«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Баҡса туҡландырып ҡына ҡалмай, хеҙмәт мәктәбе лә, күңелгә ял, ҡәнәғәтлек тә бирә, тиһегеҙме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АКИНАТОР... УРАЛ БАТЫРҘЫ БЕЛӘ!
+  - 

Интернет донъяның тағы бер яңылығын астым үҙем өсөн. Ул яңылыҡ та түгелдер инде, бәлки, сөнки донъя кимәлендәге был интернет-уйынды 2007 йылда уҡ француз программистары уйлап сығарған, хәҙер ул донъяның бик күп илдәрендә билдәлелек яулаған.

Программаның асылы шундай: уйын геройы, йәғни джинн, һеҙ эстән генә уйлаған берәй әҫәр геройының исемен, холоҡ-фиғеле, тышҡы ҡиәфәте, кейеме буйынса төрлө һорауҙарын бирә-бирә, атарға тейеш. Бер яҡтан, был аңлашыла ла, сөнки компьютерҙың һәр һорауынан һуң әҫәр геройҙары һәм персонаждары даирәһе тарая бара һәм, ниһайәт, джинн үҙенең вариантын килтереп сығара. Икенсе яҡтан, донъя әҙәбиәтенең бихисап яҡшы билдәле геройҙары араһында донъя күләмендә әллә ни танылыу алмаған геройҙар ҙа байтаҡ бит. Ҡыҙым: "Әсәй, әйҙә ошо "маҡтансыҡ" джинды төп башына ултыртабыҙ - үҙебеҙҙең башҡорт әҙәбиәтенән берәй персонаж уйла әле, белер микән?" тигәс, кем хаҡында уйлайым инде - әлбиттә, Урал батырыбыҙҙы, рухиәтебеҙ, йөрәгебеҙ түрендәге иң төп геройыбыҙ исемен уйланым. Уйын башланды һәм акинатор миңә үҙенең һорауҙарын бирә башланы. Мин уға "эйе" йә "юҡ" тип кенә торорға тейешмен. Башҡа геройҙарҙы бик тиҙ килтереп сығарһа ла, Урал батырҙы атай алмайынса, байтаҡ ҡына "мыштырланы" был. Инде ҡыҙым уны мыҫҡыллап көлөргә лә йыйынып бөткәйне, шул саҡ экранда "Урал батыр" тигән яуап килеп сыҡмаһынмы! Ҡыҙым менән "ура" ҡысҡырып ебәрҙек хатта - еңелдек, еңелһәк тә ифрат ҡыуаныслы еңелеү ине был. Урал батырыбыҙ исеме виртуаль донъяны ла айҡап йөрөй, тимәк!
Әйткәндәй, был геройҙы һораусылар бер беҙ генә булмағанбыҙ икән. Урал батыр хаҡында беҙгә тиклем 264 кеше акинаторҙан әлегеләй "имтихан" алған. Әлбиттә, ниндәй генә белемле булмаһын, джинн беҙгә башҡорт әҙәбиәтенән башҡа геройҙарҙы атай алманы, ләкин быны аңларға була: донъя кимәленә сығырлыҡ әҫәрҙәр ижад итә алмай әле яҙыусыларыбыҙ, ә йәл...

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 30.01.17 | Ҡаралған: 1359

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! Баҫмабыҙҙың киң мәғлүмәт саралары баҙарындағы урынын билдәләүсе, шулай уҡ уҡыусыларыбыҙҙың тоғролоғон, ихтирамын, аңлылыҡ, рухлылыҡ кимәлен дә күрһәтеүсе мәл етте: 2026 йылдың 1-се яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы башлана. ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә ярты йылға яҙылыу хаҡы - 1054 һум 50 тин. Күп һорауҙарығыҙға яуап бирер, рухландырыр, сәмләндерер һүҙ әйтер матур йөкмәткеле "Киске Өфө" гә яҙылырға ашығығыҙ - үкенмәҫһегеҙ.

Мөхәрририәт.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru