«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КӘРӘКЛЕ ЗАКОНДАР ҠАБУЛ ДА ИТЕЛҺЕН, ЭШЛӘҺЕН ДӘ
+  - 

РФ Дәүләт Думаһы Дәүләт төҙөлөшө һәм ҡануниәт буйынса комитеттың алкоголь продукцияһын законһыҙ һатҡан өсөн штрафтарҙы арттырыу тураһындағы закон проектын хупланы. Был турала закон проекты авторҙарының береһе, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Закир улы БАЙҒУСҠАРОВ менән әңгәмәләшәбеҙ.

Эскелек - бөгөнгө көн афәттәренең иң ҡурҡынысылыр. Был закон проекты проблеманы хәл итеүгә нисек ярҙам итәсәк?

- Һайлау алдынан да, бөгөн дә халыҡ менән йыш осрашам. Үҙем дә ауыл ерендә тыуып-үҫкән кеше булараҡ, ауыл халҡының күп проблемаларын яҡшы аңлайым. Ысынлап та, шуларҙың береһе - эскелек. Был насар ғәҙәткә ҡаршы көрәшеүҙең бер ысулы - ул законһыҙ рәүештә алкоголле эсемлек һатыусыларға һалынған штрафтың күләмен арттырыу. Халыҡ үҙе һорай был турала, закондар йомшаҡ, тиҙәр. Әлеге көндә законһыҙ рәүештә спиртлы эсемлек һатҡан өсөн штраф күләме - 2-2,5 мең һум. Бындай эсемлек һатыуҙан килгән килемде яҡынса ғына иҫәпләп ҡараһаҡ, был араҡы һатыусыларға артыҡ зыян да килтермәйҙер инде. Сөнки был өлкәлә хоҡуҡ боҙоуҙар йылдан-йыл арта ғына бара. Ошоларҙы иҫәпкә алып, беҙ штрафтарҙы арттырырға тәҡдим иттек. Бәхәстәр күп булды, ҡаршылар ҙа бар ине. Шулай ҙа "Рәсәй Федерацияһының административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында"ғы Кодексына үҙгәрештәр индереү тураһында"ғы федераль закон проекты әле беренсе уҡыуҙарҙы үтте һәм, минең фекеремсә, законды яҙғы сессияла ҡабул итербеҙ, тип уйлайым.

Штрафтарҙың күләме үҙгәреүе физик һәм шулай уҡ юридик шәхестәргә лә ҡағыласаҡмы?

- Бөгөнгө штрафтар системаһы араҡы һатыусылар ошо юл менән алған килемгә бөтөнләй ҡулайлаштырылмаған, тигәйнем инде. Ул штрафты түләй ҙә, артабан да спиртлы эсемлек һатыуын дауам итә. Шуға ла беҙ "Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында"ғы РФ Кодексына өҫтәмә статья индерергә тәҡдим итәбеҙ, уның буйынса тап физик шәхестәргә законһыҙ алкоголь продукцияһы һатҡан өсөн административ яуаплылыҡ ҡаралған. Штраф күләме 300 меңдән 500 мең һумға тиклем тәҡдим ителә. Шулай уҡ сифатһыҙ, легаль булмаған алкоголь продукцияһы әйләнеше артыуын иҫәпкә алып, лицензияһыҙ эшмәкәрлек алып барған өсөн административ яуаплылыҡты көсәйтеү ҡаралған. Закон проекты физик шәхестәргә генә ҡағылмай, шәхси эшҡыуарҙарға һәм юридик шәхестәргә ҡарата яуаплылыҡ көсәйтеләсәк. Уларға һалынған штраф 1 млн һумға тиклем булырға тейеш. Әгәр ҙә сифатһыҙ спиртлы эсемлектән кемдеңдер һаулығына зыян килә икән, енәйәт эше ҡуҙғатыу ҙа ҡаралған. Әле ҡала магазиндарында ҡулланылған Алкоголь продукцияһын иҫәпкә алыуҙың берҙәм дәүләт автоматик системаһы (ЕГАИС) быйылғы йылдың 1 июленән ауыл магазиндарына ла ҡуйылырға тейеш. Был электрон система эшләй башлағандан алып сифатһыҙ спиртлы эсемлек һатыу күпкә кәмегән. Шулай уҡ һатыусы өсөн яуаплылыҡ ҡаралған, юғиһә, етәксенән йәшереп, уларҙың спиртлы эсемлек һатыуы ла ихтимал. Йәғни, һатыусы ла, етәксе лә законһыҙ спиртлы эсемлек әйләнеше өсөн яуап бирергә, һәр хәлдә, был аҙымды яһар алдынан ете ҡат уйларға тейеш. Әлбиттә, былар ғына кешене эсеүҙән тыя алмаясаҡ, шулай ҙа мәсьәләне хәл итеүҙә ниндәйҙер аҙым булыр ине.

Закон үҙ көсөнә инер ҙә, тик уның эшләп китеүе халыҡтан да тора түгелме һуң? Минең шул-шул күршем, ауылдашым законһыҙ рәүештә спиртлы эсемлек менән һатыу итә, тип ҡысҡырып әйтергә тартыныуҙары ла ихтимал бит?

- Бына был тартыныуҙы мин аңлап етмәйем. Ҡайҙа һатыуына ҡарамаҫтан - өйөндәме, шәхси магазинындамы - ул бит ағыу һата. Ул халҡыбыҙҙың әхлаҡи ҡанундарын һанға һуҡмай, кешеләрҙең яҙмыштары, сәләмәтлектәре менән "уйнай". Әҙерәк ояла белгән кеше был юлға бер ҡасан да баҫмаясаҡ. Әгәр ул оялмай икән, ни өсөн ауылдаштары тейешле органдарға хәбәр итеүҙән оялырға тейеш? Эскелек хәҙер шундай кимәлгә етте, уны тамырынан өҙөп ташлау өсөн бөтөн ысулдарҙы ла ҡулланырға бурыслыбыҙ. Ауылдың старостаһы, ағинәйҙәр, аҡһаҡалдар һәм, әлбиттә, ауыл хакимиәте башлығы бар. Улар спиртлы эсемлек һатыусыны саҡырып һөйләшә, әгәр ҙә эшмәкәрлегеңде туҡтатмаһаң, ауылдан сығып кит, тип әйтә лә ала. Кеше үҙе йәшәгән еренә, ауылдаштарына, ерҙәштәренә ҡарата битараф булырға тейеш түгел. Юғиһә, депутаттар ниндәй генә закондар ҡабул итмәһен, халыҡ битараф ҡала икән, бер файҙаһы ла булмаясаҡ. РФ Дәүләт Думаһының етенсе саҡырылыш шуныһы менән айырылып тора: проект өсөнсө уҡыуға тәҡдим ителгәндә үк уның артабан эшләп китерен тәьмин итәсәк документтар әҙер буласаҡ.

Бөгөнгө көндә тағы ла ниндәй закон проекттары өҫтөндә эшләйһегеҙ?

- Ауыл халҡына тағы ла бер файҙа килтерерлек закон тәҡдим иттек - ул да булһа, РФ Урман кодексының 32-се статьяһына үҙгәрештәр индереү. Бөгөнгө көндә ауылда йәшәүселәр урмандарҙан ҡороған ағасты ла йыйып ала алмай, бының өсөн ул урман участкаһын арендалау договоры төҙөргә тейеш. Закон проекты хуплау тапһа, халыҡ ҡороған ағастарҙы бушлай ала алыр ине. Бының бер кире яғын да күрмәйем, урман да таҙарып ҡалыр ине, ҡороған ағас янғындарҙы гөрләтеп ебәрергә сәбәп булыуҙан туҡтар ине. Һирәк кенә булһа ла урманға сығам, хәҙер юлдарға ла ҡороған ағастар ҡолап бөткән, янғын була ҡалған хәлдә, унда машина ла үтеп инә алмаясаҡ. Әлегә был тәҡдим тулыһынса өйрәнелмәгән, артабан ул тулыланасаҡ әле. Тик был закон кешегә кәрәк, шуға ла уны аҙағынаса еткерергә тырышасаҡбыҙ.
Шулай уҡ тағы ла бер кәрәкле закон проекты беренсе уҡыуҙы үтте. Ул да булһа, баҡсасылыҡ ширҡәттәренә ҡағыла. Бөгөнгө көндә уның 5 төрө иҫәпләнә, закон ике төрөнә ҡағыласаҡ - баҡсасылыҡ һәм йәшелсәселек. Закон буйынса, йәшелсәселек участкаһында йорт төҙөргә ярамай. Кешенең баҡсасылыҡ участкаһында өй төҙөргә, унда даими йәшәргә, теркәлергә хоҡуғы булһын. Сөнки күп йәштәрҙең фатир һатып алырға мөмкинлеге юҡ, ә баҡса участкаһы күпкә арзаныраҡ була бит.

Ләйсән НАФИҠОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.04.17 | Ҡаралған: 1202

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru