«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИКЕ ИҢЕБЕҘҘӘ ИКЕ ФӘРЕШТӘ
+  - 

Фәрештәләрҙе Аллаһы Тәғәлә барлыҡҡа килтергән. Нәфис нурҙан торған тәндәре төрлө ҡиәфәтҡә инә ала һәм улар иҫ киткес ҙур ҡеүәткә эйәләр. Фәрештәләр шул тиклем күп, уларҙың һанын тик Аллаһ ҡына белә. Ғәйшә һүҙҙәренә ҡарағанда, Бәйғәмбәребеҙ былай тип әйткән: "Фәрештәләр нурҙан, ендәр уттан барлыҡҡа килгән".

Ҡөрьәндә фәрештәләр тураһында текстар бик күп. Фәрештәләр бик ҙур тәнгә эйә. Бәйғәмбәребеҙ Ябраил фәрештәне бына нисек һүрәтләй: "Серле зат Ябраил булып сыҡты. Мин уны ни бары ике тапҡыр ғына күрҙем. Бер тапҡыр уның һауанан төшөп килгәнен шәйләнем: фәрештәнең кәүҙәһе шул тиклем ҙур, хатта ер менән күк араһындағы арауыҡ уның тәне менән ҡаплана ине". Имам Әхмәт түбәндәге хәҙисте әйтеп ҡалдырған: "Бәйғәмбәребеҙ Ябраил фәрештәне уның ысын ҡиәфәтендә күргән. Уның алты йөҙ ҡанаты тотош донъяны ҡаплай һәм һәр бер ҡанатынан Аллаһҡа ғына билдәле булған алтын-көмөш, гәүһәр-яҡут, аҡыҡ таш һибелә". Әбү Дауыттың хәҙисендә Бәйғәмбәребеҙҙең һүҙҙәре тасуирлана: "Миңә фәрештәләрҙең береһе тураһында һөйләргә мөмкинлек бирелде. Уның ҡолағы менән яурындары араһында ете йөҙ йыллыҡ ара бар".
Фәрештәләр бер-береһенән ҡиәфәте менән айырыла: береһенең ике, икенсеһенең дүрт, өсөнсөһөнөң алты йөҙ ҡанаты бар. Йәғни, улар төрлөһө төрлө баҫҡыста тора. Бәйғәмбәребеҙ әйткән: "Ике, өс, дүрт ҡанатлы фәрештәләрҙе тыуҙырған, Һауаны һәм Ерҙе яратыусы Аллаһыбыҙға оло маҡтау булһын!"
Фәрештәләр иҫ киткес матур. Ябраил тураһында һөйләгәндә, Бәйғәмбәребеҙ бына нимә ти: "Ул ҙур кәүҙәле генә түгел, уның йөҙө лә иҫ китерлек матур". Йософто күреп, ҡулдарын телеп бөткән ҡатындар тураһында бәйән иткәндә, Бәйғәмбәребеҙ бына нимә тигән: "Йософто күреп ҡалған ҡатындар ҡулдарын телеп бөттөләр һәм "Был бит кеше түгел, фәрештә", тип әйттеләр". Фәрештәләрҙең матур йөҙлө булыуына инанған ҡатындар сағыштырыу өсөн башҡа һүҙ тапмаған, күрәһең. Улар иҫ киткес изге күңелле һәм ярҙамсыл. Бәйғәмбәребеҙ әйткән: "Һеҙҙең өҫтә һаҡлаусылар - саф күңелле яҙып ултырыусылар бар".
Фәрештәләрҙең йәнә бер сифаты - оялсанлыҡ. Бәйғәмбәребеҙ бына нимә тип әйткән: "Фәрештәләр оялған кешенән мин нисек оялмайым инде". Белем дә фәрештәләрҙең ыңғай сифаттарына инә. Бәйғәмбәребеҙ әйткән: "Мин һеҙҙең нимә белмәгәнегеҙҙе беләм". Ул фәрештәләрҙең белемгә эйә булыуҙарын инҡар итмәй, әммә уларға билдәле булмаған мәғлүмәткә эйә булыуы хаҡында белдерә.
Аллаһы Тәғәлә фәрештәләргә ендәрҙә һәм кешеләрҙә булмаған сифаттар бирә. Улар тураһында тағы ла нимә билдәле һуң? Фәрештәләр күктә йәшәй һәм улар Аллаһтың әмерен үтәр өсөн генә ергә төшә. Аллаһ әйткән: "Ул үҙенең ҡушыуы буйынса ҡолдарына фәрештәләр ебәрә ала". Әбү Хөрәйрә Бәйғәмбәребеҙҙең һүҙҙәрен бына нисек еткерә: "Көндөҙгө һәм төнгө фәрештәләр бер-береһен алмаштырып, ергә төшә һәм бергә таңғы һәм төштән һуңғы намаҙға йыйыла". Төндө кешеләр менән ерҙә бергә үткәргән фәрештәләр күккә кире әйләнеп ҡайтҡас, Аллаһы Тәғәләнең: "Минең ҡолдарым һеҙ киткәндә нимә эшләп ҡалды?"- тигән һорауына фәрештәләр бына нимә тип яуап бирә: "Беҙ киткәндә улар намаҙ ҡылып ҡалғайны. Беҙ килгәндә лә улар намаҙ уҡый ине".
Фәрештәләр араһында ҡатын-ҡыҙ енеслеләр юҡ. Бәйғәмбәребеҙ фәрештәләрҙе ҡатын-ҡыҙ затынан тип һанаған кешеләрҙе шелтәләп, былай тип әйткән: "Ҡайһы берәүҙәр фәрештәләрҙе ҡатын-ҡыҙҙар енесенән, тип уйлай. Улар фәрештәләрҙе барлыҡҡа килтереүҙә ҡатнашманы". "Кем дә кем һуңғы ғүмергә ышанмай, шулар фәрештәләрҙе ҡатын-ҡыҙ тип атай".
Фәрештәләрҙең йәнә бер сифаты - улар бер ҡасан да гонаһ ҡылмай һәм Хоҙайға ҡаршы килмәй: "Фәрештәләр Аллаһҡа ҡаршы килмәй һәм ул нимә ҡуша, барыһын да үтәй"; "Фәрештәләр бер ҡасан да Аллаһтың һүҙен бүлмәй һәм уның ҡушыуы буйынса ғына йәшәй". Фәрештәләр Аллаһҡа табыныуҙан һәм уны маҡтауҙан арымай. Бәйғәмбәребеҙ әйткән: "Фәрештәләр Аллаһты көнө-төнө маҡтай һәм тамсы ла арымай". Шулай итеп, фәрештәләр кешеләрҙән һәм ендәрҙән үҙҙәренең барлыҡҡа килеүе һәм тәбиғәте менән ҡырҡа айырыла. Кешеләргә һәм ендәргә килгәндә инде, уларҙың да бер-береһен айырған үҙенсәлектәре бар. Бының тураһында Аллаһтың үҙенә генә билдәле.
Фәрештәләргә ышаныу - Ислам диненә ышаныуҙың бер терәге. Кеше фәрештәләрҙең барлығына ышанмай тороп, Аллаһҡа ышанам, тип әйтә алмай. Аллаһ әйткән: "Бәйғәмбәребеҙ һәм динлеләр Аллаһҡа ышандылар һәм Аллаһ тарафынан ебәрелгән бар нәмәне ҡабул ҡылдылар. Уларҙың барыһы ла Аллаһҡа, Уның фәрештәләренә, Уның бәйғәмбәрҙәренә ышанды". Шулай итеп, фәрештәләргә ышаныу - Бәйғәмбәребеҙгә ебәрелгән хәҡиҡәттең өлөшө ул. Аллаһ Бәйғәмбәргә һәм динлеләргә фәрештәләргә ышанырға әмер биргән һәм улар уны бер ҡаршылыҡһыҙ үтәгән.
Ысын мосолман кешеһенә фәрештәләргә ышаныу фарыз. Уларҙың барлығына ысын күңелдән ышынырғa кәрәк. Фәрештәләргә ышанмай тороп, Ислам диненә тоғро булыу мөмкин түгел.
- Фәрештәләр күп һәм уларҙың һаны тик Аллаһҡа ғына билдәле. Быны түбәндәге аят та дәлилләй: "Ярҙамсыларының һанын ул Үҙе генә белә".
- Уларҙың юғары урынын һәм бурысын һанлау һәм белеү мөһим. "Фәрештәләр Аллаһтың һүҙен бүлдермәй тыңлай һәм һәр әмерен үтәй".
- Фәрештәләрҙең Аллаһ ҡаршыһында төрлө урын алып тороуын белергә кәрәк.
- Фәрештәләрҙе яратырға һәм уларға ҡарата дошманлыҡтан һаҡланырға кәрәк.
- Фәрештәләрҙе Аллаһы Тәғәлә яратҡан һәм улар нимәне булһа ла барлыҡҡа килтерә, яҙмыштарҙы үҙгәртә, йәшәйешкә йоғонто яһай алмай. Улар тик Аллаһтың әмерен үтәүселәр генә.
Фәрештәләргә табынырға ярамай, сөнки тик Аллаһҡа ғына табынырға мөмкин. Улар Аллаһ тарафынан төркөмдәргә бүленгән:
- Ябраил фәрештә - ул башҡа фәрештәләргә ҡарағанда күпкә өҫтөнөрәк. Аллаһ үҙе Ябраил фәрештәнең көсөн, ышаныслығын, һәләтен билдәләгән.
- Микаил фәрештә - уның исеме Аллаһы Тәғәлә тарафынан Ябраил фәрештәнең исеме менән бер ҡатар телгә алына.
- Исрафил фәрештә - иң яҡшы фәрештәләрҙең өсөнсөһө һанала. Төнгө намаҙ ваҡытында Бәйғәмбәребеҙ шулай тип әйткән: "О, Аллаһы Тәғәлә, Ябраилдың, Микаилдың һәм Исрафилдың Аллаһы..."
- Үлем фәрештәһе - уға Хоҙай бәндәләренең йәндәрен алыу ҡушылған. Был фәрештәнең ярҙамсылары килә: яҡшыларға - матур, насарҙарға - ҡот осҡос ҡиәфәттә.
- Тауҙар фәрештәһе - улар тауҙар менән идара итә.
- Әсә ҡарынын күҙәтеүсе фәрештәләр - улар әсә ҡарынында үҫкән сабыйҙың үҫешен теркәп бара.
- Тәхетте йөрөтөүсе фәрештәләр - улар ҙа иң яҡшы фәрештәләр булып һанала.
- Ожмах һаҡсылары. Аллаһы Тәғәлә әйткән: "Кем Аллаһтан ҡурҡып йәшәгән, шуларҙы Ожмахҡа оҙатасаҡтар. Улар Ожмах ҡапҡалары янына барып еткәс, һаҡсылар бына нимә тип әйтәсәк: "Тыныслыҡ һеҙгә! Һеҙ һәйбәт булдығыҙ. Ожмахта мәңге йәшәгеҙ!".
- Тамуҡ һаҡсылары - улар 12 фәрештәнән тора.
- Тулған йорт фәрештәләре - көн һайын был йортҡа 70 мең фәрештә инә һәм башҡа унда бер ҡасан да әйләнеп ҡайтмай.
- Сәйәхәт итеүсе фәрештәләр - улар Аллаһты иҫкә алыусыларҙы эҙләй. Аллаһты телгә алыусылар табылһа, был фәрештәләр шундуҡ бер-береһен саҡырырға тотона. Бындай кешеләрҙе ҡанаттары менән ҡамап алып, иң яҡын һауа ҡатламына тиклем күтәреләләр.
- Яҙып алыусылар - был фәрештәләр бәндәләрҙең һәр бер ҡылығын теркәп барырға бурыслы.
- Мөнкир һәм Нәнкир - ошо фәрештәләр мәрхүм булып ерләнгән кешеләрҙән һорау ала.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 23.01.17 | Ҡаралған: 1195

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru