«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Һәр дәүерҙә өлкән быуын йәштәрҙе үҙҙәре менән сағыштырып, уларҙың кәмселектәрен эҙләгән. Ысынлап та, хәҙерге йәш быуын ата-бабалар яулағандарҙы дауам итә алырлыҡмы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

БЕҘҘӘ ҠУНАҠТА – ҠЫРҒЫҘҘАР
+  - 

Ошо көндәрҙә Өфөлә эш сәфәре менән Ҡырғыҙстандан Бишкәк ҡала кәңәше Рәйесе Канатбек Музуралиев етәкселегендәге делегация булып китте.

Ҡунаҡтар беренсе көндә "Ҡаланы йәшелләндереү хужалығы" һәм "Ҡаланы таҙартыу буйынса махсус автохужалыҡ" коммуналь предприятиелары эше менән танышты, шулай уҡ ҡайһы бер инфраструктура объекттарында, шул иҫәптән былтыр сафҡа индерелгән яңы Затон күперендә һәм Дуҫлыҡ монументы эргәһендәге Ағиҙел йылғаһы яр буйының икенсе сираты төҙөлөшө майҙансығында булды. Ҡунаҡтарҙы бигерәк тә ҡаланы йәшелләндереү тәжрибәһе ҡыҙыҡһындырҙы. Хеҙмәткәрҙәрҙең шәхси әҙерләмәләре менән берлектә төҫлө һәм ландшафт биҙәлеше уларҙа һоҡланыу тыуҙырҙы. "Ҡаланы таҙартыу буйынса махсус автохужалыҡ" базаһында делегация предприятиеның автопаркы һәм контейнерҙар паркын яңыртыу муниципаль өҫтәмә программаһын тормошҡа ашырыу барышы менән танышты. Өфөнөң ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу, айырыу һәм утилләштереү тәжрибәһе ла ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы.
Эш сәфәре сиктәрендә Өфө һәм Бишкәк ҡалалары араһында сауҙа-иҡтисад, фәнни-техник йүнәлештәр, мәҙәниәт, мәғариф, спорт һәм йәштәр сәйәсәте буйынса хеҙмәттәшлекте үҫтереү йүнәлешен күҙаллаған Протоколға ҡул ҡуйылды.
- Өфөлә һеҙҙең делегация килеүен бик көттөк, сөнки көнсығыш йүнәлешен, шул иҫәптән яҡын сит илдәр менән бәйләнештәрҙе үҫтереүгә йүнәлеш алғанбыҙ. Суверенлы дәүләт вәкилдәренең килеүе беҙҙең өсөн бик абруйлы. Өфө ҡунаҡтарға һәр саҡ шат һәм асыҡ. Төрки халыҡтарының ҡунаҡсыллығы тап шунда сағыла ла инде, - тип һыҙыҡ өҫтөнө алды осрашыу барышында баш ҡала хакимиәте башлығы Ирек Ялалов.
Бишкәк ҡала кәңәше рәйесе Канатбек Музуралиев баш ҡалала үҙен өйөндәге кеүек тойоуын, ҡала предприятиелары эше менән танышҡандан һуң Өфө тәжрибәһенең Бишкәк өсөн дә файҙалы буласағын билдәләне.
Бишкәк кәңәше депутаттарының Өфөнө һайлауы осраҡлы түгел. Ике дәүләттең үҫешендә оҡшашлыҡтар күп. Ике баш ҡала ла әүҙем төҙөлә, Бишкәк халҡы миллионға етеп килә, транспорт инфраструктураһын модернизациялау бурыстары тора. Өфө кеүек үк, Бишкәк әүҙем тышҡы иҡтисади эшмәкәрлек алып бара. Ә Протокол иһә ике ҡала араһында яңы мөнәсәбәттәр булдырырға, һөҙөмтәле хеҙмәттәшлеккә, бәйләнештәрҙең яңы кимәленә сығырға юл асасаҡ.

Автор

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 19.06.17 | Ҡаралған: 1397

Киске Өфө
 
"Бәләләр, - тигән аҡыл һәм хикмәт эйәләре, - ямғыр кеүек туҡтауһыҙ яуып ҡына тора, ә шатлыҡтар йәшен кеүек йәшнәп ала ла, юҡҡа ла сыға. Ни өсөн шулай тиһегеҙме? Кешеләрҙең үҙҙәрендә насарлыҡҡа ҡарағанда игелек әҙерәк булған өсөн". Халҡыбыҙҙа игелектең күп булыуын теләһәк, "Мин һиңә игелек ҡылһам, һин миңә тейешһең", - тип түгел, Аллаһы Тәғәлә ризалығы өсөн үҙебеҙ күберәк игелек ҡылайыҡ. Шул саҡта зыян кәмер..."

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru