйрәтә башлаған булған. Бына ошо мәғлүмәттәр, шулай уҡ Иҙеүкәй ғәскәрендә һуғышҡан ҡыпсаҡтарға бирелгән ерҙә урынлашҡан боронғо тамырлы Ҡыпсаҡ-Асҡар, Торонтайыш ауылдарының тарихы Иҙеүкәй әмир замандарына барып тоташа һәм ҡыпсаҡтар был тарафтарҙа урынлашҡан башҡа ҡәүемдәр менән ныҡлап ҡушылып киткән, тип етди фаразларға сәбәп булып тора. Әлшәй районында Дәүрә(н) тигән ауыл бар. "Ата-баба бергәләп дәүрән ғүмер һөрөрбөҙ", тимәк, "дәүрән" һүҙе дауамлы, оҙаҡтарға (дәүерҙәргә) һуҙылған ғүмер һөрөрбөҙ, тигәнде аңлата булыр. Йәнә Иҙеүкәй эпосынан өҙөк: "Минән дәүрән үткәндә, һеҙгә дәүрән еткәндә, Ҡобағылдай ирҙе мин бер күрмәгән ҡартыңмын!" Ниндәй ҙур мәғәнәле атамалар биргән боронғо башҡорт үҙенең тыуған төйәгенә. Иҙеүкәй иле Дәүрә(н) ауылының бөгөнгө рәсми исеме Фән, русса Фань.
Ҡобау меңдәр ауылы Келәтаяҡ хәҙерге Бүздәк районының иң көнбайыш тарафында урынлашҡан, уларҙың тамғаһы "Келә-таяҡ" (крестовина) ауыл исеменә күскән. "Келә" һүҙе тиҫкәре, көйһөҙ, арҡыры, һөйләшеүгә килмәгән кешегә һуҡраныу һүҙе лә булып ҡулланылған, Иҙеүкәй иртәгендә "келәбей, келәгә бей" һүҙе фәҡәт ошо мәғәнә йөрөтә.
Бишбүләк - был атама биш болаҡ һүҙенең боҙолған шәкеле. Болаҡ һүҙе менән борон йылға, инеш, һыу сығанағы аталған. Ун туғыҙынсы быуат баштарында Мең ырыуы биләмәләренә күпләп килеп ултырған башҡа милләт кешеләре башҡорт һүҙҙәренең әйтелешен боҙоп һөйләшкәндәр, күп атамаларҙың мәғәнәһен белмәгәндәр. Урындағы халыҡ нисбәте аҙ булғанлыҡтан, күп атамалар яңы әйтелештә яңғырай башлай һәм болаҡ һүҙе бүләк булып китә һәм Бишбүләк рәсми атамаға әйләнә. Ә бына хәҙерге Көйөргәҙе районында башҡорттар үҙ атамаларын һаҡлап килгән һәм бөгөн дә Ете Болаҡ ауылы йәшәп килә. Картала ул Етебулак булып билдәләнгән.
Ат етәр - Шишмә районындағы ауыл. Картала ул күренмәй. Был ауылдың атамаһы ифрат ныҡ боҙолған. Юл буйындағы боролошта ҡуйылған күрһәткестә (әгәр әле үҙгәртелмәгән булһа инде) Аджидарово булып яҙылғанын күреп, күңелем төшкәнен яҡшы хәтерләйем. Башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады "ат етәр", "ат етмәҫ" һүҙ бәйләнешен йыш ҡуллана. Борон ырыу-ара элемтәлә ат саптырыу ҡулланылғанын иҫәпләгәндә, был атаманың ниндәй мөһим мәғлүмәт йөрөткәнен аңлауы ҡыйын түгел. Иҙеүкәй эпосынан шундай юлдар бар: "Ат-хат еткән ерҙән ҡунаҡтар саҡырып, аймағын йыйып, мал һуйып, ҙур туй яһап, Иҙеүкәйҙе ҡунаҡ иткән". Ә ниндәй ерҙәргә ат еткән булған һуң? Бында төрлө фараздар булыуы мөмкин, шуларҙың иң дөрөҫө, әлбиттә, ат еткән ара - ырыу биләмәләренең иң алыҫтағы төбәге мәғәнәһендә булған. Оло туй-мәжлестәр үткәрелгәндә ырыу-тоҡомдоң бөтә тарафтарынан иң абруйлы кешеләр йыйылған. Унан ҡала, ат еткән урын килгән хәбәрҙе ары тапшырыр өсөн дә тәғәйенләнеп, бында махсус хәбәр йөрөтә торған ышаныслы кешеләр ҙә, саптар аттар ҙа булған, әлбиттә. Ошоға ярашлы, күрәһең, бындай хәбәрсе лә саптар, сапҡынсы тип аталған. Был һүҙ Иҙеүкәй эпосында күп осрай. Һуңғы Һартай ҙа был һүҙҙе ҡуллана: "...был меҫкен сапҡынсыға мин асыуланманым". Һыбай, һыбайлы һүҙенең йәнә бер шәкеле - атсабар. Тимәк, ат етәр һүҙе телмәр өлгөһө генә түгел, ә ырыу-ара, ырыу эсендәге бәйләнештәрҙә ҡулланылған ҡәҙимге һүҙ, башта, моғайын, төбәк атамаһы булып, һуңыраҡ ауыл исеменә әйләнеп киткәндер. Ошо Ат етәр атамаһын ҡеүәтләп, бөгөнгө Иглин районында урынлашҡан Мең етәр ауылы йәшәп ята. Ат етәр ауылы ла, Мең етәр ауылы ла боронғо Иҙеүкәй илендә, Иҙел-ҫубый меңдәр биләмәләрендә урынлашҡан.
Мәкәш һәм Ташлы ауылдары араһындағы айырым түбә Ҫанай шары тип йөрөтөлә. Яйыҡ-ҫубыйҙарҙың урындағы диалектында был атама Ҫанай ҫары булып йөрөтөлә. Ҫанай һүҙе менән йәйәнең бер төрө аталған. Иҙеүкәй эпосынан өҙөк: "Ун батырҙан иң батыр, ул да булһа Күк батыр. Ҫанайы - күк соландай, тартып атҫа ҫанайын, күктә йондоҙ юғалтҡан Күк батыры, тип аталған..." Ҫанай шары бөгөнгө кеүек шәрә булмаған, борон ҡара ҡайын тип аталған ағас менән ҡапланған булған. Был ағас Мең ырыуы халайыҡтарында шифалы ағас тип иҫәпләнгән, ырым-өшкөрөү, өтәҫләү ғәмәлдәрендә ҡулланылған. Был ағастың бер киҫәге лә әрәм ителмәгән, хатта тубалда сөрөк (серек) итеп бал ҡортон ҡарағанда файҙаланылған, был ағастың көлө менән йыуынғандар, әммә тере ағасты ҡырҡыу ҡәтғи тыйылған булған, уның тик ҡороған, серегән ҡалдыҡтарын ғына файҙаланғандар. Өшкөрөү ғәмәленә ҡулланғанда ағас япраҡтарын өшкөрөүсе фәҡәт махсус доға менән, ағастан рөхсәт һорап өҙөп ала торған булғандар. Ошондай ғәмәлде үҙ ваҡытында Фәрхизийән әбей ҡулланғанын күршем Ғәйнетдинова Зөһрә апайыбыҙ бик төгәл итеп һөйләй ине: "Сәғитйән улым Урта Азияла ныҡ сирләне, үҙ илебеҙгә ҡайтырға кәрәк, тинеләр, шул балаға була Мәкәшкә ҡайттыҡ, ҡәйнәм Фәрхизийән Ҫанайҙан ҡара ҡайын япрағы апҡайтып, баланы һыу керетте, өтәҫләне, һыуын эсерҙе, шул килеш сире ҡул менән һыпырып алған кеүек булды, ҡабат бер ҙә сирләмәне", - тиәр ине. Ошоға ярашлымы икән, Мәкәштең Шаҡа тауындағы ҡайын ағастарын киҫеү, һындырыу ҙа ҡәтғи тыйылған булған, һындырған кешенең йә ҡулы, йә аяғы һына тигән ырым йөрөгән. Был һүҙҙәрҙе мин Мөхәлләфә әбейҙән ишеткәнем булды. Ҫанай шарының ҡара ҡайыны үткән быуаттың илленсе йылдарында юғалып бөтә.

Клара ХӘМИҘУЛЛИНА.
(Дауамы бар).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 16.01.17 | Ҡаралған: 1155

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru