«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Өфө Рәсәйҙә беренсе булып "Бөтөн донъя һөнәрселек ҡалаһы" исеменә лайыҡ булды. Ысынлап та, лайыҡлы баһа, сөнки республиканың баш ҡалаһында талантлы һөнәрмәндәр бихисап. Уларҙың бер нисәһенә үҙҙәренең эшмәкәрлеге тураһында һөйләүҙәрен һорап мөрәжәғәт иттек.

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺӘР КЕМ УҠЫРҒА ТЕЙЕШЛЕ ЙӨҘ БАШҠОРТ КИТАБЫ
+  - 

"Башҡорт китабы топ-100+" акцияһына килгән хаттарҙы барлауҙы дауам итәбеҙ. Һеҙ ҙә башҡорт әҙәбиәтендә һәр быуын кешеһенең иғтибарына лайыҡ әҫәрҙәрҙе/китаптарҙы тәҡдим итеүҙән туҡтамағыҙ, хөрмәтле гәзит уҡыусылар!

69. Ҡолдәүләт "Шиғырҙар, поэмалар" йыйынтығы. "Ҡолдәүләттең шиғырҙарын һәр кем бер тапҡыр булһа ла уҡып сығырға тейеш, тип уйлап, "Башҡорт китабы топ-100+" акцияһы исемлегенә уның 2008 йылда баҫылған йыйынтығын тәҡдим итәм. Шағирҙың һәр һүҙе уйлы кешегә уй, аҡыл, фәһем бирерлек. Уның ысынбарлыҡҡа ишара яһаған күп шиғырҙары бөгөн дә актуаллеген юғалтмаған. Ҡолдәүләттең тыуған төйәгенә, халҡына арнап яҙылған шиғырҙары илһөйәрлек рухы менән һуғарылған. Шағирҙың "Диалог" тип аталған шиғыры бының асыҡ сағылышы булыр.

Диалог
Ейән: - Нисек йәшәйһең һин, олатайым,
Ҡалғанһың бит ҡоро һөйәккә?!
Олатай: - Мөхәббәтем тота мине, улым,
Мөхәббәтем тыуған төйәккә,
Мөхәббәтем халҡым күңеленә,
Мөхәббәтем ғәзиз әсәмә.
Мөхәббәтһеҙ бер ҙә йәшәмәнем,
Мөхәббәтһеҙ һин дә йәшәмә! - тип яҙа Зәлиә Шәмсетдинова.

70. Ғаян Лоҡманов "Ҡояш сығыр алдынан" роман. "Ғаян Лоҡмановтың "Ҡояш сығыр алдынан" романында 1912-1918 йылдарҙағы ваҡиғалар һүрәтләнә. Ярлылар һәм байҙар араһындағы үлемесле көрәш әҫәрҙең төп йөкмәткеһен тәшкил итә. Ауыл старостаһы Ҡәйүм, старшина Үрәзмәтов, помещик Красин ярлы халыҡты талап йәшәй. Ауыл ярлылары Әнүәр, Ғилман, Хәйретдин яҡты көн, туҡ тормош өсөн уларға ҡаршы көрәшә. Ғаян Лоҡманов был романды яҙыу өсөн материалдарҙы үҙенең тыуған Ҡариҙел районында туплай. Әҫәрҙәге геройҙар ысын шәхестәрҙең яҙмыштарын берләштергән образдар, авторҙың был хаҡта үҙе әйтеүе романдың баш һүҙендә бирелгән. "Башҡорт китабы топ-100+" акцияһына был әҫәрҙе нәҡ шул тормошсан булыуы өсөн тәҡдим итәм", - тип яҙа Әминә Ғәлиева.
"Башҡорт китабы топ-100+" акцияһына ҡушылығыҙ, үҙегеҙ уҡыған башҡорт китаптары/әҫәрҙәре араһынан иң-иңдәрен һайлап, шулар тураһында редакциябыҙға төбәп хаттар яҙығыҙ. Йәки "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге "Киске Өфө" гәзите" төркөмөндә махсус булдырылған "Башҡорт китабы топ-100+" акцияһы" тип аталған фекер алышыу битендә "#башкитап" хештегы ҡуйып, үҙ фекерегеҙҙе белдерегеҙ!

Рубриканы Сәриә ҒАРИПОВА алып бара.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.07.17 | Ҡаралған: 1057

Киске Өфө
 
"Батыр булып үлгәндәргә һәйкәлдәр торһон... Тик тереләр - тере булһын. Тик тереләр һәйкәлдәргә ҡарап торһон... Ҡарап торһон һәм һәр ваҡыт, һәр көн, һәр сәғәт, һәр минут, тын алған һайын һәйкәлдәргә лайыҡ булып үлергә лә әҙер торһон!..."

(Фәрит Иҫәнғолов. "Һәйкәлдәр - тереләр өсөн" романынан)

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru