«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
СӘСКӘЛЕ МӘЛ ЕМЕШ БИРҺЕН
+  - 

Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы (1) менән башланыусы май айын халҡыбыҙ юҡҡа ғына Һабанай тип атамаған. Игенсегә байрам итергә иртәрәк шул әле: ул еңдәрен төрөп һабан һөрә, сәсеүгә сыға, сөнки халҡыбыҙҙың "Һабанда һайрашмаһаң, ырҙында ыңғырашырһың" тигән тағы бер аҡылын яҡшы белә.

Һабанайҙа бөтөн донъя саф йәшеллеккә күмелә. Ҡыш буйы ҡурала зарыҡҡан мал-тыуар һутлы йәш үләнгә ҡаҙала. Юҡҡа ғынамы ни май майын маҡтай халыҡ: майғы һөттән бәпембә сәскәһеләй һап-һары, тәмле май яҙа уңған хужабикәләр. Әйткәндәй, иң тәүге яҙғы сәскәләрҙең береһе бәпембәнән һары бал кеүек шифалы ҡайнатма эшләүсе оҫталар ҙа бар. Был дарыу үләненең тамыры ла бик файҙалы: уны йыуып, киптереп, ваҡларға кәрәк. Мунса "биреләре" май миндеге бәйләп ҡалырға ашыға. Йәш ҡайынҡайҙар йәл булһа ла, был да үҙенә күрә дауаланыу ысулы бит. Ҡыҫҡаһы, тәбиғәтебеҙҙе рәнйетмәй генә уның шифалы хазиналары менән файҙаланырға форсат тыуа. Был хаҡта даими рәүештә, айырыуса быйылғы Экология һәм айырым ҡурсыуға алынған тәбиғәт биләмәләре йылында, урындағы матбуғат баҫмалары яҙып, иҫкәртеп тора.
Элек беҙ билдәләй торған Матбуғат көнө 1991 йылдан ЮНЕСКО тарафынан нишләптер Бөтөн донъя ирекле матбуғат көнө (5) тип үҙгәртелде. Донъя кимәлендә ул иреклелер, әлбиттә. Хатта артыҡ ныҡ иреклелер. Быныһы инде Рәсәйгә ҡаршы һалҡын һуғыш алып барыусы АҠШ һәм Евросоюздың идеологик ҡоралы - уның матбуғатына ҡағыла. Илебеҙгә ниндәй генә бысраҡ ялалар яғылмай ҙа, уның донъя масштабындағы тарихи роле нисек кенә боҙоп күрһәтелмәй! Ирекле матбуғат урынына был байрам Намыҫлы матбуғат көнө тип төҙәтелһен ине. Бер генә көн булһа ла объектив, ғәҙел хәҡәҡәтте яҙып сыҡһын ине ул донъя матбуғаты! Бындай теләк айырыуса данлы һәм шанлы дата - 9 май - совет халҡының Бөйөк Ватан һуғышында Еңеү көнө еткән һайын күңелде ҡуҙғыта. Ҡыҙғанысҡа, ҡайһы бер даирәләрҙә матбуғат иреклеген нисек бар - шулай яҙыу тип түгел, ә башыңа ни килһә, шуны яҙыу, кем түләһә, шуға хеҙмәт итеү тип аңлайҙар, күрәһең. Бына шундай халыҡ-ара шарттарҙа илебеҙ матбуғаты теләһә ниндәй яла һәм бысраҡлыҡтарҙы кире ҡаға алырлыҡ көскә эйә булырға, һалҡын һөжүмгә, терроризм идеологияһын таратыуға ышаныслы рәүештә ҡаршы тора алырға тейеш һымаҡ. Әммә беҙҙең бөгөнгө матбуғатыбыҙ хәле көндән-көн мөшкөлләнә бара. Һәр хәлдә, республика матбуғаты ана шундай хәлдә. "Бөгөн матбуғат ауыр осор кисерә. Ҡасандыр гәзиттәрҙең тираждары 100, 120, 150 мең данаға етә ине. Бөгөн 15 мең тираж йыйыу ҙа һирәк күренеш. Күләм ун тапҡырға кәмегән,- тине был хаҡта Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитов 13 апрелдә булып үткән тура бәйләнештә. - Әлбиттә, гәзиттәргә ярҙам итергә кәрәк. Әле беҙ аҙ тәьмин ителгән халыҡты гәзит-журналдарға яҙҙырыу мәсьәләһе тураһында уйланабыҙ". Бирһен Хоҙай, матбуғаттың тотош ил, төбәк етәкселеге сәйәсәтен йәмәғәтселеккә, халыҡ аңына еткереүсе лә, тәрбиәүи бер йоғонтоло сара икәнлеге лә һәр ваҡыт аңлау тапһын ине. Юғиһә, тираж кәмеүенә һылтап, гәзит-журналдар штатын ҡыҫҡартыу, төрлөһөн бергә ҡушып, күбеһенсә айырым шәхестәр мәнфәғәтен күҙәтеүсе "медиа-винегрет"ойоштороу , яҙма баҫмаларҙы бюджет ярҙамынан мәхрүм итеү кеүек популяр булмаған "реформа"лар редакцияларҙа бер ҙә генә ижад мөхите тыуҙырмай. Ә инде тираж мәсьәләһенә килгәндә, эшһеҙ, аҡсаһыҙ халыҡта гәзит ҡайғыһы ла китеберәк торалыр шул (гәзитте ашап булмай бит). Ни тиһәң дә, баҫма матбуғат тираждары - ул туранан-тура халҡыбыҙҙың рухи һәм тормош кимәле күрһәткесе икәнен дә оноторға ярамаҫ ине. Бына бит, беҙгә ирек ҡуйһаң, һис туҡталып булмай. Бер тигәс тә, форсаттан файҙаланып, әйтәһе һүҙ ҙә әйтелде - аҙағы хәйерле булһын.
Матбуғат байрамынан һуң Радио көнө (7) сиратта тора. Иллә мәгәр радиожурналистарҙың хәлен дә маҡтанырлыҡ, тип әйтә алмайбыҙҙыр. Ә шулай ҙа матур, ҡыҙыҡлы тапшырыуҙар эшләп, йыр-моңдарыбыҙҙы яңғыратып, уны эфир тулҡындарында ғына түгел, ә беҙҙең күңелдәрҙә лә йәшәтеүсе ижадташтарға уңыштар теләйек.
Еңеү көнө (9) айҡанлы һүҙҙе дауам итеп, ваҡыт арауығында ул көн беҙҙән алыҫайған һайын, уның бөйөклөгө, совет халҡының тиңһеҙ ҡаһарманлығы, фиҙаҡәрлеге нығыраҡ һеңә бара аңыбыҙға, тип әйтке килә. Рәсәйҙә башланып, хәҙер хатта сит илдәрҙе лә солғап алған "Үлемһеҙ полк" акцияһы тап ана шул хаҡта һөйләй ҙә. Был ысын мәғәнәһендә халыҡ ихтыярының, именлек хаҡына уның берҙәмлегенең тетрәндергес бер миҫалы ул. Был акцияның тормош һөйөүсән ҡеүәте бөгөн, халыҡ-ара хәлдәрҙең киҫкенләшкән, хатта ки әленән-әле өсөнсө донъя һуғышы хаҡында фараздар ишетелеп торған мәлдә айырыуса көн үҙәк. Бөгөнгө шарттарҙа "һуғыш" тигән төшөнсәнең тулыһынса мәғәнәһеҙлеген аңларлыҡ ҡына аҡылы барҙыр, моғайын, донъя илдәре башлыҡтарының.
Донъя кимәлендә Халыҡ-ара кендек инәләре (акушерҙар) көнөнөң (5), шулай уҡ Халыҡ-ара әсә (14) һәм Халыҡ-ара ғаилә (15) көндәренең бер үк мәлдәргә тап килеүе осраҡлы түгелдер: уларға эш күп булһын, сабыйҙар тыуып торһон, донъялар имен булһын.
Халыҡ-ара музейҙар көнө (18) айҡанлы бер кәлимә: бөтөн булған яҡшылыҡ, изге ғәмәл һәм ҡаҙаныштар бөгөн фәҡәт музейҙарҙа ғына ҡалып килә һымаҡ булып китмәйме һеҙгә, йәмәғәт? Ығы-зығы, мәңге бөтмәҫ кризис эҙемтәләре, фәҡирлек, уғрылыҡ, енәйәт... Заманыбыҙҙың бөгөнгө көҙгөһө, сағылышы ошо түгелме ни? Шул әлеге музейҙарыбыҙға барып ҡына бөгөнгөнән ваҡытлыса булһа ла арынып торорға, күңел йыуатырға, рух ныҡлығы алырға тура килә. Әйткәндәй, сирек быуат элек кенә әле йәш быуындың, тырышып уҡырға, яҡшы, әҙәпле кешеләр булып үҫергә, өлкәндәрҙе ихтирам итергә, ярҙамлашырға, ата-әсәңде, илеңде, телеңде һөйөргә, тигән инаныуҙарын да пионер ойошмаһы тарихынан ғына уҡып белергә була хәҙер. 19 май - Бөтә Союз пионер ойошмаһы булдырылған көндә (1922 йыл) бөгөнгө балаларға ошо хәрәкәт эшмәкәрлеге тураһында әкиәт итеп булһа ла һөйләргә кәрәктер, сөнки улар маҡсаттарына ныҡышмал ынтылышлы шәхестәр булып, үҙ киләсәгенең фәҡәт үҙ ҡулдарында икәнен белеп үҫергә тейештәр. Улар быуынының бөгөнгө көн билдәләнә башлаған Эшһеҙлектән яҡлау көнөнә (21) хәжәттәре төшмәһен өсөн. Май айының ҡояшлы матур иртәһендә - Һуңғы ҡыңғырау байрамында (25) уҡыуҙы тамамлаған һәр бала иртәгәһе көнөнә ышаныс менән ҡарай алһын өсөн.
Ай ахыры Филологтар көнө (25), Рәсәй эшҡыуарлыҡ көнө (26), Бөтә Рәсәй китапханалар көнө (27), Ил сиге һаҡсылары, Химиктар көндәре (28), Бөтөн донъя тәмәкеһеҙ көн (31) менән тамамлана.

Һабанай юбилярҙары:
10 - Бейеүсе, 1960-1983 йылдарҙа Ф. Ғәскәров исемендәге Дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы, БАССР-ҙың халыҡ артисы, С. Юлаев исемендәге республика дәүләт премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры Рәшиҙә ТУЙСИНАға - 75 йәш (1942).
17 - Физик, БДУ-ның Физика-техник институты директоры, физика-математика фәндәре докторы, профессор, академик, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре Роберт ЯҠШЫБАЕВҡа - 65 йәш (1952).
20 - Философ, Өфө дәүләт авиация техник университетының ижтимағи фәндәр кафедраһы мөдире, философия фәндәре докторы, профессор, академик, БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры Фәнил ФӘЙЗУЛЛИНға - 75 йәш (1942).
26 - Философ, БДУ-ның философия һәм сәйәсәт кафедраһы мөдире, философия фәндәре докторы, профессор, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры Баязит ҒӘЛИМОВҡа - 75 йәш (1942).
29 - Советтар Союзы Геройы Тәфтизан Миңлеғоловтың (сығышы менән Баймаҡ районынан) тыуыуына - 95 йыл (1922-1943).

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 02.05.17 | Ҡаралған: 987

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru