«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ДУҪЛЫҠ БАЙРАМЫ
+  - 

Ошо көндәрҙә республикабыҙҙың "Берҙәмлек" Халыҡ-ара милли мәҙәниәттәр фестивален ҡабул итеүе тураһында хәбәр иткәйнек инде. Быйылғы фестивалдең төп үҙенсәлеге шунда булғандыр - ул 2020 йылда Башҡортостанда үтәсәк Бөтөн донъя фольклориадаһына әҙерлек сиктәрендә CIOFF - Фольклор фестивалдәре һәм традицион сәнғәттәр ойошмалары халыҡ-ара советы яҡлауы аҫтында үтте.

Үҙ ҡорона 11 илдән 200-гә яҡын ҡунаҡты йыйған фестивалде асыу тантанаһы Дыуан районы үҙәге Мәсәғүттә булды. Ҡытай, Эстония, Көньяҡ Корея, Сербия, Һиндостан, Көньяҡ Африка, Шри-Ланка, Колумбия, Мексика, Иран һәм Ҡаҙағстандан килгән ижади коллективтар милли кейемдәрҙә урам буйлап үтте, этно-ауылды ҡараны. Икенсе көндө фестивалде Ҡыйғы районы ҡаршыланы. Ҡунаҡтарҙы бауырһаҡ, ҡымыҙ менән ҡаршы алдылар. Театрлаштырылған тамаша ла, традицион башҡорт кәсептәре өлгөләре - кейеҙҙән, иләнгән йөндән һуғылған кейемдәр, балаларҙың ҡул эштәре, умартасылыҡ продукцияһы, ҡымыҙ, милли аш-һыу менән таныштырған этно-ауыл да барыһының да күңеленә хуш килде. "Ҡыйғыр юлы" этнофестиваленең еңеүселәре лә тап ошо көндө билдәләнде. Был фестивалдә республиканың иң яҡшы этно төркөмдәре ҡатнашты. "Елмерҙәк" этно-рок төркөмө (Белорет районы), "Етегән" ҡумыҙсылар халыҡ ансамбле, "Юлдаш" вокаль-инстументаль ансамбле (Салауат районы), "Алпамыша" халыҡ этно төркөмө (Учалы районы), "Дәрт" этно төркөмө (Межгорье ҡалаһы), "Мәрйен" халыҡ фольклор ансамбле (Стәрлетамаҡ ҡалаһы), "Сал Урал" этно-инструменталь ансамбле (Пермь ҡалаһы), шулай уҡ ҡыйғыларҙың "Әйле-Ҡатай" халыҡ этно төркөмө һәм "Тарпан" төркөмөнөң йәш артистары сараның йәменә әүерелде. Уларҙың иң-иңдәре "Берҙәмлек" фестивалендә ҡатнашыусылар менән бер сәхнәлә сығыш яһаны.
9 июнь фестиваль Мәсетле районына күсте һәм һабантуйҙа ҡатнашты. Һабантуйҙың абруйлы ҡунаҡтары араһында 2012 йылда Көньяҡ Кореяла Бөтөн донъя фольклориадаһын үткәреү буйынса дирекция ағзаһы Джон Наен да булды. Быйыл мәсетлеләр беренсе тапҡыр "Һомай" Асыҡ республика башҡорт костюмы фестиваль-конкурсын да ҡабул итте. "Һомай" фестивалендә оҫтаханалар, төрлө үҙәктәр, мода театрҙары коллективтары, рәссам-модельерҙар, уҡыу йорттары педагогтары, сәнғәт белгестәре, этнографтар ҡатнашты. Унда Сәймә Хәсәнованың авторлыҡ салон-ательеһынан "Ҡайтауаз" костюмдары коллекцияһы "Ҡотлау" этностилендәге йәштәр һәм эксперименталь костюм номинацияһында Гран-при яуланы. Һигеҙ костюм да тап ошо конкурсҡа бағышлап тегелгән, улар араһында бәрхәт һәм ебәк күлдәктәр, туй күлдәге һәм бер ир-егеттәр костюмы булды. "Этник стилгә мөрәжәғәт итеп, беҙ халҡыбыҙҙың тарихына яңынан әйләнеп ҡарайбыҙ һәм заманса кейемдәрҙә боронғо биҙәктәрҙе, орнаменттарҙы ихлас ҡулланабыҙ", - ти Сәймә Хәсәнова.
Мәсетлелә "Берҙәмлек" фестивале сиктәрендә тағы ла бер матур сара - Халыҡ-ара ҡумыҙсылар һәм өзләүселәр бәйгеһе үтте. "Ҡумыҙ моңо - дуҫлыҡ һәм мөхәббәт моңо", - тине мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев һәм ҡумыҙҙың башҡорт халҡының рухи мәҙәниәтендә ҙур урын алып тороуын телгә алды. Быйыл унда Башҡортостан, Саха Якутия, Татарстан, Хакасия республикаларынан, Пермь крайынан, Һамар, Свердловск өлкәләренән 152 кеше ҡатнашты. Баһалама ағзалары белдереүенсә, быйылғы бәйгелә ҡатнашыусыларҙың әҙерлек кимәле күпкә юғары булған. Гран-при Өфө ҡалаһынан Заһир Зәйнетдиновҡа тапшырылды. Был конкурсҡа башланғыс һалған Роберт Заһретдиновтың ҡыҙы Айһылыу Заһретдинова үҙенең бүләген булдырып, еңеүсегә көмөш ҡумыҙ бүләк итте.
Балаҡатайҙар ҡунаҡтарҙы урыҫ йыры, таҡмаҡтары һәм бейеүҙәренә арналған фестиваль менән ҡаршы алды. Ул быйыл республикала 28-се тапҡыр үтә. Халҡыбыҙҙың милли батыры Салауат Юлаевтың тыуған төйәгендә лә булды "Берҙәмлек" фестивале ҡунаҡтары. "Салауат йыйыны" фольклор байрамы ҡунаҡтарҙы халҡыбыҙҙың милли йолалары, шөғөлдәре, йыр-моңо менән таныштырҙы. Спорт төрҙәре лә күп ине - "Салауат уғы" традицион уҡ атыу буйынса асыҡ район турниры, милли көрәш, ат сабышы уларҙың иң сағыуҙары булды. Сарала CIOFF - Фольклор фестивалдәре һәм традицион сәнғәттәр ойошмалары халыҡ-ара советы вәкиле Алехандро Камачо Гонсалес, Рәсәй дәүләт халыҡ ижады йортоноң Халыҡ-ара мөнәсәбәттәр бүлеге етәксеһе Андрей Беляев ҡатнашты. "Берҙәмлек" фестивале Өфөлә - Ҡала көнө байрамында ҡала халҡына ҙур концерт тәҡдим итте. Шуның менән ул республиканың мәҙәни тормошондағы тағы ла ҙур һәм сағыу сараларҙың береһе - "Евразия йөрәге" Халыҡ-ара сәнғәттәр фестиваленә старт бирҙе.

ӘЙТКӘНДӘЙ...
Ҡала көнөндә башҡа бик күп саралар менән бергә Өфөнөң Мостай Кәрим исемендәге скверында Шиғриәт байрамы үтте. Ул Рәсәй көнөнә, Салауат Юлаевтың тыуыуына 263 йыл тулыуға, Өфө ҡәлғәһенә нигеҙ һалыныуға 443 йыллыҡҡа арналды. Был сарала Башҡортостан шағирҙары һәм яҙыусылары, Йәш тамашасы театры артистары, республика шиғыр һөйләү бәйгеләре лауреаттары һәм дипломанттары, китапхана хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. Шиғыр һөйләүселәргә Өфө ҡала округы хакимиәте башлығы Ирек Ишмөхәмәт улы Ялалов та ҡушылды. Ул Мостай Кәримдең "Ҡайын япрағы тураһында" шиғырын һөйләп ишеттерҙе. Ҡойоп ямғыр яуыуы ла шиғыр һөйөүселәргә ҡамасауламаны. Был көн Өфөлә Шиғриәт көнөнә әүерелһен ине, тигән теләктәр ҙә белдерелде.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 19.06.17 | Ҡаралған: 1191

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru