«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
УНЫҢ ЙЫРҘАРЫН – ХАЛҠЫ УЛ ХАЛҠЫН ЯРАТА
+  - 

Тормошта ла бик алсаҡ, ихлас кеше ул, йырҙары ла хисле булыуы менән айырылып тора. Уның йырҙарын халыҡ, оҡшай, оҡшамайға ла бүлмәй, барыһын да яратып тыңлай һәм йырлай. Һүҙебеҙ Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Ш. Бабич исемендәге Республика Дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Юлай ҮҘӘНБАЕВ тураһында. Ошо көндәрҙә ул 50 йәшлек юбилейын билдәләне. Ошо уңайҙан файҙаланып, Юлай Хәмит улы менән әңгәмәләшеп алдыҡ.

Ҡайҙа ғына, кем булып ҡына эшләһәгеҙ ҙә, барыбер халыҡ Һеҙҙе композитор итеп таныйҙыр, моғайын? - Ысынлап та, минең менән, тәү сиратта, композитор булараҡ һөйләшәләр. Мәҫәлән, телевидениела эшләгәндә төрлө тапшырыуҙарға килгән шағирҙар шиғырҙарын тәҡдим итә ине. Халыҡ менән аралашҡанда ла йырҙар яҙыусы тип ҡарауҙарын тоям. Тәүге йырҙарҙы 16 йәштәр тирәһендә, тәүге тапҡыр ғашиҡ булып йөрөгән саҡтарҙа яҙҙым. Уҡыған саҡта иһә тағы ла шаярып ҡына йырҙар яҙып ҡарай башланым. Курсташтарым Резеда Әминева, Химма Йәнбирҙиналар шиғырҙарына йырҙар яҙҙым, бергәләп концерттар менән сығыш яһай инек. Яңы йырҙар ҙа етешмәгәндер инде. Икенсе, өсөнсө йырҙарҙан һуң дәртләнеп киттем, күңелгә илһам ҡошо йышыраҡ ҡуна башланы. Композиторҙар, ғәҙәттә, йырҙарын иҫәпләмәй, ярамай. Шуға ла үҙ ғүмеремдә күпме йыр яҙғанмын, быныһын әйтә алмайым. Бер спектаклде биҙәгәндә генә лә әллә нисә көй яҙыла, уларҙың ҡайһылары халыҡ араһында танылыу ала, ҡайһыһылыр спектаклдә фон булараҡ ҡына бара.

Спектаклдәргә көй яҙыу көстө күп аламы? Композиторҙы был йүнәлеш ваҡламаймы?

- Спектаклдәр эшләү миңә бик оҡшай. М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында музыкаль етәксе булып эшләнем, М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры, "Нур" Өфө дәүләт татар театры, Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе менән дә оҙайлы хеҙмәттәшлек иттек. Дөрөҫөн әйткәндә, спектакль өсөн яҙылған йыр ныҡ ихлас, хисле килеп сыға, сөнки пьесаның эсенә инәһең, образдарҙы күҙәтәһең, улар менән бергә көйөп-көлөп, улар кисергәнде кисереп яҙаһың. Йәғни, тойғоларҙы һауанан алмайһың, уйлап сығармайһың. Башҡорт халыҡ йырҙары ла бит шуға тәрән мәғәнәле, сөнки улар ниндәйҙер ваҡиғаға бәйле. Кисереп, әрнеп йырлағанда ғына улар уңышлы була. Спектаклдә лә шулайыраҡ. Спектаклдәр өсөн яҙылған йырҙарҙың иң популяры - "Хушығыҙ, хыялдарым" спектакленән йыр булды. Әле лә йәмәғәт транспорттарында кешеләрҙең телефондарында шылтырау урынына ошо йыр ағылып киткәненә шаһит булғаным бар. Буранбай Исҡужин шиғырына "Аҡсарлаҡ" йыры бик танылыу яулағайны, бөгөн дә уны йыш башҡаралар. Сибай театры "Китмәгеҙ, торналар!" спектаклен хәҙер дүртенсе тапҡыр яңынан сығарҙы сәхнәгә. Уның йырын да халыҡ бик ярата. Спектакль бит йыры менән хәтерҙәрҙә ҡала, ваҡыты үтһә, спектакль репертуарҙан төшөп ҡала, ә йыр мәңге йәшәй. Композитор өсөн был бик яҡшы күренеш.

Ир-уҙаман өсөн 50 йәш йәшме ни ул, киләсәккә ниндәй уй-хылдар ҡороп йәшәйһегеҙ?

- Ышанаһығыҙмы, мин үҙемде бөгөн 35-тә итеп тоям. Балаларға ҡараһаң ғына өлкәнәйгәнеңде таныйһың. Ҡатыным һөнәре буйынса табип, ул һаман да минең иң тәүге тыңлаусым, тәнҡитсем. Күп йылдар һынағанмын, йыр уға оҡшай икән, халыҡҡа ла оҡшаясаҡ. Халыҡты алдап булмай бит, ул матурлыҡты, ихласлыҡты шунда уҡ тоя. Тыңлаусыларымды бик ихтирам итәм, улар булғанда ғына минең ижадым бар. Ҡыҙыбыҙ әсәһенең юлынан китте, Санкт-Петербургта интернатурала уҡып йөрөй. Улыбыҙ ӨДАТУ-ны тамамланы, стюард һөнәрен үҙ итте. Сит илдәргә күп оса, инглиз телен яҡшы белә, инглиз теленән башҡортсаға тура тәржемә эшләй.
Икенсе һулыш асылғандай кеүек, шөкөр, эш тә күп. Республика халыҡ ижады үҙәгендә эшләп йөрөйөм, унда мин Беренсе башҡорт порталы өҫтөндә эшләйем. Унда йырҙар, көйҙәр тупланасаҡ, был ниндәйҙер кимәлдә халыҡ ынйыларын йыйыу, һаҡлау ҙа буласаҡ. Ғилми нигеҙгә таянып эшләйбеҙ, әлегә ул асылмаған. Ижад та үҙ юлы менән бара, ошо көндәрҙә генә Зөһрә Ҡотлогилдина һүҙҙәренә яҙылған "Аҡлы-ҡаралы тормош" тигән йырҙы Алһыу Бәхтиева башҡарып, премьераһын тәҡдим иттек. Сибай башҡорт дәүләт драма театрында Салауат Әбүзәровтың әҫәре буйынса спектакль ҡуйып ҡайттыҡ, режиссер Азат Йыһаншин менән "Нур" театрында Әнғәм Атнабаевтың "Ул ҡайтты" спектакле өҫтөндә эшләйбеҙ. Бына шулай йәшәп, эшләп йөрөйбөҙ, барыһы өсөн дә Хоҙайға рәхмәтлемен, алда тағы ла илһамлы сәғәттәр күп булыр, тигән өмөттә ҡалам.

Ләйсән ДАЯНОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 02.05.17 | Ҡаралған: 966

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru