«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
"ЗӘҢГӘР КИТ" АУЫНА ЭЛӘКМӘҺЕН БАЛАҢ
+  - 

Киң мәғлүмәт саралары көн дә шаҡ ҡатырғыс хәбәрҙәр яуҙырып ҡына тора, шаңҡыу түгел, уларҙы уҡып, аңға һеңдереп тә өлгөрөп булмай. Бына әле лә интернет сайттарында Екатеринбургта йәшәгән 12 йәшлек баланың мейеһенә ҡан һауып - инсульттан, Башҡортостанда 11-се класс уҡыусыһының ҡан әйләнешен тотҡарлаған тромб сәбәпле үлеүҙәре хаҡында хәбәр ителә.

Был үҫмерҙәрҙең тәүгеһе компьютер уйындары клубында бер туҡтауһыҙ 12 сәғәт буйына уйнап ултыра торған булған. Икенсеһе, аяғын һындырып, йөрөй алмағанлыҡтан, шулай уҡ виртуаль уйынға бирелә һәм унда, аҙаҡ иҫәпләүҙәренсә, 2 мең сәғәт ваҡытын сарыф итә. Шул ваҡыт эсендә ул БДИ имтихандарына әҙерләнә ала ине лә, тик уның ни менән шөғөлләнеүе хатта ата-әсәһен дә ҡыҙыҡһындырмаған. Ваҡытты әрәм-шәрәм итеү - ярай инде, ә бына көндәр, сәғәттәр буйы хәрәкәтһеҙ ултырыу ҡан ойошоуға килтереп, үҙенең ҡотолғоһоҙ эшен эшләп тә ҡуя...
Йә булмаһа, социаль селтәрҙәрҙә яуыз уй менән "эшмәкәрлек" алып барыусы "үлем төркөмдәре" ауына килеп эләгеүсе балаларҙың күрәләтә һәләкәткә атлауы хаҡында йылдан ашыу инде төрлө мәғлүмәттәр бирелеп килә. Әлеге төркөмдәрҙең маҡсатлы рәүештә балалар аңын эшкәртеүгә ҡоролған программаһында секталар эше техникаһы ярылып ятыуын күрмәү мөмкин түгел. Улар хис-тойғоға бирелеүсән балаларҙың йомшаҡлығын оҫта файҙаланып, улар күңелен яулай һәм зомбиға әйләндерә. Махсус "куратор" тәү ҡарашҡа еңел генә йомоштар ҡушыуҙан башлай эште. Тәүҙә, әлбиттә, баланың тулы анкетаһы, хатта, тулы психологик портретын төҙөү маҡсатында, йәнәһе лә, шәхси мәғлүмәттәре һорап алына. Үҫмерҙең ниндәй шарттарҙа һәм ғаиләлә йәшәүе ҡыҙыҡһындыра уларҙы. Красноярскиҙағы 13 йәшлек ҡыҙҙың шул төркөмгә инеп, тәүге задание - ҡулына лезвие менән киҫеп, зәңгәр кит һүрәтен эшләп алғанын, һуңғы ваҡыт уның үҙен бик сәйер тотоуын, ярай, класташтары күреп ҡала һәм уҡытыусыға хәбәр итәләр. Ваҡытында киҫәтеп өлгөрмәгәндә, киләһе йомоштарҙың күпкә хәтәрерәк булыуы бар ине бит. Мәҫәлән, "Беҙгә ҡурҡмағанлығыңды иҫбатла: бейек ҡатлы йорттоң асыҡ тәҙрәһе төбөнә менеп баҫ, күперҙән һикер, тимер юлға арҡыры ят" һәм башҡа шундай заданиелар бирелә. Үҫмерҙәр ғүмере менән уйнаусы бындай төркөмдәрҙең маҡсаты ниҙә һуң? Әлбиттә, бизнес! Унан сайтҡа инеүселәр һанын арттырыу ҙа ҙур файҙаға ғына икән... Әйткәндәй, Хәүефһеҙ интернет лигаһы иҫәпләүҙәренсә, балалар араһында суицид пропагандалаусы төркөмдәрҙең яҙылыусылары 1,5 меңдән 11 меңгә барып етә. Яңыраҡ хәбәр ителеүенсә, ил буйынса ҡайһы бер мәктәптәрҙә, ниһайәт, тикшереүҙәр башланған: баланың ҡулында шикле яҙыуҙар һәм кит һүрәте юҡмы? Эйе, ата-әсәнең балаһында эше юҡ икән, исмаһам, мәктәп ҡыбырҙаһын ине. Ә шулай ҙа үҫмер бала ғаилә ағзаларының иғтибар үҙәгендә булырға тейеш, тигән ябай хәҡиҡәтте тағы бер ҡабатларға тура килә. Балаһының ни менән ваҡыт уҙғарыуына, кәйефенә битараф ғаилә - ул инде, ысынын әйткәндә, ғаилә лә түгелдер. Егерме йыллап әлек беҙ балаларыбыҙҙы урамда таныш түгел кешеләр менән һөйләшмәҫкә, бер кемгә лә ишек асмаҫҡа балалар баҡсаһы йәшенән үк өйрәтә торған булһаҡ, бөгөн улар өсөн иҫкәрмәләр бер аҙ үҙгәреш кисерҙе. Бына ошо юлдарҙы ҙур, асыҡ хәрефтәр менән күсереп яҙып, балағыҙҙың дәрес әҙерләй торған өҫтәле янына элеп ҡуйһағыҙ ҙа була: - Интернет селтәрендә таныш түгел кешеләр менән аралашма;
- Дуҫтарың иҫәбенә үҙең белгән кешеләрҙе генә өҫтә;
- Интернетҡа яҡындарың өсөн генә иҫәпләнгән һәр төрлө фотоһүрәттәреңде элмә;
- Шәхси мәғлүмәттәреңде бер кемгә лә бирмә, ҡушымталағы геолокация хеҙмәтен һүндереп ҡуй;
- Чаттарҙа приватлылыҡ һаҡлап, шәхси, күҙмә-күҙ аралашыу юлын һайла.
Социаль селтәрҙә хәүефһеҙлек саралары бына ошолар, ләкин хатта улар ҙа баланы уратып алған тере мөхитте алыштыра алмай.

ӘЙТКӘНДӘЙ...
Рәсәй Президенты Владимир Путин сайттар һәм социаль селтәрҙәр аша балаларҙы үҙ-үҙҙәренә ҡул һалыуға этәргән өсөн язаны ҡәтғиләштереүҙе хупланы. Ошо хаҡта дәүләт башлығы Рәсәй Эске эштәр министрлығы коллегияһы ултырышында белдерҙе.
"Енәйәтселәр - ә уларҙы башҡаса атап булмай - тәү сиратта үҫмерҙәр һәм йәштәр аудиторияһына, психикаһы нығынып бөтмәгән йәки ауыр тормош хәлендә булған балаларға төбәлгән", - тип Владимир Путиндың телмәренән өҙөк килтерә ТАСС. Президент Дәүләт Думаһы депутаттарының ҡануниәтте үҙ-үҙеңә ҡул һалыуға алып барып еткергән өсөн эштәр исемлеген киңәйтеүсе нормалар менән тулыландырыу хаҡында башланғысын хупланы. "Ул бындай сайт хужаларын, уларҙы уйлап сығарыусыларҙы һәм администраторҙарҙы яуаплылыҡҡа тарттырырға, уларҙың емергес эшен, енәйәт эшмәкәрлеген иҫкәртеү мөмкинлеге бирәсәк", - тине Владимир Путин.

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.03.17 | Ҡаралған: 1003

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru