Быйыл Рәсәйҙә - "Экология йылы", ә республикабыҙҙа "Экология һәм айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылы" иғлан ителгәс, "Атайсал" гәзитендә "Йәнтөйәкте йәмләп йәшәйек" конкурсы иғлан ителде. Унда һәр кем үҙ фекерен әйтеп, мөхитте һаҡлау йәһәтенән күрһәткән эшен сағылдыра ала.
Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылында йәшәүсе Фәйзрахман Усманов Һаҡмар йылғаһы янында өмә үткәреү тәҡдиме менән сығыш яһаны. Ысынлап та, йылғабыҙ ҡурсалауға мохтаж. Ошоларҙы иҫәпкә алып, Урал аръяғы башҡорттары ҡоролтайы, "Атайсал" гәзите "Таҙа Һаҡмар" акцияһы иғлан итә. Йылғабыҙҙы таҙалау, һаҡлау идеяһы Сибай институтында уҙғарылған фәнни-ғәмәли конференцияла ла яҡлау тапты. Акцияны май айында башлау ҡаралған. Ул йылға баш алған урындан, йәғни Әбйәлил районы Әхмәт ауылынан старт алып, эстафета рәүешендә Һаҡмар буйында урынлашҡан ауыл биләмәләренә тапшырыласаҡ. Өмә барышын һәр биләмә махсус булдырылған альбом битендә яҡтыртып, башҡарылған эште ҡыҫҡаса (күпме кеше өмәгә сыҡҡан, күпме йөк ҡый түгелгән, өмәгә сығыусыларҙың иң олоһо, иң кесеһенә нисә йәш, дата һ.б.) теркәп барырға бурыслы.
Билдәле булыуынса, Һаҡмар - Көньяҡ Уралдағы йылға. Башланған урыны Әбйәлил районында, Уралтау һыртының көнсығыш битләүендә. Башҡортостандың Әбйәлил, Баймаҡ, Йылайыр, Хәйбулла райондары һәм Ырымбур ҡалаһы урынлашҡан ерҙә Яйыҡҡа ҡушыла. Оҙонлоғо 760 км, шуның 348-е Башҡортостанға тура килә. Күренеүенсә, Һаҡмар бик оҙон, бормалы юл үтә. Шуға күрә лә уның юлында көлһыу, һоро-ҡара, һоро тупраҡлы урындар ҙа, болон-урманлы ерҙәр ҙә, сал ҡылғанлы далалар ҙа осрай. Һаҡмар ярҙарында бөҙрә талдар, зифа ҡайындар, мәғрур ҡарағайҙар үҫә. Сылтырап аҡҡан шишмәләр, тиҫтәләгән йылғалар Һаҡмарға ҡоя. Бөтә башҡорт йылғалары араһында ул үҙенсәлекле тәбиғәте, "холҡо" менән айырылып тора. Йә оло ғәйрәт менән текә ҡаяларға бәрелеп, ап-аҡ күбеккә күмелә, йә дала киңлектәренә сығып, көҙгөләй ялтырап тын ята, йә ҡылымыҡтарға бүленеп, утрауҙар араһында бөтөнләй юғала.
Ләкин, үкенескә күрә, был матурлыҡ һәм ундағы тереклек йылдан-йыл юҡҡа сыға бара. Уны һаҡлап ҡалыу - беҙҙең бурыс. Урал аръяғы башҡорттары ҡоролтайы һәм "Атайсал" гәзите Һаҡмар йылғаһы янында урынлашҡан барлыҡ ауылдар халҡын "Таҙа Һаҡмар" акцияһына ҡушылырға саҡыра.
"Атайсал" гәзите редакцияһы,
Сибай ҡалаһы.
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|