Беҙҙең номерҙар
|
|
Ғинуар
Февраль
Март
Апрель
Май
Июнь
Июль
Август
|
|
ҺӘР КЕМ УҠЫРҒА ТЕЙЕШЛЕ ЙӨҘ БАШҠОРТ КИТАБЫ
|
"Башҡорт китабы топ-100+" акцияһына килгән хаттарҙы барлауҙы дауам итәбеҙ. Һеҙ ҙә башҡорт әҙәбиәтендә һәр быуын кешеһенең иғтибарына лайыҡ әҫәрҙәрҙе/китаптарҙы тәҡдим итеүҙән туҡтамағыҙ, хөрмәтле гәзит уҡыусылар!
67. Лира Яҡшыбаева "Мөжәүир хәҙрәт" әҫәре. "Был әҫәр китап уҡыусыларға Совет осороноң муллалар тураһында тик бер төрлө кире ҡараш тыуҙырған һүрәтләүҙәрҙән ситләшеп, дин әһелдәренә, уларҙың эшмәкәрлегенә бөтөнләй икенсе күҙлектән сығып бағырға мөмкинлек бирҙе. Әҫәрҙең тәрбиәүи әһәмиәте әйтеп бөткөһөҙ. Мөжәүир хәҙрәттең шәхесе менән дә яҡындан таныштыра китап", - тип яҙа Әнүр Сафиуллаһ атлы уҡыусыбыҙ "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге төркөмөбөҙгә.
68. Гөлнур Яҡупова "Ҡатындар" романы. "Гөлнур Яҡупованың "Ҡатындар" трилогияһы минең өсөн бер асыш булды. Был фәһемле, бай йөкмәткеле, йор телле, матур шиғырҙар, тарихтар, легендалар, ҡиссалар, ғилми мәғлүмәттәр, төрлө образдар, хәл-ваҡиғалар һәм тағы ла күп кенә беҙгә кәрәкле мәғлүмәт менән һуғарылған китап ысынлап та башҡорт китаптары араһында иң беренселәр рәтендә торорға тейеш, тип иҫәпләйем. Сөнки был өс роман да тормошто яратырға, ҡәҙерен белергә, уны нисек бар, шулай ҡабул итергә, тарихыбыҙҙы хөрмәт итергә, дөрөҫ һығымта яһарға өйрәтә, дөрөҫ юлға баҫтыра. Аҡыл, белем өҫтәй, уйландыра, сәмләндерә, хыялдарыңа ҡанат ҡуя, хатта һине (яҡшы яҡҡа, әлбиттә) үҙгәртеп ебәреү көсөнә лә эйә. Әлеге ваҡытта төп проблемаларға әйләнә барған илебеҙ, еребеҙ, телебеҙ, милләтебеҙ, халыҡ-ара мөнәсәбәттәр кеүек темалар ярҙам һорап ҡанһырай, ә яҙыусы иһә, ваҡытында, һис кисектермәй бының сараһын күреп барырға өндәй, берләштерә. Бының өсөн төрлө реаль өлгөләр килтерелә, донъяуи проблемаларҙы булдырмау үҙебеҙҙең ҡулда икәнен иҫбат итә ала. Арағыҙҙа был китапты уҡымағандар булһа, һис шикһеҙ уҡып сығығыҙ. Башта уҡыуы ҡатмарлы һымаҡ тойолһа ла (бик үҙенсәлекле тел, стиль менән яҙылған), тиҙ һәм еңел уҡыла, үкенмәҫһегеҙ. Һуңынан минең кеүек энциклопедия итеп ҡул аҫтығыҙҙа ғына тоторһоғоҙ әле. Гөлнур апайға мин был оло эше өсөн айырыуса рәхмәтемде белдерәм. Һеҙҙең кеүек Ер-Әсәбеҙҙе ҡайғыртып, Ватаныбыҙ өсөн янып тороусылар күберәк булһа, башҡорт милләте йәшәр, Аллаһ бойорһа", - тип яҙа актриса Зиләрә Юлтаева.
"Башҡорт китабы топ-100+" акцияһына ҡушылығыҙ, үҙегеҙ уҡыған башҡорт китаптары/әҫәрҙәре араһынан иң-иңдәрен һайлап, шулар тураһында редакциябыҙға төбәп хаттар яҙығыҙ. Йәки "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге "Киске Өфө" гәзите" төркөмөндә махсус булдырылған "Башҡорт китабы топ-100+" акцияһы" тип аталған фекер алышыу битендә "#башкитап" хештегы ҡуйып, үҙ фекерегеҙҙе белдерегеҙ!
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|
Яҙылған: 20.06.17 | Ҡаралған: 1250
|
|
Киске Өфө
|
|
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! Баҫмабыҙҙың киң мәғлүмәт саралары баҙарындағы урынын билдәләүсе, шулай уҡ уҡыусыларыбыҙҙың тоғролоғон, ихтирамын, аңлылыҡ, рухлылыҡ кимәлен дә күрһәтеүсе мәл етте: 2026 йылдың 1-се яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы башлана. ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә ярты йылға яҙылыу хаҡы - 1054 һум 50 тин. Күп һорауҙарығыҙға яуап бирер, рухландырыр, сәмләндерер һүҙ әйтер матур йөкмәткеле "Киске Өфө" гә яҙылырға ашығығыҙ - үкенмәҫһегеҙ.
Мөхәрририәт.
|
Беҙҙең дуҫтар
|
|
|
|