«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЫУЫНДАР БӘЙЛӘНЕШЕ ӨҘӨЛМӘҺӘ...
+  - 

Бөйөк Ватан һуғышы ваҡиғалары, шул осорҙоң ауырлыҡтары тураһында китаптар, кинолар аша ғына беләбеҙ. Кем китап уҡырға яратмай, ул артыҡ ҡыҙыҡһынмай ҙа был ваҡиғалар менән. Шул уҡ ваҡытта бәләкәйҙән олатай-өләсәһе тәрбиәһен күңеленә һеңдереп үҫкәндәр һәм Бөйөк Ватан һуғышы ваҡиғаларына, ул осор кешеләренә ҡарата оло ихтирам менән ҡараған йәштәр ҙә бар арабыҙҙа. Шуларҙың береһе - Башҡортостан юлдаш телевидениеһы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин менән әңгәмәбеҙ.

Ғаиләгеҙҙә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар бар инеме?

- Бөйөк Ватан һуғышы йылдары әсәйемдең атай-әсәһенең йәшлек, бала саҡ осорона тура килгән. Өләсәйем Мәүә Сөнәғәтова тыл ветераны булһа, олатайым Әҡсән Сөнәғәтов Бөйөк Ватан һуғышында Алыҫ Көнсығышта, япон агрессорҙарына ҡаршылыҡ күрһәтеүҙә ҡатнаша. Ул хеҙмәткә 1940 йылда алына һәм донъялар тынысланғансы, ил һағында тороп, ете йыл үткәс кенә ҡайта. Олатайым тураһында әсәйемдәр һөйләүенән генә беләм, ҡайтҡас, ул колхозда эшләгән, һәр эш көнөнә байрамға барған кеүек аҡ күлдәк кенә кейеп йөрөй торғайны, тиҙәр. Бик ипле, бөхтә кеше булған. Олатайымдың һуғышта күрһәткән ҡаһарманлыҡтары өсөн бирелгән наградалары ла күп, ләкин ул осорҙа Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт итеүселәргә ҡарата хөрмәт, иғтибар күрһәтеп бармағандар. Ә өләсәйем ҡәһәрле һуғыш йылдарында көҙҙән алып яҙ сыҡҡансы Белорет районында күрин ҡырҡып, ҡышҡы һыуыҡта ялан ҡул сайыр айырып йөрөгән. Яҙын колхозда баҫыу эштәренә йөрөгәндәр. Ошо ауыр йылдар тураһында ул беҙгә - ейәндәренә - күп һөйләмәне, мин үҙем дә уның яраларын яңыртып, ауыр хәтирәләре тураһында төпсөнөп һорашҡаным булманы. Үҙе күргәндәрҙе балаларына бирмәһен, тип уйлағандыр инде.

Етеш тормошта йәшәгәс, бөгөн беҙ ул быуын кешеләре кисергәндәрҙе аңлай ҙа, күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ кеүек...

- Эйе, хәҙерге быуын кешеһе аслыҡ-яланғаслыҡ, ҡырҙа үҫкән үлән ашап, бер телем икмәк өсөн тилмереп ултырыуҙың ни икәнен белмәй. Мәләүездә командировкала булырға тура килгәйне, баҙарҙа иген һатыусыларҙың бойҙайҙы түгеп-сәсеп, тапап торғанына шаһит булдыҡ. Улар эргәһенән үтеп барған бер инәй рәнйеп тороп: "Беҙ бер ус иген өсөн төрмәлә ултырып сыҡҡан кешеләр, ә һеҙ түгеп бөткәнһегеҙ", - тип шелтә яһаны. "Эшегеҙ булмаһын", - тип кенә яуапланы уға һатыусылар. Бына ниндәй мөнәсәбәт хәҙер икмәккә.

Бөйөк Ватан һуғышы ваҡиғалары, геройҙарына ҡарата ла йәмғиәттең мөнәсәбәте төрлө. Кемдер хөрмәт менән ҡарай, рәхмәт әйтә, кемдер тиргәй. Һин ни уйлайһың был турала?

- Әлеге заманда донъяла барған үҙгәрештәр, илдәрҙәге ыҙғыштарҙы телевизорҙан ҡарауы ҡыйын хатта. Шундай уҡ мәхшәр беҙҙең олатай-өләсәйҙәрҙең башына төшкән бит. Шуға, Бөйөк Ватан һуғышында совет һалдаттары Еңеү яуламаһа, бөтә донъяла фашизмды еңеү өсөн көрәшмәһә, бөгөн беҙҙең тормош ниндәй булырын күҙ алдына килтереүе лә ауыр. Уларҙы нисек хөрмәт итмәҫкә, рәхмәтле булмаҫҡа мөмкин! Йәш быуындың Бөйөк Ватан һуғышы геройҙарына илтифат күрһәтмәү сәбәбен мин ғаилә тәрбиәһендә күрәм. Бөйөк Еңеү көнө ниндәй хаҡ биреп яуланыуын киләсәк быуындар онотмаһын өсөн һәр кемде үҙ ғаиләһенең тарихы менән ҡыҙыҡһындырырға кәрәк. Был йәһәттән былтыр бөтә Рәсәй буйлап үткән "Үлемһеҙ полк" акцияһы бик уңышлы булғайны. Шундай патриотик рух тәрбиәләүгә булышлыҡ иткән саралар йылына бер тапҡыр ғына түгел, даими рәүештә үтеп торһон ине.

Камила ҒӘЛИЕВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.05.17 | Ҡаралған: 970

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru