Башҡорт милли театры тарихында Уильям Шекспирҙың Ромеоһын беренселәрҙән булып БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы Илшат Йомағолов уйнай. Үткән быуаттың 70-се йылдарында Шәүрә Муса ҡыҙы Мортазина ҡуя сәхнәгә был мөхәббәт трагедияһын. Бөгөнгө геройыбыҙ хәҙерге башҡорт театры Ромеоһы. Шулай уҡ кино актеры ла ул, каскадер ҙа, уҡытыусы ла. Ни өсөн башҡорт театры актеры ижад итеү өсөн Мәскәүҙе һайлаған? Һөнәрҙәре араһында ҡайһыһы күңеленә яҡыныраҡ? Рәсәй театр сәнғәте институты - ГИТИС һәм Бөтөн Рәсәй дәүләт киноматография университеты - ВГИК-тың пластик дисциплиналар уҡытыусыһы Роберт ЙЫЛҠЫБАЕВ менән әңгәмәбеҙ ошолар хаҡында.
Ныҡышмаллыҡ та бәхет
Беренсе тапҡыр сәхнәгә бейергә сыҡҡайным, тыуған районым Ейәнсурала төрлө смотрҙарҙа ла ҡатнашып йөрөнөм. Һуңынан Абзанда музыка мәктәбе асылды ла, мин унда баянда уйнарға өйрәнә башланым, тик уҡытыусыбыҙ оҙаҡ тотҡарланманы, әммә ноталар өйрәтеп китте. Етенсе класта уҡығанда мәктәпкә ҡурайҙа һыҙғырта белгән бер егет уҡырға килде. Унан ҡурай һыҙғыртырға өйрәндем дә, нота белгәс, үҙаллы уйнай башланым. Артист булыу теләге бар ине, бер ваҡыт Өфө хореография колледжына имтихан биреп, хатта Ф. Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле бейеүселәр йыйғанда ла бәхетемде һынап ҡараным - алманылар. 9-сы класты тамамлап, Өфө сәнғәт училищеһына ҡурай буйынса уҡырға инеп маташтым, тағы үтә алманым. Ошонан һуң сәнғәткә тартылыу бөттө, мин спорт менән шөғөлләнә башланым.
Журналист булам, тип йөрөгәндә ҡайҙандыр Милли йәштәр театры өсөн студенттар йыялар тип ишеттем дә, Өфө дәүләт сәнғәт институтына киттем. Думбыра сиртергә өйрәнгәйнем, думбыра, ҡумыҙ аҫып, билбауыма ҡурай ҡыҫтырып алдым, бейеп күрһәттем - шулай уҡырға инеп киттем, Таңсулпан Бабичева курсында уҡыным. Бик баҫалҡы егет инем, был уҡыу йорто минең һәләттәремде лә, үҙемде лә асты. Ярай әле, актер булам тигән хыялыма ҡул һелтәп ҡуймағанмын, тип ҡыуанам хәҙер. Аҙаҡ М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында эшләп йөрөгәндә институтта уҡытып та йөрөнөм.
Әсәйем, атайым, апайым менән ағайым да - уҡытыусылар. Һеңлем әлегә уҡып йөрөй. Атай-әсәйемә рәхмәтлемен, мәктәптә - уҡытыусы, өйҙә атай менән әсәй була белделәр. Улар менән яҡшы дуҫтарбыҙ, көн һайын шылтыратышып торабыҙ. Кәләшем Лилиә Өфө ҡыҙы, Мәскәү дәүләт консерваторияһын тамамланы. Ҡыҙыбыҙ үҫеп килә.
Мәскәүгә! Мәскәүгә!
Мәскәүгә уҡырға барырға теләк күптән бар ине. Теләк - бер, уны тормошҡа ашырыуҙы нимәнәндер башларға кәрәк шулай ҙа. Бер көн институтҡа дәрес үткәрергә килһәм, Земфира Хәмзә ҡыҙы Хөсәйенова: "Нимә, Чеховтың персонаждары кеүек, "Мәскәүгә! Мәскәүгә!" тип йөрөйһөң? БДПУ-ға барып, аспирантураға уҡырға инеү өсөн минимумдар тапшыра башла", - тине. Чеховтың апалы-һеңлеле өсәүе Мәскәүгә сығып китеү өсөн ихтыяр көсө тапмай, мин был хыялымды тормошҡа ашырҙым. Өйрәнгән, иң мөһиме, яратҡан һөнәреңде ҡалдырыу һәр кемгә ауыр бирелә. Театрҙа эшләп, сәхнәнең тәмен тойоп өлгөргән актерға бындай ҡарар ҡабул итеү икеләтә ҡыйыныраҡ. Студент саҡта Зөлфәр Наил улы Әхмәтов фехтованиенан уҡытты һәм был сәнғәт төрөнә һөйөү уята алғайны. Театрға килгәс тә төрлө сәхнә хәрәкәттәрен спектаклдәрҙә әүҙем ҡуллана инек. Ошо йүнәлеште һайлап, ГИТИС-тың сәхнә оҫталығы кафедраһына аспирантураға индем. Етәксем - Өфө егете, Айҙар Заһит улы Закиров. Кафедрала тағы бер башҡорт бар, ул - Мәләүез егете, актер, каскадер Рөстәм Миңлебаев. Рөстәм дә минең кеүек ГИТИС-та ла, ВГИК-та ла уҡыта. Шулай уҡ Эстрада-цирк училищеһында эшләйем, үткән уҡыу йылында 160-тан ашыу студентым булды.
Хәүефле, әммә ҡыҙыҡлы
2012 йылдан алып актер-каскадер булараҡ киноға төшә башланым. Рәсәй каскадерҙар ассоциацияһы ағзаһымын. Әлеге мәлгә 40-тан ашыу картинала төштөм. Уларҙың иң аҙаҡҡыларының береһе режиссер Андрей Кравчуктың "Викинг" нәфис фильмы әле генә экрандарға сыҡты. Данила Козловский, Светлана Ходченкова, Игорь Петренко кеүек актерҙар менән эшләргә тура килде. Бынан тыш, был фильмға мин фехтование белгесе булараҡ саҡырылғайным.
Каскадер эше ҡыҙыҡлы ла, хәүефле лә. Һәр хәрәкәтеңде иҫәпләргә, кәүҙәң менән идара итә алырға тейешһең. Хәйер, быны һәр артист белергә тейеш инде, сәхнә хәрәкәте дәрестәрендә ауыр трюктар менән булышмаһаҡ та, студенттарҙы өҫтәлдән, ултырғыстан, бер-береһе менән алышҡанда ҡоларға өйрәтәбеҙ. Өлкәнерәк курстарҙа шпага, ҡылыс менән фехтование дәрестәре инә. Физик әҙерлек тә мөһим каскадерға. Шуға ла күп кенә спортсылар килә был һөнәргә, шулай ҙа актер каскадер булһа, яҡшыраҡтыр, сөнки һуғышҡанда ысынлап һуҡмайһың, унда уйнарға кәрәк. Минең актер һөнәрем бында миңә ныҡ ярҙам итә.
Был донъяла һәр ваҡыт көрәш бара. Кемдер эргә-тирәһендәгеләр менән көрәшеп, көсөн юҡҡа сарыф итә, мин иһә үҙ-үҙем менән көрәшәм. Сөнки үҙеңде үҙгәртеп кенә донъяны үҙгәртеп була. Каскадерлыҡҡа килеүемде лә үҙемде һынап ҡарау, үҙемде еңеү, үҙ-үҙемә нимәлер иҫбат итеү, тип ҡабул итәм.
Бар юлдар театрға илтә
Мин театрҙан бөтөнләйгә китмәгәнмен, уҡытыу эшем дә, фехтование ла актерлыҡты тулыландыра ғына. Сәхнә һағындыра, унан һуң Өфө дәүләт сәнғәт институтында театр актеры мәктәбе бик көслө. Таңсулпан Бабичева, Рима Харисовалар уҡытты беҙҙең курсты, улар биргән белемде Мәскәү уҡыу йорттары ла бирә алмай, тип иҫәпләйем. Был уҡыу йортонда етешмәгән белемде Мәскәүҙә алдым. Шуға ла үҙемде театрҙа уйнамаҫлыҡ актер, тип әйтмәҫ инем. Әлегә театрҙа үҙемде һынамай торам, сөнки миңә уҡытыу эшен ышанып тапшырған уҡытыусымдың өмөттәрен аҡларға тырышам. Киләсәктә иһә уҡытыу менән бергә кино һәм театр актеры һөнәрен берҙәй алып барырмын, тип уйлайым. Әле Мәскәү дәүләт академия оперетта театрында "Фанфан-Тюльпан" оперетта-мюзиклында бер ролем бар.
Милли йәштәр театрында уйнап киткәс, Мәскәүҙә миңә тәүҙә кино ҡыҙығыраҡ ине. Кино майҙансығына барып инһәң, күңелдә рәхәтлек тойғолары уяна һәм бына был минең яратҡан шөғөлөм тигән уйҙар тыуа. Театрҙа иһә кинолағы кеүек бер нисә дубль эшләү мөмкинлеге юҡ, шуға ла унда ҡаушау ҙа, ҡәнәғәтлек тә, адреналин да күберәк. Бөгөн шулай уҡ театрҙарҙа спектаклдәрҙә сәхнә һуғышы ҡуйыу буйынса махсуслаша башланым. Стәрлетамаҡ рус драма театрына Шекспирҙың "Макбет"ын ҡуйырға саҡырҙылар былтыр. Коми Милли музыкаль-драма театрында эшләп ҡайттым. Шулай уҡ фехтование, сәхнә хәрәкәте буйынса оҫталыҡ дәрестәре лә үткәрәм. Республиканың театрҙары спектаклдәр ҡуйырға саҡырһа, шулай уҡ ҙур теләк менән ҡайтып эшләп китер инем. ГИТИС-та Америка, Англия студенттарын да уҡытам, уларҙы һуңынан сит ил киноларында күреп ҡалам, шуныһы менән дә ҡыҙыҡлы эшем. Студенттар минең милләтем менән дә гел ҡыҙыҡһына һәм башҡорт икәнемде бөтәһе лә белә.
Өфөлә лә үҙ кеше
Өфө менән һаман да йылы ижади мөнәсәбәттә булыуыма шатмын. Ул мине үҫтерҙе, һәләттәремде асты. М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрына, уның етәкселәренә, режиссер Илнур Муллабаевҡа рәхмәтлемен, Шекспирҙың "Ромео һәм Джульетта" спектаклендә уйнарға саҡырып торалар, минең ролемә бер артисты ла тәғәйенләмәнеләр. Мин хәҙер 5 йыл инде саҡырыу булған һайын Өфөгә Ромеоны уйнарға килеп етәм. Рус театры менән сағыштырғанда, башҡорт театры хистәргә бай, темпераментлы уйыны менән айырылып тора, шуныһы менән яҡын ул миңә. Мәскәүҙә лә, Өфөлә лә үҙ кеше мин, Аллаһы Тәғәләгә мең рәхмәтлемен.
Үҙемде әлегә актер булараҡ өлгөргәнмен, тип тә әйтә алмайым. Бының өсөн актер юлын үтергә кәрәк, ә мин уны үҙләштереү өҫтөндәмен. Әлбиттә, Ромео минең өсөн ҙур роль, үҙемде күп яҡтан астым уның менән. Студент саҡта уйнаған ролдәр ҙә файҙа килтерҙе, М. Кәримдең "Оҙон-оҙаҡ бала саҡ" әҫәре буйынса "Донъяның ярҙары икәү"ҙә - Кендек, А. Чеховтың "Безотцовщина"һында - Платонов, шулай уҡ "Йәләлетдин атай"ҙа (М. Кәрим), "Робин Гуд"та (А. Ганичев), "Ғилмияза"ла (Т. Ғарипова) ролдәр булды, бөтәһе 7-8 роль эшләп киткәйнем. Былтыр йәй Өфөгә ҡайтып, Булат Йосоповтың "Бабич" фильмында төшөргә лә насип булды. Унда мин 1-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, ротмистр Әмир Ҡарамышевты уйнайым.
Шулай итеп...
Теләгең ихлас булһа, хыялдарыңды тормошҡа ашырыу өсөн бер ҡаршылыҡ та юҡ, ти Роберт. Иң мөһиме, үҙ-үҙеңә ышаныс һәм ныҡышмалылыҡ ҡына кәрәк. Уңыш ғәли йәнәптәре бары тик шундайҙарҙы ихтирам итә һәм ярата. Ысынлап та, әлеге мәлдә актер-каскадер, фехтование буйынса тәжрибәле белгес булараҡ емешле ижади осор кисергән башҡорт егете күптәргә өлгө була алыр ине. Нимә менән генә шөғөлләнмәһен, ул һәр ваҡыт ҡасандыр үҙе һайлап алған яҙмышы - сәнғәткә һәм башҡорт халҡына тоғро.
Ләйсән НАФИҠОВА әңгәмәләште.
КИРЕ СЫҒЫРҒА