"Башҡорт китабы топ-100+" акцияһына Ғафури районы Һабай ауылынан Р. Басиров түбәндәге китаптарҙы тәҡдим итә:
35. Әхнәф Харисов "Башҡорт халҡының әҙәби мираҫы".
Октябрь революцияһына тиклем башҡорттоң яҙма теле булмаған, грамоталылыҡ буйынса СССР-ҙа ҡырғыҙҙарҙан ҡала икенсе урында булған, уның хәҙерге яҙма теле Октябрь революцияһы емеше генә һәм башҡалар, тип мәктәп йәшенән үк ҡаныбыҙға һеңдерергә тырыштылар. Шул заманда Әхнәф Харисовтың "Башҡорт халҡының әҙәби мираҫы" тигән китабы сығыуы бик күптәргә аяҙ көндә йәшен йәшнәгәндәй тәьҫир иткәндер. Китапта Ҡол Ғәлиҙән башлап бик күп яҙыусыларҙың, шағирҙарҙың исемдәре, яҙған әҫәрҙәре урын алған. Башҡорт халҡының быуаттар төпкөлөнән үк булған яҙма хазиналары тураһындағы был хеҙмәт һәр быуын уҡырлыҡ.
36. Рауил Бикбаев "Рәми" китабы. 2007 йылда донъя күргән был китапты тыныс ҡына уҡыу мөмкин түгел. Бер ваҡыт авторҙың үҙен Өфөлә осратып, "Китабығыҙҙы уҡып сыҡтым, Рәми тураһында яҙылғандар ысын булһа, иҫең китәрлек бит", - тип уйымды белдергән инем. "Барыһы ла ул китапҡа һыйманы әле", - булды яуабы. Тормош һынауҙарына бирешмәй, Кеше булып ҡалған Рәмиебеҙ тураһында бөтәһенә лә уҡырға тәҡдим итәм.
37. Әкрәм Бейеш "Башҡорт халҡының тарихы һәм азатлыҡ көрәше". 1993 йылда баҫылған китаптың милли аңыбыҙҙы үҫтереүҙә әһәмиәте баһалап бөтөргөһөҙ. Заманында "Йәшлек" гәзитендә өҙөк-өҙөк булып баҫылып та сыҡты ул.
38. Рәшит Шәкүр "Сыңрау торналар иле". Авторҙың был китабында башҡорт фольклоры тураһында ифрат бай материалдар тупланған. Мәҫәлән, Мөхәмәтша Буранғолов тураһында "Ныҡлыҡ билгеһе, бөйөклөк өлгөһө" тигән мәҡәләне уҡып, нахаҡҡа рәнйетелгән оло шәхесебеҙ ҡаһарманлығына һоҡланыу тойғоһон кисерәһең.
39. Муса Мортазин "Әҫәрҙәр: Очерктар, повесть, документтар һәм фотолар". Ҡурҡыу белмәҫ полководец, аҡыллы дәүләт эшмәкәре, тарихсы, яҙыусы ла булған милли геройыбыҙ халҡыбыҙҙың XX быуат Салауаты, тип ғорурланырлыҡ улы. Китапта М. Мортазиндың үҙенең һәм бик күп көрәштәштәренең фотолары бирелгән. 1994 йылда донъя күргән китап шул яғы менән дә бик мауыҡтырғыс.
Хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ! "Башҡорт китабы топ-100+" акцияһына ҡушылығыҙ, үҙегеҙ уҡыған башҡорт китаптары/әҫәрҙәре араһынан иң-иңдәрен һайлап, шулар тураһында редакциябыҙға төбәп хаттар яҙығыҙ. Йәки "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге "Киске Өфө" гәзите" төркөмөндә махсус булдырылған "Башҡорт китабы топ-100+" акцияһы" тип аталған фекер алышыу битендә "#башкитап" хештегы ҡуйып үҙ фекерегеҙҙе белдерегеҙ!
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|