«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺАН МЕНӘН ТҮГЕЛ, СИФАТ МЕНӘН АЛДЫРАБЫҘ
+  - 

Халҡыбыҙҙың символы дәрәжәһенә күтәрелгән милли музыка ҡоралыбыҙ ҡурайҙы ҡайҙан һатып алырға була, тип баш ватмайһың хәҙер. Легендар оҫта Вәкил Шөғәйепов эҙенән барыусы ҡурай яһаусылар бихисап. Баш ҡалала йыл һайын үткәрелә килгән төрлө күргәҙмәләрҙә, ил, донъя кимәлендәге сараларҙа ҡурай эшләүсе ағайҙарҙы йыш осратырға була. Шөкөр, ағайҙар быуыны ғына түгел, беҙҙең йәштәштәр ҙә, ҡустылар ҙа ата-бабаларҙан килеп еткән моңло һандуғасыбыҙ ҡурайҙы етештереүҙе үҙ ҡулына ала башланы. Мәҙәни, иҡтисади көрсөк быуындар күсәгилешлеген, оҫталар сылбырын өҙә алманы, тип һөйөнөргә урын бар. Ҡыуаныстар бының менән генә бөтмәй әле. Башҡорт оҫталары теге йәки был музыка ҡоралын ныҡлығы, көй сығарыу сифаты, файҙаланыу уңайлылығы яғынан да камиллаштырыуға ынтыла, уйлап тапҡанын патенттар рәүешендә законлаштырып ҡуя. Шундай оҫталарҙың береһе - Күгәрсен районы Юлдыбай ауылында йәшәүсе, даны республикабыҙға күптән билдәле Рәмил Хөснуллин. Ул ҡурайҙы һәм дөңгөрҙө ғәжәйеп ябай юл менән яҡшыртыуға өлгәшкән оҫта. Бөгөн беҙ Рәмил Хөснуллиндың өлкән улы Урал ағай менән әңгәмәләшәбеҙ. Урал ағай атаһының оҫталыҡ серҙәрен бик яҡшы үҙләштергән булып сыҡты. Ни тиһәң дә, тиҫтә йыллап атаһына ҡурай эшләшә. Әйҙәгеҙ, һүҙҙе ҡунағыбыҙға бирәйек:

Һимеҙ һыйыр аҫыра

Халҡыбыҙҙың "Һигеҙ һыйыр аҫырама, һимеҙ һыйыр аҫыра" тигән бик тапҡыр әйтеме бар. Ул һан менән түгел, ә сифат менән алдырырға өйрәтә. Атайым ошо әйтемде беҙгә, дүрт улына, йыш ҡына иҫкәртә тора. Юлай - Стәрлетамаҡта, Раян - Өфөлә 15-се һанлы балалар музыкаль мәктәбе директоры; мин ғаиләм менән, һәм Азат Юлдыбайҙа йәшәйбеҙ. Кинйәбеҙ Азаттан башҡа барыбыҙ ҙа өйләнгәнбеҙ. Азат та беҙҙең менән оҫтаханала эшләй, Ул думбыра, гитара эшләү менән мауыға. Раян ҡустыбыҙ - профессиональ баянсы, гитарала, думбырала ла шәп уйнай. Юлай музыка менән мауыға, компьютерҙа матур көйҙәр яҙа. Мин 15 йылдан артыҡ атайым менән оҫтаханала эшләйем . Атайыбыҙ үҙ эшен йорт йыһаздары эшләүҙән башлағайны. Оҫтаны һәүәҫкәрҙән заманса ҡорамалдары ла, эшләгән әйберҙәрҙең һаны ла түгел, ә тауарының сифаты айырып тора. Атайҙы республикала оҫта тип ололайҙар икән, был уның тәжрибәһе һөҙөмтәһе. Уның эше бер нисә яҫылыҡтың бер нөктәлә уңышлы киҫешеүе менән бәйле. Тәүгеһе - материалдың үҙенсәлеге, икенсеһе - ваҡыт ағышы, өсөнсөһө - иң мөһиме - намыҫ талабы. Ошо өс башланғысты бер нөктәлә яраштыра алһаң ғына һин үҙ эшеңдең оҫтаһы булаһың.
Ҡурайҙы, ғәҙәттә, конус рәүешендәге формаға ҡат-ҡат итеп йоҡа ағас "йәймә"ләрен уратыу ысулы менән яһайҙар. Был ысул заманында башҡорт шпон ҡурайын етештереүҙе уңайлы итә. Атай шпон ҡурай төҙөлөшөнә инженерҙарса яңылыҡ индерҙе. Атап әйткәндә, ҡурайҙың эске ҡатын ул йәймә һымаҡ түгел, ә таҫманы спираль итеп урау рәүешендә эшләй башланы. Эске ҡатын спираль рәүештә уратып, уның тышынан ҡәҙимгесә буйға шпон йәбештереү ысулы ҡурайҙың ныҡлығын арттырҙы һәм шул уҡ ваҡытта уның ҡалынлығын кәметте. Ҡурай ни тиклем йоҡа, уның тауышы ла шул тиклем сағыуыраҡ, шәберәк сыға. Тауыш сифаты өсөн тырыша торғас, атай тағы бер асыш яһаны. Дөңгөрҙөң тиреһен тарттырыуҙың яңы ысулын уйлап тапты. Бығаса барабан тиреһен болттар ярҙамында нығытһалар, атай барабан һауыты эсенә - тиреһенең аҫтына - велосипед тәгәрмәсе ҡыуығын беркетте. Был ысул ярҙамында ул музыканттарҙы болттарҙы бушатып-нығытып, оҙаҡ булышыу мәшәҡәтенән арындырып ҡына ҡалманы, ә дөңгөрҙөң тауышын теләгән кимәлгә көйләргә мөмкинлек булдырҙы. Был ике асышын да ул Рәсәй патент бюроһында теркәне.
Алдараҡ, оҫтаны ҡорамалдарының яңы, шәп булыуы ғына билдәләмәй, тигәйнек. Был ысынлап та шулай, әммә атай станоктарҙың да замансаларын ҡуллана. Ағастың теләһә ҡайһы урынына теләгән бер һын биреү мөмкинлеге бирә улар. Артабан ҡурай эшләүҙең ҡайһы бер баҫҡыстарын һанап үтәйек.

Ҡурай эшләгәндә...

Ҡурайҙың башына мундштук эшләп ҡуябыҙ. Ул, ҡурайсының ҡарамағына, саған ағасынан, йәки пластиктан эшләнә. Тәүҙә көпшәнең төп өлөшө яһала, унан һуң уға киртеп, елемгә ултыртыла торған, ҡурайсы тешенә бирешмәй торған мундштук кейҙерелә. Һәр ҡурайҙың мундштугы айырым яратыла. Мундштук ашалып китһә, уны алыштырып та бирәбеҙ. Шулай итеп, ҡурай яңыра ла ҡуя. Урталай айырып алып, теләгәндә, кире тоташтырып була торған ике өлөшлө ҡурай ҙа ошо ҡағиҙә менән эшләнә. Уларҙы бер-береһенә яратыу ҡыйынғараҡ төшә, әлбиттә. Уның ҡарауы, ҡапсығың эсенә, хатта ки, түш кеҫәңә генә һыймалы бындай ҡурайҙар юл йөрөүселәр өсөн ныҡ уңайлы. Һәр шпон ҡурайҙы тышынан да, эсенән дә лак менән ҡаплайбыҙ. Лак кипкәс, уның еҫе осоп бөтһөн өсөн, әҙер ҡурайҙарҙы махсус ҡумта эсенә һалып, улар аша һауа өрҙөртәбеҙ. Унан һуң ҡурайҙарҙы бер-нисә көн һалып ҡуйып елләтәбеҙ.
Һәр ҡурай әҙер формаға урау ысулы менән эшләнә, тигәйнем инде. Уларҙың уйымдарын, диаметрын билдәләргә беҙгә Роберт Юлдашев, Азат Биксурин, Фәйез Шәрипов, Ишморат Илбәковтар үҙҙәре ярҙам итте. Шуға, ҡурайҙарҙың нотаға тура килеүенә шик юҡ. Тик бер генә үҙенсәлекте: ҡурай уйнаусының ауыҙ ҡыуышлығы, тауыш сығарыу аппараты төрлөлөгөн дә күҙ уңында тоторға кәрәк. Ҡурай төрлө кешегә төрлөсә "ята", тура килә, яңғырай. Шуға ҡурай алыусыларға уны уйнап ҡарап алырға тәҡдим итәбеҙ. Тауышты, ҡурай тауышының юғарылығын үлсәй торған программа ярҙамында тикшергәс, әлеге ҡурай һиңә тап киләме, юҡмы икәне беленә. Ә профессиональ ҡурайсылар инде, беҙҙең оҫтаханаға үҙҙәре килеп, оҡшаған көпшә һайлап, ҡурай эшләтеп ала. Бынан тыш, ҡурайҙың семәрле һауыты тураһында ла әйтеп үтеү яҙыҡ булмаҫтыр. Үҙе өсөн генә уйнаусы, профессионал булмаған кешегә бер ҡурайы булһа, етә. Ундайҙарға ҡурайҙы айырым һауытҡа - ҡурай ҡынына һалып бирәбеҙ. Ике төрлө: семәрле һәм "ғәҙәти" һауыттарыбыҙ бар. Улар икеһе лә махсус станокта ағасты ҡырыу ысулы менән яһала. Ә күп ҡурай йөрөтөүселәр өсөн ҡумталар эшләйбеҙ.

Аҡмаһа ла, тама...

Кемдер ҡурай һөнәрсеһе аҡсаны көрәп ала икән, тип уйларға мөмкин. Үҙебеҙгә килгәндә, беҙҙең маҡсат - милли музыка ҡоралдарыбыҙҙы мөмкин тиклем күберәк таратыу. Йәғни, хаҡын яһалма рәүештә өҫтәмәү яғындабыҙ. Һәр башҡорттоң яҡшы сифатлы ҡурайы булырға тейеш, тигәндә лә, бер ҡурайыбыҙ республикалағы уртаса хаҡтан осһоҙораҡ. Зарланмайбыҙ, ауыл өсөн яҡшы һаналған килем алабыҙ. Уртаса һанап сығарғанда, мин айына 15 мең самаһы эш хаҡы алам. Музыка ҡоралдары етештереүҙең миҙгелле эш икәнен дә оноторға ярамай, ни өсөн тигәндә, йәй етеү менән музыкаль белем биреү учреждениелары, урта мәктәптәр каникулға сыға, шунлыҡтан, күмәртәләп һорау кәмей. Беҙҙең эш "еңелләштерелгән" режимда дауам итә. Ә инде "ҡыҙыу миҙгел" етһә, һораусылар ҙа күбәйә, әлбиттә.

Шулай итеп...
Бала саҡта ни өсөндөр роботтар уйлап табыусы инженер-конструктор булырға хыялланғайным. Гуманитар фәндәргә ауыбыраҡ киткәс, теүәл фәндәр менән юлды аймылыштырырға тура килде. Әлеге әңгәмәнән шәхсән мин шуны аңланым: производствоны еңелләштерәм, тормошто уңайлы итәм, тиһәң, быны һәр өлкәлә эшләп була икән! Роботтар, програмалар менән эш итмәһәң дә була. Башың һәм ғәмең генә булһын, Рәмил ағайҙағы, уның улдарындағы һымаҡ...

Илгиз ИШБУЛАТОВ яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.02.17 | Ҡаралған: 1102

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru