«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
РӘХМӘТЛЕ БУЛЫУ - ЯҠШЫ КӘЙЕФТЕҢ НИГЕҘЕ
+  - 

Кешене белгең килһә, бер һүҙенә ҡара, бер эшенә ҡара, ти халыҡ. Әңгәмәсебеҙ - башҡорт эстрадаһының иң тырыш йырсыһы, ул шәп ҡурайсы ла, актер ҙа, үҙен республика кимәлендәге сараларҙың алып барыусыһы булараҡ та танытып өлгөрҙе. Эшләгән эштәрен күреп йөрөйбөҙ, һүҙ ҙә һөйләтеп алайыҡ, тип, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сәғиҙулла БАЙЕГЕТкә мөрәжәғәт иттек. Беҙҙән - һорауҙар, унан тапҡыр яуаптар.

Үҙегеҙҙе үҙегеҙ яңы көнгә, күтәренке кәйефкә, ниндәйҙер эштәргә, киләһе юғарылыҡтарға дәрләндерәһегеҙме?

- Минең иртә таңдан тороп, сәләмәтлекте нығыта, кәйефте күтәрә торған күнекмәләр эшләү ғәҙәтем бар. Улар Норбековтың үҙенсәлекле системаһына ҡоролған. Күп тигәндә, 15 минут ваҡытты ала, ә бына һөҙөмтәһе иҫ киткес. Күнекмәләрҙе ас ҡорһаҡҡа башҡарырға кәрәк. Ҡул, аяҡ һәм умыртҡа һөйәктәрен әкренләп ҡуҙғатаһың һәм артабан хәрәкәттәрҙе көсәйтә бараһың. Хәҙер мин гәзит уҡыусыларға был күнегеүҙәрҙең иң ҙур көсөн һәм серен асам - файҙаһы тейһен тиһәң, ауыҙ мөмкин тиклем йырыҡ булырға тейеш. Тормошоңда булған иң ҡыҙыҡ ваҡиғаларҙы күҙ алдына килтерәһең. Һәм тағы ла - умыртҡа бағанаһы уҡлау йотҡан кеүек туп-тура булырға тейеш. Мин был күренеште "Фидан ағай торошо" тип йөрөтәм. Иҫләгеҙ әле, Фидан Ғафаров һәр саҡ кәүҙәһен тура тота, ғорур, хатта бер аҙ текә баҫып йөрөй, әртис - бахыр түгел, тигәнерәк ҡарашы ни тора!
Иртә менән күп ашамаҫҡа тырышам. Ризыҡтарҙан йышыраҡ бутҡалар ҡулланам. Улар араһында һоло ярмаһы - иң шәбе. Шулай уҡ намаҙ уҡыу, Аллаһы Тәғәләне һәр саҡ иҫтә йөтөрөү - беҙҙең төп бурысыбыҙ. Барыһы ла, тәү сиратта, Унан. Рәхмәтле булыу - яҡшы кәйефтең иң үрге баҫҡысы.

Холҡо, ҡылыҡтары, тышҡы ҡиәфәте менән һеҙҙе ҡабатлаған һыңарығыҙ булһа, уның менән дуҫлашыр инегеҙме?

- Һинең ижадыңды үлеп һөйгән, йәиһә тышҡы ҡиәфәте менән ниндәйҙер оҡшашлығы булған һәм шуға ла һинең кеүек, булдыра алам, тип яңылышып, ҡаңғырып йөрөгән кешеләр осрап ҡуя ул. Ундайҙар осрашҡан саҡта үҙен ҡыйыу тота, хатта үҙен һинең менән тиң ҡуя, һин булып ҡыланырға тотона. Дөрөҫөн әйтәм, был миңә оҡшамай. Элегерәк "Аҙна" гәзитендә бәйге була торғайны, унда тышҡы ҡиәфәте йырсыларға, актерҙарға оҡшаған кешеләрҙе ҡатнаштырып, еңеүсеһе һинең менән осрашыу форматындағы бүләккә лайыҡ була ине. Әлеге көндә бындай танышыуҙар бер кемгә лә ҡыҙыҡ түгел, минеңсә. Һәр кеше үҙенсә яратылған, бер кем дә икенсе кешегә тулыһынса оҡшай алмай. Был мөһим дә түгел хатта... Был һорауҙы фәндең кеше клонын яһай алыуына бәйләгәндә, ҡыҙыҡ булыр ине, тик бит ул үҙен Сәғиҙулла тип таныясаҡ. Уға кем ысын Сәғиҙулла икәнен аңлатып булмаясаҡ бит. Әгәр ул робот булһа, йомош-фәләнгә ҡулланырға булыр ине, мәҫәлән. Шулай ҙа мосолмандарҙа был ҡәтғи тыйыла. Шуға күрә ғаиләм, дуҫ-иштәр, туғандар өсөн берҙән-бер булып йәшәй бирәйем әле.

Мөмкинлек булһа, билдәле кешеләрҙең кемеһе менән рингта осрашып, алышыр инегеҙ?

- Әлеге мәлдә һеҙҙе 11 апрелдә "Башҡортостан" концерт залында үтәсәк йырлы "ринг" көтә. Унда миңә ҡаршы Фиданыч, йәғни, Башҡортостандың халыҡ артисы Азамат Ғафаров сығасаҡ. ВАА һәм ВHA версиялары буйынса донъя чемпионын билдәләйәсәкбеҙ. Күрәһең, бындай алыш Башҡортостаныбыҙҙа тәүгеһелер. Шунан ары, дәғүәсемде ҡыйратҡас, күҙ күрер. Бәлки, тағы берәйһе мине алышҡа саҡырыр. Ҡыҫҡаһы, барыһы ла алда әле.

Ләйсән ДАЯНОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.02.17 | Ҡаралған: 961

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru