«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺУНАРСЫЛЫҠ - ТӨП КӘСЕБЕБЕҘ
+  - 

Һунарсылыҡ һәм балыҡсылыҡ башҡорттарҙың иң боронғо кәсептәре булып иҫәпләнгәнен беләбеҙ. Был кәсептәрҙең баш алыуы, әлбиттә, халҡыбыҙҙың боронғо көнитмешенә, тәүтормош-йәмғиәт ҡоролошо замандарына барып тоташа. Ә инде башҡорттарҙың кейем-һалымының башлыса тиреләрҙән, болғар ханлығына, аҙағыраҡ татар-монгол урҙаһына, йәнә килеп Мәскәү батшалығына яһаҡты ҡиммәтле йәнлек тиреләре менән түләүен иҫкә алһаҡ, халҡыбыҙҙың һунарсылыҡ кәсебе ни тиклем үҫешкән булыуын күҙ алдына килтереп була.

Тире өсөн башҡорттар ҡондоҙ, ҡама, һыуһар, төлкө, кеш, аҫ, шәшке, йәтсә, тейен, һеләүһен, бүре, айыу, ҡуян кеүек йәнлектәргә һунар иткән. Уларҙың бәләкәйерәктәрен (ҡуян, төлкө, шәшке, кеш һ.б.) башлыса тоҙаҡ, ҡапҡан менән тотҡандар, айыу, бүре кеүек оло йәштәгеләрен махсус соҡорҙар ҡаҙып, тәпкеләр ҡороп аулағандар. Вағыраҡ йәнлектәрҙе махсус өйрәтелгән йыртҡыс ҡоштар (бөркөт, ҡарсыға) менән алғандар. Ит өсөн ҡыр кәзәһенә, ҡоралайға, мышыға һунар иткәндәр. Ҡыр ҡаҙы, ҡыр өйрәге, һуйыр, ҡор, ағуна, сел кеүек ҡыр ҡоштары ла табын йәме булған.
Теге йәки был йәнлекте аулау ысулдары ла төрлөсә булған. Мәҫәлән, башҡорттарҙың япма (әүен) ауы тураһында И. Казанцев XIX быуатта бына нимә тип яҙып ҡалдырған: "Иногда устраивают в лесу большую корзину с закрышкой на вертеле, на которую кладут прикорм. Прельщенная этою приманкою птица лишь только спустится, тотчас проваливается в корзину".
Һунарсылыҡ беҙҙә бөгөн дә бар, тик ул инде туҡланыу һәм тереклек итеү сараһы түгел, ә - ҡомар. Ысынында, ниндәй ул һунарсы ҡомары? Мин был хаҡта бер бәләкәй генә ҡыҙыҡ күренештән сығып уйландым. Атайым һунарсы булды, тик улдары уның был оҫталығын дауам иттерерҙәй түгел һымаҡ ине. Бер ағайым бишенсе тиҫтәһен ваҡлай башлағас, һунарға әүрәне лә китте. Һунар менән балыҡ уның "ауырыуына" әйләнде. Был уның малайҙарына ла "йоҡто". Ике бәләкәй малай, ат артынан йәйәү йүгерерҙәренә лә, көрт йырып саҡрымдар урарға тура килеренә лә, төн йоҡоһон ҡалдырып, һыу кисеп йөрөрҙәренә лә ҡарамай, "Мин дә барам!" ти ҙә торалар. Ул көндө лә иртәнсәктән буранлай биреп торғанды күргән ағайым улдарына: "Һунарға сығабыҙ",- тип әйтеп һалды. Ҡапыл буран баҫылғайны, кәйефе төштө: "Ай, Алла, йөрәк уйнағайны бит әле. Эх, ярһып алынғайны..."- тип ыуаланып ишекле-түрле йөрөй үҙе. Ә малайҙары саңғыларын, муҡсаларын әҙерләп, инде урамға сығып баҫҡан, эттәрен дә ымһындырып өлгөргән. Улары урманға ҡарап саңҡылдай, малайҙарҙы тартҡылай, төрткөләп йыға... "Бындай хәлдә мин хәҙер башҡа бер эшкә лә тотона алмайым, миңә ҡырҙа йөрөп килер кәрәк", - тип өҙгөләнә ағайым үҙе лә. Ярай, бәхеткә күрәме инде, буран тағы көсәйҙе һәм һунарсылар тиҙ генә йыйынып сығып китте... Шунда ысынлап та ир-егеттә һунарсы ҡомары була икәнен күреп ышандым.
Һунарсылыҡты боронғо халыҡта аҙыҡ табыу сараһы ғына булған, тип әйтеү ҙә хаталы ул. Эйе, аҙыҡ табыу сараһы ла. Тик ул ғына түгел. Һунар итеү ир-егеттең тәбиғи асылындағы иң боронғо хәтер. Был хәтер шулай бик һирәктәрҙә генә йәшәүҙе дауам итә. Һунарсылыҡ тәбиғәте - ул эҙләү, эҙәрлекләү, күҙәтеү, өйрәнеү, һағалау, аңдыу, ҡыуыу, тотоу. Быларҙан тыш, арымау, ялҡмау, һаҡ була белеү, ишетеү, күреү, тойоу, һиҙеү, аңлау сифаттары ла. Тағы ла һунарсы асылына тәбиғәтте белеү, эҙҙәрҙе аңлау, ер-һыуҙы таныу, һауа торошон күҙәтеү, һынамыштарҙы һынау, миҙгелдәргә бәйле үҙенсәлектәрҙе төшөнөү, йондоҙҙар һәм башҡа күренештәргә ҡарап хәрәкәт итеүгә һәләтле булыу, йәнлек-ҡош-ҡорттоң холоҡ-фиғелен белеү хас. Унан ҡалһа, ҡыйыулыҡ, саялыҡ, еңмешлек, сабырлыҡ та төп сифаттар.
Һунарсылыҡ, балыҡсылыҡ ир-егетте агрессив халәттән ҡотҡара икән. Психологтар шулай тип яҙа. Эшендә йәки өйөндә ниндәйҙер көсөргәнеш кисергән ваҡытта һунарға сығып килеү йәки һыу буйында балыҡ ҡармаҡлап йөрөп килеү көслө заттың мейеһендәге негатив уйҙарҙы икенсе юҫыҡҡа алып китә.
Тағы: ябай ауыл һунарсыларының һунарсылыҡты спорт итеп ҡараған кешеләрҙән айырмалы бер яҡтары бар. Улар тәбиғәтте ярата белә. Шөғөлдәрен ҡырыуға, ҡоротоуға нигеҙләмәй, ә үҙҙәрендәге ҡомарҙы баҫыуға ғына арнай улар. Уйлап ҡараһаң, халҡыбыҙҙағы борондан килгән бар йола, кәсеп, ҡағиҙә ниндәйҙер бер фәлсәфәгә ҡоролған, бер нәмә лә буш урында юҡтан бар булмаған.

Лилиә ИСМӘҒИЛЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.04.17 | Ҡаралған: 1224

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru