«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БҮРЕЛӘР МЕНӘН ОСРАШЫУ
+  - 

Күптән түгел мине бер йәш ауылдашым туҡтатып, өндәшә ҡуйҙы: "Хәҙер бүре тураһында күп яҙалар, күп һөйләйҙәр. Минең менән булған хәлде лә гәзиткә яҙып ебәр әле". Яҙырмын, тип һүҙ биргәс, тәүҙә тыңларға тура килә инде.
Кәләштең алдау-шаяртыуы тамам теңкәгә тейҙе бит, әй. Йәнәһе лә, иртән мал ҡыуған мәлдә уға көн дә бер бүре осрай. Йәнәһе лә, ул көн һайын ҡурҡа-ҡурҡа мал ҡыуа. Йәнәһе лә, ул бүре һыйырҙы ғына түгел, уның үҙен дә ашап ҡуйыуы бар. Имеш, былай йоҡлап ятһам, кәләшһеҙ ҙә тороп ҡалырмын әле. Фәлән-фәләндең йәп-йәш кәләшен йәп-йәш көйөнсә генә бер бүре ашап киткән икән, тип һөйләһәләр, ояты ни тора. Билләһи, уның һөйләүенән хатта көлкө килеп китә. Һиҙеп торам, кәләш ҡырын атып тура тейгеҙергә маташа. Йәнәһе лә, мин ир башым менән таңдан тороп уға мал ҡыуышмайым, ә рәхәтләнеп йоҡлап тик ятам. Тураһын ғына әйтһә лә тыңлайым бит инде.
Сыҙаманым, бер көн иртәнсәк һыйырҙы үҙем ҡыуырға булдым. Кәләштең шым ғына тороп киткәнен көтөп бер аҙ ята биргәс, яйлап ҡына килеп торҙом. Кирелдем, һуҙылдым. Яйлап ҡына тышҡа сыҡтым. Ҡара әле, тышта апаруҡ һалҡын икән. Быйыл яҙ һуңлап килә шул. Һарай яғында кәләштең һөйләнә-һөйләнә һыйыр һауғанын тыңлап тороуы былай күңелле генә икән, әй. Әйткәндәй, беҙ яңыраҡ ҡына айырым донъя көтә башланыҡ. Өйләнеү менән атай беҙҙе тиҙләтеп айырым сығара һалды. Өйөбөҙҙөң урыны былай матур. Ул ауыл ситендә генә урынлашҡан. Беҙҙең өйҙән һуң урман башланып китә.
Ул арала кәләш тә һыйырын һауып бөттө. Ул минән һоҡланыулы ҡараштарын айыра алмай (ир һыйыр ҡыуа!) оҙатып тороп ҡалды, ә мин һәлмәк кенә баҫып, һыйырҙы көтөүгә ҡыуып алып киттем. Әммә оҙаҡ ҡыуып барырға тура килмәне миңә. Бер мәл атлар-атламаҫ ҡына барған һыйырым ҡапыл ғына туҡтаны ла, урман яғына күҙ һалып алғас, ауыл яғына торҙо ла сапты. Аңғармай ҙа ҡалдым. Улай ҙа була икән, тип ҡарап оҙатып тороп ҡалдым мин уны. Ә шулай ҙа һыйырҙы кире бороп алып килер кәрәк, тигән уй башҡа инеп тә сыҡманы. Ауыл малына ҡушылып көтөүгә килер әле. Ә кәләшкә инде: "Ҡыуҙым һыйырҙы, көтөүгә алып барып еткерҙем", - тип әйтермен дә ҡуйырмын. Бындай шылдырыуҙар беренсегә түгел бит инде. Ярай, һыйырҙы "ҡыуҙым". Аллаға шөкөр. Ә бына этемә нимә булған? Уныһы инде урман яғынан ен һымаҡ сабып килә. Һай-һай, шәп тә саба икән. Артынан ҡойондар ғына уйнай. Минең эргәгә килеп етә башлау менән ул тая-тая минән борола башланы. Миңә саҡ-саҡ төкөмәй, эргәнән генә үтеп китте. Хатта мин бер аҙ янтайып тороп ҡалдым, шикелле. Эттән елдәр иҫте, ә минең салбар балағына былтыр ҡойолған ҡайын япраҡтары ғына йәбешеп ҡалды. Бына шундай юғары тиҙлектә саба ине минең этем, үәт. Уны күҙ ҡараштарым менән оҙатып ҡалдым да, алға ҡарап ебәрһәм - Аллам һаҡлаһын, миңә ҡарай ике бүре сабып килә! Ни эшләргә? Исмаһам, ҡулда таяҡ юҡ бит, әй. Шул мәл күҙ ҡараштарым ерҙә ятҡан һәлмәк ташҡа төштө. Күңел күтәрелеп китте. Уны эләктереп алдым да саптым бүреләргә табан! Хәҙер күрмәгәндәрен күрһәтәм мин уларҙың! Баштарын уя бирәм! Минән ҡасып ҡотола алмаҫтар, урман санитарҙары! Әммә бүреләр минән ҡасырға уйламайҙар ҙа, шикелле. Ярай, үҙ баштарына ғына саба былар минең ҡаршыға. Ҡыҫҡаһы, улар миңә табан саба, мин уларға табан осам.
Миңә яҡыная башлағас, бүреләр сабыуын ҡапыл туҡтатып, арт яғына ултырып, миңә ҡаршы шыуып килә башланылар. Дымлы ер өҫтөнән сана менән шыуып килгән һымаҡ килә былар. Мин, аптырап, туҡтап ҡалдым Ә таш тотҡан ҡул һаман өҫтә әле. Шул мәл шыуып килгән ике бүре миңә ҡул һуҙымы ғына аралыҡта туҡтап ҡалды. Нисек шулай туҡтай алғандарҙыр инде, уныһын һорашмағыҙ, барыбер белмәйем. Ә мин инде үҙем ҡаттым да ҡалдым. Йә, хәҙер мине ситтән ҡарап тороп, күҙ алдына килтерегеҙ инде. Урман ситендәге аҡланда тып-тын ҡалып, ике бүре ултыра. Ә улар алдында бер аҙ алға эйелгән һәм таш тотҡан ҡулын күккә сөйгән бер йәш ир баҫып тора! Көлкө, ибет. Ә ул мәлдә минең бер ҙә генә көлкө килмәй ине. Тән ҡатҡан, ә мейелә бер генә уй ҡайнай. Ни эшләргә? Әллә ҡасырға, әллә тик торорға! Әллә олорға, әллә көлөргә! Әммә бүреләргә бер генә лә таш менән тондорғо килмәй, әй. Йәлләтә. Ҡабырға-фәләнен имгәтә һуғып ҡуйырмын, тип ҡурҡам. Ситтән генә уҫал күренәм бит мин. Ә ысынында иһә, күңелем бигерәк нескә шул минең. Күпме торғанбыҙҙыр инде ошолай, белмәйем. Бындай сетерекле мәлдән мине ата бүре ҡотҡарҙы. Бер мәл ул миңә ауыр ҡараштарын төбәп, ауыҙ сите менән генә ырылдап ҡуйҙы. - Ыр-р-р-р!
Миңә шул ғына ла етте. Ҡапыл ғына боролдом да остом өй яғына. Ошо мәлдә минең эргәлә эт (нишләп ыуаҡланып торам әле - ат булһын, әйҙә) сабып барһа, биллаһи, уны тапап уҙып китер инем. Ҡайҙан инде мал ҡыуған ҡапҡаны асып тороу. Һайғау кәртәләрҙе бер генә һикереүҙә осоп үттем.
Минең сабып килеүҙе кәләш ҡарап торған икән. Аласыҡҡа инеп, сәй ҡуйған да, миңә күҙ һалырға сыҡҡан. Уның күҙ һалыуы минең ен һымаҡ сабып килгән мәлгә тура килгән. Ә бына нишләптер теге ике бүрене күрмәгән. Минән күҙен ала алмағандыр инде. Бигерәк матурмын бит. Мине ул һыны ҡатып көлөп ҡаршы алды. Йәнәһе лә, мин ихласлап һабантуйға әҙерләнә башлағанмын. Тик иртәрәк түгел микән. Көн дә былай йүгерә-һикерә башлаһам, быйылғы һабантуйҙа миңә етеүсе булмаҫ инде. Ҡыҫҡаһы, килештерҙе.
Мин үҙемде саҡ тынысландырып, ҡулдарҙы урман яғына күрһәтеп, телде көскә әйләндереп, бер генә һүҙ әйтә алдым.
- Бүре!
Кәләш тәгәрәп ятып көлә. Ул мине шаярта тип уйлай.
Мин бармаҡты бөгөп уға күрһәтәм.
- Икәү!
Кәләш хәҙер туҡтай алмай көлә. Ә мин тотлоға-тотлоға әйтә ҡуям.
- Ырррр, тип әйтте.
Был һүҙҙәрҙән кәләш көлөүенән хатта бөгөлөп-бөгөлөп китә. Көлөүен көскә туҡтатып, минән ҡабатлап һорай.
- Нимә тип әйтте?
Ә мин ысын күңелдән яуап ҡайтарам.
- Ырррр, тип әйтте.
Һәм өҫтәп ҡуям.
- Атаһы әйтте, инәһе мыҫҡыл итеп көлөп ултырып ҡалды.
Хәҙер кәләш көлөүенән бөтөнләй тыйыла алмай. Саҡ тынысланып алғас ҡына миңә өндәшә.
- Әртист кенә булып тыуғанһың бит һин. Бигерәк килештереп ебәрәһең. Әйҙә, ин сәй эсергә. Әкиәтеңде сәй эскәндә һөйләп бөтөрһөң. Аҙаҡ ҡайныма барып һөйләрһең. Бары тик ике бүренең санала шыуып килгәнен һөйләгәндә буталып ҡына ҡуйма. Һәм ҡулға күрһәтә.
- Исмаһам, ҡулындағы ташыңды ташла. Этлеккә тиһәң, башың шәп эшләй шул һинең. Кеше ышандырып, таш тотоп алған бит әле.
Ҡулға ҡараһам, теге һәлмәк таш һаман ҡулда икән...
Бына шулай, ағай. Һыйыр ҡыуам, тип, саҡ ике бүренән ашалманым. Ярай, кәләшкә бер бүре осраған. Ә миңә бит - икәү! Фәлән-фәләндең йәп-йәш кейәүен йәп-йәш кенә көйөнсә ике бүре ашап киткән икән, тип һөйләһәләр, ояты ни тора. Туҡта әле, ә һеҙ нишләп көләһегеҙ, ағай? Ярай, кәләш борон-борондан миңә ышанмай, минән көлөп йәшәне. Исмаһам, һеҙ улайтмағыҙ инде. Ә гәзиткә матур итеп яҙығыҙ. Әйткәндәй, минең бер һорауым бар ине. Миңә бит тик ата бүре генә ырылданы, ә инәһе мыҫҡыл итеп көлөп кенә ултырҙы. Һорауым ошолайыраҡ ине - тәбиғәттә лә шулай атайҙары, донъя көтәм, тип янып йөрөй, ә инәләре уларҙан көлөп ултыра микән!?
Көлә-көлә китеп барҙым мин был йәш ирҙән. Ә һүҙ биргәс, яҙырға тура килде инде. Ышанағыҙмы-ышанмайығыҙмы, уныһы инде һеҙҙең ҡарамаҡта. Ә, бәлки, кемдер уның һорауына ла яуап бирә алыр.

Әғләм ШӘРИПОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 15.05.17 | Ҡаралған: 1153

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru