«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҒҮМЕРЕМ БУЙЫ ҺИНЕ ЭҘЛӘНЕМ
+  - 

Һәр кем донъяға үҙ ише менән тыуа, беҙҙең өсөн быны Юғарыла хәл итәләр. Ергә килгәндәрҙең бурысы бер-береңде яңылышмай эҙләп табыу, таныу. Ләкин иң ҡыйын өлөшө тап ошолар.

Мин дә шым ғына үҙ көмөшөмдө эҙләнем. Тәүҙә, әсәйем өйрәткәнсә, хыялымда уның образын тыуҙырҙым. Шымарттым, матурланым һәм яраттым. Ул - ябай, аҡыллы, талантлы, наҙлы, шаян, аныҡ фәндәрҙе үҙ иткән егет. Мәктәпте тамамлағас, мотлаҡ Өфөгә барырға теләнем. Һиҙәм, һөйгәнем шунда. Тик икенсе ҡалаға китергә тура килде. Әле һаман әсәйемә, хәҙер мин уны нисек табырмын, тип, әсенеп илағаным хәтерҙә.
Биш йыл ғүмер елдәй елеп үтте. Студент йылдарында бер-бер артлы ғашиҡ булған әхирәттәремә, дуҫ егеттәремә ҡарап, көнләшеп тә ҡуя инем. Тик ни эшләйһең, осрашыу сәғәте һуҡмағас. Институтты тамамлау менән баш ҡалаға уҡталдым. Бына-бына табырмын кеүек уны. Таныш йөҙҙө, иркә ҡараштарҙы эҙләп, ялҡып, арып бөтә инем. Ниңә бүтәндәр иғтибар итә, ғашиҡ була, тик ул ғына юҡ. Ҡыйын түгел түгеллеген, сөнки уның яҡынлығын тойоп йәшәйем, бары тик мөхәббәтем йөрәгемдә ташып, алҡымымдан ала. Өфөнөң төрлө урындарында булырға, йышыраҡ йәйәү йөрөргә тырыштым. Хатта шиғырҙарымды ла яҙмыш юлдарында нисек аҙашып, уны эҙләүем хаҡында яҙҙым. Тик осрашыу урынын һүрәтләй башлаһам, илһам ҡәләмемде ташлай ҙа китә ине.
Яҙмыш мине районға ҡайтырға саҡыра. Тоям, тормошомдоң ошо район менән бәйле этабын мотлаҡ үтергә кәрәк. Ә ул? Нисек итеп уны ҡалдырырға? Сыҙамлығым бөттө, баш ҡаланы ҡалдырып, тыуған яғыма ҡайтып, абруйлы урында эш башланым. Һөйгәнемдең бары миңә илткән юлдан атлауын, яңылышмауын, ялған мөхәббәт утына бирелмәүен һораным Хоҙайымдан.
Май айы байрамы алдынан класташым мине дуҫ егеттәре менән таныштырырға теләүен әйтте. Ҡырҡа ҡаршы төштөм, сөнки был минең ғорурлығымды яралай. Класташым һаман үҙенекен һөйләй. Асыуым килеп, тоттом да шылтыраттым әхирәтем әйткән егеттәрҙең береһенә. Юҡ-бар хәбәр һөйләнем, ҡысҡырып көлгән булдым, исемемде лә әйтмәнем. Үтә лә яғымлы, тыныс ине егеттең тауышы. Тик ул миңә ҡабат шылтыратманы. Ике көн үткәс, бер эш килеп тыуҙы. "Келт" итеп теге егеттең тап миңә кәрәкле өлкәлә эшләүе иҫемә төштө. Һәм бармаҡтарым үҙенән-үҙе уның номерын йыйҙы. Һүҙҙән һүҙ сығып, ике көн телефон аша аралашып ташланыҡ. Китап уҡып ултырғанда, Ғүмәр Хайәмдең шиғырын оҡшатып, смс итеп ебәрҙем. Ул миңә арнап, шиғыр яҙҙы. Мин дә яуапһыҙ ҡалманым.

Ямғыр, әллә төш - мөһим түгел,
Осрашҡанда йөрәк яҙмыш юлында.
Теләһәң, булам татлы өнөң -
Барыһы ла, егет, һинең ҡулыңда.

Көслө ямғырға, юлды белмәүенә ҡарамай, ҡултыҡ аҫтына йомшаҡ уйынсыҡ ҡыҫтырып килеп төштө минең Мөхәббәтем. Беренсегә күргән кешемдән һис ятһыныу тойғоһо кисермәнем. Сәй артында әллә нимәләр тураһында һөйләшеп өлгөрҙөк, һуңынан тыуған яҡтарым буйлап экскурсия ойошторҙом. Уның менән шул тиклем оҡшаш яҡтарыбыҙ күп, хатта уртаҡ хыялдар, бер төрлө уйҙар менән йәшәйбеҙ икән дәһә. Донъя ярып, "Таптым! таптым!" тип ҡысҡырғым килде шул минутта. Дыуамаллығым менән ҡурҡытмайым тип, түҙҙем. Ҡараштарым менән наҙлап, иркәләп туялманым.
- Миңә наҙлы асыҡ тауышың, юмор тойғоң оҡшаны. Ошонан сығып, мин һинең тышҡы йөҙөңдө хыялымда тыуҙырҙым. Күрергә теләүемдең сәбәбе - ошо уйлап сығарылған образға ни тиклем тап килеү-килмәүеңде асыҡлау, - ти көлдөрә күҙҙәрен. - Йә, тап киләмме, - тип, һағайып һорайым.
- Тап килеү генә тиһеңме...
Уны автобусҡа оҙатҡанда күҙҙәремә йәш бәреп сыҡты. Был айырылышыу йәштәре түгел, ә бәхет йәштәре ине. Аҙна һайын тиерлек осраша башланыҡ. Телефонға аҡса һалып өлгөрөп булмай, интернет сел-тәре буйлап электрон йәшниктәргә ҡайнар мөхәббәт тулҡындары йүгерә. Һөйгәнем компьютерҙар буйынса белгес булыуына ҡарамаҫтан, ижад нескәлектәрен яҡшы тоя. Әҫәрҙәремде яратып уҡый, кәңәштәр бирә. "Бөтә дуҫтарыма һине һөйләп, йөҙ ҡат маҡтандым, фотоларыңды күрһәтеп, ялҡытып бөттөм. Уларҙы ла һиңә ғашиҡ иттерермен, ахыры", - тип шаяра.
Мин уны атай-әсәйем менән таныштырҙым. Ниңәлер, яҡын кешеләремә һөйгәнемде бик күрһәткем килде. Тыуған мөхитемде, бала сағым үткән урамдарҙы, үҫкән йортомдо күрһә, мине нығыраҡ аңларына, күңелемде тәрәнерәк тойоуына ышандым. Урмандар буйлап йөрөнөк, тап-таҙа Еҙемдә һыу ҡойондоҡ. Беҙҙең яҡ тәбиғәтенә, кешеләренә башкөллө ғашиҡ булды һөйгәнем.
Шаштырыусы, башыңды юғалттырыусы, илап-ярһытыусы яратыу хисе түгел ине миндә. Бары ғүмерем буйы, үҙен бер тапҡырҙа күрмәйенсә генә, йөрәгемдә йөрөткән мөхәббәтем затын, есемен тапты ла, булмышымды биләне. Мин Хоҙай тарафынан яратылған тәбиғи, гармониялы хәлемә ҡайтып, торғаны бер мөхәббәт йомғағына әүерелдем. Һөйгәнем хыялымдан да матурыраҡ булып сыҡты. Мин Өфөлә тапмай ҡайтҡайным уны, ә мөхәббәт үҙе эҙләп килде. Ҡайһы саҡта үткәндә ҡалған Үҙемде хәтерләйем дә, ҡурҡып китәм, ә яҙмыш ауында буталып, уны осратмаһам? Хоҙай һаҡлаһын!
Бөгөнгө бейеклектән үткән ваҡиғаларға күҙ һалһам, шуны аңлайым: яҙмышымдың бөтә юлдары тап уға илткән, барлыҡ боролоштар, ауырлыҡтар ошо осрашыу хаҡына булған. Осраған ҡыйынлыҡтар һәм кәртәләр шәхесемде Һөйгәнем мине таныһын, тип камиллаштырған ғына.
Эште оҙаҡҡа һуҙмай, өйләнештек. Уның менән бергә булыу өсөн яратҡан эшемде, дуҫтарымды ҡалдырып, бөтөнләй икенсе тормош башларға тура килде. Иңгә-иң терәп, яҙмыш яҙған юлдан, мөхәббәт юлынан атлайбыҙ…

Ләйсән ИСҠУЖИНА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.02.17 | Ҡаралған: 1383

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru