«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Баҡса туҡландырып ҡына ҡалмай, хеҙмәт мәктәбе лә, күңелгә ял, ҡәнәғәтлек тә бирә, тиһегеҙме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МӘРГӘНДӘР СЫҠТЫ АЛЫШҠА...
+  - 

Ысын башҡортто атһыҙ, уҡ-һаҙаҡһыҙ күҙ алдына ла килтереп булмаҫ ине. Ат әле лә уның ҡанаты, тоғро юлдашы булып ҡала килә, ә бына онотола яҙып барған уҡ-һаҙаҡ традицияһын тергеҙеп, егеттәребеҙ бик маҡтаулы, изге эш башлап ебәрҙе.

"Любизар" 1-се Башҡорт атлы полкы хәрби-тарихи клубы башланғысы менән ойошторолған "Мәргән уҡсы" фестивале йәштәр араһында иҫ киткес популярлыҡ яуланы. Һуңғы араларҙа ғына ла ошо фестиваль сиктәрендә бер нисә тапҡыр уҡ атыу бәйгеһе булып алды. Шундай ярыштарҙың сираттағыһы, Ҡарас сәсәнгә арналғаны, ошо көндәрҙә генә Учалы районының Уральск ҡасабаһында үтте. Унда Учалы, Әбйәлил, Ғафури, Бөрйән, Хәйбулла райондарынан, Сибай һәм Өфө ҡалаларынан, Силәбе өлкәһенән 50-нән ашыу мәргән ҡатнашты. Ир-егеттәр - 27 һәм 25, ә ҡатын-ҡыҙҙар 20 һәм 15 метр алыҫлыҡтан сәптәргә атты.
Әйткәндәй, шуныһы ҡыуаныслы: ир-егеттәр менән бер ҡатарҙан мәргәндәр бәйгеһендә ҡатын-ҡыҙҙар ҙа уҡ ата. Матур күренеш, ләкин быға ғәжәпләнергә түгел: халҡыбыҙ тарихынан белеүебеҙсә, ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ саялыҡта ир-егеттәрҙән бер ҙә ҡалышмаған: атта ла сапҡан, яуҙа ла ҡатнашҡан, мәргән уҡсы ла булған. Тап ана шул сифаттарҙың бөгөнгә ҡәҙәр аңыбыҙға ла, ҡаныбыҙға ла һеңеп ҡалғанлығын, ләкин уны "уятырға" бер ҡасан да һуң булмауын иҫбат итә лә инде ҡыҙҙарыбыҙ. Улар араһында байтаҡ мәрәй йыйыуға өлгәшкән һәм, күп егеттәрҙең "үксәһенә баҫып," финалға сығыусы ун ике кеше араһында берҙән-бер гүзәл зат - юрматы һылыуы, "Киске Өфө" гәзите хеҙмәткәре Алһыу Кинйәбаеваның булыуы бөтәбеҙ өсөн дә ҡыуаныс һәм ғорурлыҡ булды. Ә шулай ҙа был милли спорт төрөнөң тағы ла күберәк егеттәребеҙ йөрәген ҡуҙғытыуын, сәм уятыуын теләйек.

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.03.17 | Ҡаралған: 1198

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! Баҫмабыҙҙың киң мәғлүмәт саралары баҙарындағы урынын билдәләүсе, шулай уҡ уҡыусыларыбыҙҙың тоғролоғон, ихтирамын, аңлылыҡ, рухлылыҡ кимәлен дә күрһәтеүсе мәл етте: 2026 йылдың 1-се яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы башлана. ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә ярты йылға яҙылыу хаҡы - 1054 һум 50 тин. Күп һорауҙарығыҙға яуап бирер, рухландырыр, сәмләндерер һүҙ әйтер матур йөкмәткеле "Киске Өфө" гә яҙылырға ашығығыҙ - үкенмәҫһегеҙ.

Мөхәрририәт.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru