«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
"АРҒЫМАҠ"ТАР ЮҒАРЫ БАҺАЛАНДЫ
+  - 

Башҡорт дәүләт филармонияһының ҙур залында "Арғымаҡ" этно-рок төркөмөнөң ҙур концерты булып үтте. Ике сәғәттән ашыу барған тамаша ысын мәғәнәһендәге Аң, Рух, Ғәм, Ырыҫ, Моң, Аҡыл, Ҡот байрамына әүерелде.

"Арғымаҡ" этно-рок төркөмөнөң, уның етәксеһе Ринат Рамазановтың ниндәй үҙенсәлекле һәләткә эйә икәненә, уларҙың ижади башҡарыу мөмкинлегенә, репертуар байлығына күптән инде шаһитбыҙ. Төркөмдөң исеме ишетелеү менән һоздау-өзләүгә ҡушылып боронғо башҡорт ҡобайыры яңғырай башлағандай, ҡанатлы ат сабып үткәндәй, тарих терелеп киткәндәй. "Арғымаҡ" күптән инде үҙ йөҙөн тапҡан, үҙ имиджын булдырған.
Был юлы концерт "Урал" йырын күмәкләп ҡурайҙа уйнау менән башланып китеп, "Зәйнулла" музыкаль әҫәрен, "Зәки Вәлиди көйө"н, "Шайморатов генерал" йырын башҡарыу менән тамамланды. Улар араһында төркөмдөң репертуарында күптән инде нығынған музыкаль әҫәрҙәр, башҡорт халыҡ фольклорының аҫыл гәүһәрҙәре этно-рок, этно-джаз стилендә яңғыраны. Егеттәргә Катя Ямщикова, Эльвина Ҡәйүпова, Линар Дәүләтбаев етәкселегендәге халыҡ музыка ҡоралдары оркестры ҡушылып йырланы һәм уйнаны.
Беҙҙе иң беренсе нәүбәттә, әлбиттә, "Арғымаҡ"тың сығышы, икенсенән, уныһы инде бигерәк тә ҡыуанырлыҡ, концертҡа килгән халыҡтың әүҙемлеге, һәр сығышты хуплау һүҙҙәре, артистарҙы дәртләндереү ауаздары менән оҙатыуы хайран ҡалдырҙы. Сәхнәләге хәрәкәт йыр, ҡурай, музыка ҡоралдары, видеорәттәр аша залдағы һәр бер тыңлаусыға барып етеп, һуңғы сиратта дөйөм хәрәкәтте барлыҡҡа килтерҙе. Ике сәғәттән ашыу күңелдәрҙә яңғыраш алған был хәрәкәт тамаша аҙағында кескәй балаларҙы ла дәртләнедереп, улар ҙа түҙмәйенсә сәхнәгә сығып, артистар менән бергә бейей башланы. Музыканың, халыҡ ижадының тәрбиәүи әһәмиәте ошо рәүешле туранан-тура балаларҙың йөҙөндә сағылыш тапты. Күпме кескәй йөрәктәр тоҡанды был залда.
Бик үҙенсәлекле тамашасы йыйылғайны кисәгә. Үҙебеҙҙең халыҡтан тыш, урыҫтар, татарҙар, ҡаҙаҡтар, ҡырғыҙҙар, украиндар, сыуаштар, чечендар һ.б. Былары мин танып белгәндәре генә. Концерт күҙ менән ҡаш араһында Рәсәй, донъя кимәлендәге сараға әүерелде лә ҡуйҙы. Һеҙҙең иғтибарға Ҡаҙағстандан махсус рәүештә "Арғымаҡ"тың концертына тип килгән Радина Батпеневаның һүҙҙәрен килтереп үтәм: "Мин Ҡаҙағстанда университетта рәссамдарҙы уҡытам. "Арғымаҡ" этно-рок төркөмөнөң концерты буласағы хаҡында ишетеп ҡалғас, унда барыр өсөн юлдар эҙләй башланым. Сөнки мине эшемдән Өфөгә былай ғына ебәрмәҫтәр ине. Тырыша торғас, һөҙөмтәлә шулай килеп сыҡты: бер уҡыусымды Ҡаҙан аша Алабуғалағы арт-спартакиадаға алып китеп, унан Өфөгә килеп еттек. Бының өсөн беҙгә биш көн кәрәк булды. Был осраҡта минең төп маҡсатым - "Арғымаҡ"тың концертына эләгеү ине. Маҡсатым ысулды аҡланы. Бына хәҙер мин бында. Бында, Өфөлә барлыҡ хыялдар тормошҡа аша..."
Йәки булмаһа концертты тамаша ҡылған Злата Соболеваның интернет селтәрендәге һүҙҙәре: "Ребята, вы бесподобны! Вы талантливы во всем - в творчестве, в сценической культуре, в общении со своим зрителем. Вас приятно слушать, приятно смотреть на вас, но а эмоции и позитив, которые мы получили за два часа концерта не передать словами! Вы - супер!.."

ӘЙТКӘНДӘЙ...
Халыҡ таралышыр алдынан концертты тамаша ҡылыусы Өфө ҡала округы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов минең янға килеп, ҡулымды ҡыҫып китте. Концертта яңғыраш алған "Зәйнулла" поэмаһы өсөн рәхмәт, тине ул. Мин иһә быны ҡала башлығының "Арғымаҡ" тың сығышы өсөн биргән баһаһы тип ҡабул иттем.

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.05.17 | Ҡаралған: 1026

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru