«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИКМӘКТЕҢ ҮҘЕН КҮРМӘНЕК, ӘММӘ АТАМАҺЫН ОНОТМАНЫҠ
+  - 

Һуғыш йылдарында тыуған баламын. Бала саҡтың бер ваҡиғаһы әле лә күҙ алдымда: өс туған Имаметдин ағайым ауылыбыҙға ҙур вертолет менән ҡайтып төшә. Ташаҫты ауылының бөтөн балалары йән-фарман уға ҡарай йүгерәбеҙ, вертолетты уратып алабыҙ. Ул беҙҙе вертолетҡа ултыртып, һауаға күтәргәне лә бар ине. Оҙаҡ йылдар "Өфө" аэропортында техник булып эшләгән Имаметдин Сәлимгәрәй улы Әбүзәров һуғыш ветераны ла.

Беҙ бер ауылда - Ғафури районы Ташаҫты ауылында тыуып-үҫкәнбеҙ. Башҡалар вертолетты яҡындан күргәне лә булмағанда, беҙ шулай ауылыбыҙ тирәһендәге матур тәбиғәтте һауанан күреү бәхетенә эйә инек. Имаметдин ағай 1925 йылғы, Бөйөк Ватан һуғышы башланған мәлдә 16 йәшлек үҫмер була. Хатта 10 класс белемде лә һуғыштан ҡайтҡас, Өфөлә ала ул. Ә һуғыштан граждандар авиацияһы технигы булып ҡайта.
Һуғышҡа алынғас та, уларҙы башта Тоцкий хәрби полигонында уҡыталар. "Һуғыш, унда бергә булған дуҫтар бөгөн дә төштәремә инә", тиһә лә, һуғыш тураһында әллә ни һөйләргә яратмай ул. "Пехотаға эләктем, буйға оҙон булғас, миңә ҡул пулеметы бирҙеләр. Эргәмдә миңә патрондар ташып йөрөүсе ярҙамсым да булды. Һуғышҡа ингән тәүге айҙа уҡ еңелсә яраландым. Курск өлкәһендә санбатта дауаландым да кире фронтҡа киттем. Икенсе тапҡыр Украинаның Житомир өлкәһенең Малин тигән ҡалаһы эргәһендә яраландым. Унан мине санитар поезд менән Орскиға госпиталгә ебәрҙеләр. 44 йылдың май айында унан сыҡҡас та, ошо Ырымбур өлкәһендә авиацияға эләктем һәм һуғыш тамамланғансы авиацияла булдым. Беҙ, техник состав, ИЛ-2 совет штурмовигын һәм вертолеттарҙы хеҙмәтләндерҙек". Имаметдин Сәлимгәрәй улы 1952 йылдарҙан һуң ғына хәрби хеҙмәттән бушатыла. Ошо мәлдән уның яҙмышы "Өфө" аэропорты менән бәйле. Орден һәм башҡа наградаларға лайыҡ булған. Әле ул Өфөлә йәшәй. 91 йәштә булыуына ҡарамаҫтан, һаман да йәштәрсә дәртле, шаян. Бер бөртөк улы иҫән түгел инде, ейәне олатаһының ныҡлы терәге, ярҙамсыһы. "Бөгөнгө йәштәр уҡып белем алһын һәм ниндәй генә һөнәр эйәһе булһалар ҙа, үҙ эштәрен яратһын. Шул саҡта ғына илебеҙ көслө, ҡеүәтле буласаҡ", - ти һуғыш ветераны.
Был һуғышҡа 28 генә йорттан торған Ташаҫты ауылы 37 ир-азаматын оҙата. Уларҙың 20-һе һуғыш яланында һәләк була йә хәбәрһеҙ юғала. Сәлимгәрәй Әбүзәровтың Имаметдиндан тыш, тағы ике улы һуғышҡа китә. Олоһо Сәлимйән 1944 йылда иҫән әйләнеп ҡайта, икенсе улы Шакирйән 1943 йылда ҡаты яраланып, ауылға ҡайта, төрлө яуаплы эштәрҙә эшләй. Мин үҙем дә оҙаҡ йылдар 40 йәшендә генә Ленинград блокадаһында һәләк булған атайымдың ҡәберен эҙләйем. Ҡайҙа ғына яҙманым, ниндәй генә архивтарҙа булманым, әлегә һөҙөмтә юҡ. Һуғыш мәлендә ас-яланғас булдыҡ, "икмәк" тигән һүҙҙе генә онотманыҡ, үҙен күргәнебеҙ ҙә булманы. Картуф, һарына, алабута, бесәйғойроҡ ашап, һөт-ҡатыҡ, үлән сәйе эсеп кенә тере ҡалдыҡ. Әсәйем дә ғүмере буйына атайымды көттө, ике ағайым һәм мине уҡытып, юғары белем алырға ярҙам итте, беҙҙе аяҡҡа баҫтырҙы. Илебеҙ тыныс булһын, беҙ күргәнде балаларға күрергә яҙмаһын, тигән теләктә ҡалам.

Флүрә ИҪӘНҒОЛОВА.
Өфө ҡалаһы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.05.17 | Ҡаралған: 817

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru