Белеүебеҙсә, быйыл Рәсәй Федерацияһында - Экология, Башҡортостан Республикаһы буйынса - Экология һәм айырым һаҡлауға алынған тәбиғәт биләмәләре йылы тип нарыҡланды. Ошоға бағышлап, ауыл китапханаларының имиджын күтәреү маҡсатында Хәйбулла районында "Эко - мин! Эко - һин! Эко - донъя!" әҙәби-экологик конкурсы иғлан ителде.
Һәр кемдең күңеленә иң яҡыны, иң ҡәҙерлеһе - уның тыуып-үҫкән ере. Һәр кем Тыуған иленә булған һөйөүен үҙенсә күрһәтә. Берәүҙәр быны үҙенең эше менән иҫбатлай. Икенселәр илен данлап йырҙар сығара. "Мөғжизәле тыуған яғым" тип атаныҡ байрам сараһын һәм тыуған ауылыбыҙҙағы мөғжизәле урындар менән хөрмәтле ҡунаҡтарыбыҙҙы таныштырып үттек.
Юлбарыҫ ауылынан биш саҡрым алыҫлыҡтағы меңйәшәр ҡарағас - ауылыбыҙҙың йөҙөк ҡашы. Ә кем ултыртҡан ул ҡарағасты? Был һорау буйынса бер нисә фаразлау бар. Беренсенән, был ҡарағасты немец әсирҙәре ултыртҡан, тип әйтәләр. Баҡтиһәң, беҙҙең республикала ҡарағастар бик күп ултыртылған. Мәҫәлән, Хәйбулла, Йылайыр һәм Баймаҡ райондарында бер үк йылғы ҡарағастар үҫә. Уларҙы ниндәй маҡсат менән ултыртҡандар һуң? Бәлки, шул ҡарағастарҙы ултыртып, немец әсирҙәре карта яһағандыр? Ә быныһы икенсе фаразлау: 1769 йылда Екатерина II указы буйынса немец ғалимы Петр Симон Паллас экспедиция менән Башҡортостанға ебәрелә. Уның төп маҡсаты - Башҡортостанды тасуирлау, файҙалы ҡаҙылмаларын, тәбиғәтен өйрәнеү. Экспедиция ваҡытында ер аҫтындағы файҙалы ҡаҙылмаларҙың ятҡылыҡтарын ҡоролоҡҡа бирешмәгән, күп йыл йәшәгән бер ағас менән билдәләгәндәр. Ағасты тәрбиәләп үҫтереү өсөн Паллас кеше яллаған. Өсөнсө фаразлау ҙа бар - элек юлсыларға ылыҫлы ағастар маяҡ булып торған. Шул ағастарға ҡарап юл тотҡандар. Ләкин был фаразлауҙар сиселеп бөтөлмәгән сер булып ҡала.
Нисек кенә булмаһын, меңйәшәр ҡарағасҡа кеше күп килә, уның янында туҡталып, теләк теләйҙәр. Ауырыуҙарға - дауаһын, аҙашҡандарға юл күрһәтеүсе маяҡ, шанлы һәм данлы тарихыбыҙҙың тере хәтере, рухи көс биреүсе илаһи бер мөғжизәгә тиң меңйәшәр ҡарағас янында барыһы ла нисектер таҙарынып, яман уйҙарҙан арынып, үҙҙәренә көс һәм рух алғандай тойола...
Беҙҙең уйыбыҙса, уникаль тип иҫәпләнеүсе тағы ла бер тәбиғәт объекты бар Юлбарыҫ ауылында. Ни өсөн уникаль? Сөнки бындай түңәрәк таштарҙың ҡайҙан килеп сығышын әлегә бер кем дә аңлата алмай. Берәүҙәр, динозаврҙың йомортҡаһы, тиһә, икенселәр боронғо диңгеҙ үҫемлектәренең емеше тип уйлай, НЛО - билдәһеҙ осоусы объекттар ҡалдығы, тип фаразлаусылар ҙа бар. Бындай түңәрәк таштар тағы ла Ҡытайҙа, Израилдә, Үҙәк Америкала, АҠШ-та, Яңы Зеландия, Румыния, Ҡаҙағстан, Бразилия илдәрендә табылған. Нимәһе ҡыҙыҡ - таштар ҙурлығы менән бер иш түгел, диаметры буйынса 10 сантиметрҙан 50 сантиметрға тиклем етә. Аҡ һәм ҡара төҫтәге таштарҙың ҡайһылары шыма ғына, ҡытыршы булғандары ла осрай. Бына шундай тәбиғәт мөғжизәһе менән таныштырҙыҡ ҡунаҡтарыбыҙҙы. Йәшел урмандар шауы, шишмәләрҙең сылтырап ағышы, йылға-күлдәренең сихри сафлығы күңелдәргә йән тыныслығы бирә. Улар беҙҙе туйындыра, йәшәү өсөн дәрт-дарман, көс-ҡеүәт өҫтәй, сафландыра, илһамландыра. Ер-әсәбеҙгә аҙ ғына һаҡһыҙ ҡағылһаң, емерелергә, ыуалырға ғына тора. Шуға ла ул ярҙамға мохтаж. Абдулхаҡ Игебаевтың "Ергә мәңгелеккә килмәгәнбеҙ" шиғыры барыбыҙ өсөн дә оран булып яңғыраһын ине…
Ергә мәңгелеккә килмәгәнбеҙ,
Күркен беләйек беҙ тормоштоң!
Һалҡын ҡырауҙарҙан һулытмайыҡ
Аҫыл сәскәләрен ырыҫтың!
Ергә мәңгелеккә килмәгәнбеҙ,
Ҡәҙерен беләйек беҙ ер-һыуҙың!
Ер-һыу ҡәҙерен белеп йәшәүҙәлер
Бар мәғәнәһе Кеше булыуҙың!
Гөлсинә МӘҒӘФҮРОВА.
КИРЕ СЫҒЫРҒА