«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35  |  36  |  37

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

11 сентябрь - Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли кейеменә арналған көн. Был байрам хәҙер матур йолаға әүерелеп бара. Ә һеҙ үҙегеҙҙең ырыу-тамғағыҙҙы һәм милли кейемегеҙҙе беләһегеҙме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

БАШ ҠАЛАНЫҢ РУХТЫ КҮТӘРЕҮСЕ МӘҘӘНИ САРАЛАРЫ
+  - 

Һауа торошо боҙолоуға ҡарамаҫтан, "Евразия йөрәге" Халыҡ-ара сәнғәт фестиваленең күркәм байрам сараларына Өфө халҡы ихлас йөрөнө. Концертты тамаша ҡылырға тотош ғаиләләре менән килеүселәр булды. Баш ҡаланың "Ватан" этнопаркында йәй дауамында бындай саралар йыш үткәрелә. Унда һәр ваҡыт ихлас йөрөүселәрҙең береһе Динара Аллаярова менән ҡала халҡы өсөн ошондай байрамдарҙың әһәмиәте тураһында һөйләштек.

- Өфө ҡалаһында күптән йолаға әйләнеп киткән байрам саралары байтаҡ. Бөтә ҡала халҡының ял көнөн файҙалы, күңелле итеп үткәреүгә ҡоролған тантаналарға ғаилә менән йөрөргә тырышабыҙ. "Ватан" этнопаркы төҙөлгәнгә тиклем дә ошо урында "Симфония төнө" үткәрелә торғайны, йәй айҙарында өс-дүрт тапҡыр классик музыка тыңларға йөрөнөк. Былтыр бында ҙур ремонт эштәре тамамланғас үткәрелгән концерт сараларының бер нисәүһен килеп ҡарағайныҡ, быйыл йәйге ялды "Евразия йөрәге" Халыҡ-ара сәнғәт фестиваленән башланыҡ.
Фестиваль башкөллө эшкә сумған ҡала халҡын көндәлек мәшәҡәттәрҙән арындырып, хеҙмәт көнөнән һуң ял сәғәттәрен классик музыка, төрлө халыҡтарҙың этник музыкаһы моңона сорнап, саф һауала ял итергә форсат бирә. Шуға ла йәй дауамында үткәрелгән төрлө концерт, фестивалдәр, байрамдарға төрлө быуын кешеләре ихлас йөрөй. Өфө урамдарында үткәрелгән тамашаларҙы ҡарарға сыҡһаң, уларҙың һәр ваҡыт бөтәһе өсөн дә ҡыҙыҡлы итеп ойошторолоуына иғтибар итәһең. Балаларға уйнарға, тиҫтерҙәре менән аралашырға форсат тыуа. Йәштәргә төрлө конкурстар, заманса тамашалар ҡуйыла, ололар ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Ғөмүмән әйткәндә, ғаилә менән бергә ял итергә мөмкин. Ул ғына ла түгел, был саралар йәш быуын балаларын тәрбиәләү өсөн дә әһәмиәтле. Бәләкәйҙән бала күңелендә төрлө халыҡтарҙың йыр-моңона, йолаһына ихтирам тәрбиәләүгә, туған башҡорт теленә һәм милли йолаларға, мәҙәниәткә һөйөү уятырға булышлыҡ итә. Рухлы, илһөйәр, туған телен яҡшы белгән балалар үҫтереү тураһында күп һөйләйбеҙ, ҡалала үткәрелгән ҡайһы бер саралар ошо маҡсатҡа булышлыҡ итә ул. Әле "Евразия йөрәге" фестивалендә башҡортса этник музыка көйҙәренә, ҡурай моңона сәхнә тирәләй ихлас бейергә төшкән балаларға ҡарап һоҡланып ултырҙыҡ. Улар араһында Искәндәр улыбыҙ ҙа арып-талғансы бейеп, байрамдан әйтеп бөткөһөҙ тәьҫораттар алып ҡайтты. Бала булғас, милли йыр-моңдоң нимә икәнен аңламайҙыр ҙа, ләкин күңеле менән тойоп, үҙенсә башҡортса бейеп, һикереп йөрөгән кескәйҙәргә ҡарап, күп кенә ата-әсәләр уйланғандыр, моғайын. Ҡала шарттарында баланы милли рухта тәрбиәләүе ауыр, тип фекер йөрөтөүселәрҙең ҡарашы үҙгәргәндер. Баш ҡала халҡын берләштергән музыкаль саралар араһында башҡорт мәҙәниәтенә бәйле күркәм тамашалар булыуы бары тик хуплауға ғына лайыҡ.

Камила ҒӘЛИЕВА яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.07.17 | Ҡаралған: 1409

Киске Өфө
 
Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1 сентябрҙән 1230 һум 42 тингә яҙыла башларға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru